НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » «Әғүҙү бисмилла»

«Әғүҙү бисмилла»


Бер ҡатындың ире монафиҡ ине. Был ҡатын һәр һүҙен, һәр эшен «бисмилла»ны әйтеп башлар була. Бер ваҡыт ире: «Ҡатындар уларҙы оятлы иткән нәмәне эшләмәһендәр», – ти һәм ҡатынға аҡса янсығын ҡалдырып, һаҡларға ҡуша. Ләкин хәләл ефете уны бер урынға ҡуя ла, онота. Ире был аҡса янсығын үҙе табып ала ла, ундағы аҡсаны алып, йорттағы ҡойоға һала. Һуңынан ҡатындан янсыҡты талап итә. Ҡатын янсыҡты ҡуйғанда «бисмилла» тип әйткән була. Аллаһы Тәғәлә Жәбраилға тиҙ генә янсыҡты алып килеп урынына ҡуйырға әмер итә. Ҡатын ҡулын янсыҡты алырға тип һуҙа һәм уны ҡуйған урынынан табып ала.
Ире быға бик ғәжәпләнә һәм Аллаһыға тәүбә ҡыла.
Ибн Ғәббәстән килгән хәҙисте бәйғәмбәребеҙ: «Кем «бисмилла»ны әйтә, Аллаһы Тәғәлә уны 70 бәлә-ҡазанан һаҡлар» – тигән.
«Бисмилла»ны һәр кем йоҡлаған ваҡытында 20 мәртәбә уҡыһа, Хаҡ Тәғәлә ул бәндәне шул кистә шайтан зарарынан һәм кинәт үлеүҙән ҡотҡарыр, бәлә-ҡазаларын ул бәндәнән ебәрер.
Әгәр ҙә берәү «бисмилла»ны ихластан әйтһә, уның һүҙҙәренә ҡушылып, хатта тауҙар ҙа ҡабатлар, һеҙ быны ишетмәһәгеҙ ҙә.
Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм әйткән: «Әгәр берегеҙ ҡыйынлыҡҡа осраһа йәки уға бәлә-ҡаза килһә, «бисмилла»ны әйтһен, Аллаһы Тәғәлә уның бәләләрен ситләтер.
Ибн Мәсғүдтән хәҙис: «Кем «Бисмилләһир-рахмәнир-рахим» тип әйтһә, Аллаһы Тәғәлә уға 4000 сауап яҙыр һәм 4000 гонаһ-хатаһын ғәфү итер».
«Бисмилла»ны ниндәй ҙә булһа ауырыуға 50 мәртәбә йәки көн дә 100 тапҡыр уҡыһаң, Хаҡ Тәғәлә рөхсәте менән ауырыуға шифа булып сихәтләнер.
Әгәр ҙә берәү «Бисмилла»ны әйтһә, фәрештәләр уны «тамуҡтан һаҡла, ожмахҡа индер» тип доға ҡылыр.
Һәр төрлө афәттән, янғындан, үлемдән һаҡланыу өсөн ятыр алдынан 21 тапҡыр «Бисмилла» уҡылыр.
Яуызлыҡтың йөҙөнә ҡарап, 50 мәртәбә «Бисмилләһ-шәриф» уҡыл­һа, ул яуыздың күңеленә ҡурҡыу инер, уҡыусы иһә именлектә булыр.

Сығыу ваҡыты 12-03-2011, 19:02 | Ҡаранылар: 2705
|
  • Хоҙай барыһын да күрә
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • АЯТЕЛ-КӨРСИ
  • «ФАТИХА» СҮРӘҺЕ
  • Бар шифалар ҙа – Ҡөрьәндә
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM