НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Йоманы доғала үткәрегеҙ

Йоманы доғала үткәрегеҙ


Йоманы доғала үткәрегеҙМөхәммәт бәйғәмбәрҙең һүҙҙәренсә, ҡояш сығып торған көндәрҙең иң яҡшыһы – йома көн. Был көндө атабыҙ Әҙәм ғәләйһис-сәләм яратылып бар ителә, йәннәткә индерелә һәм был көндө сығарыла.
Биш ваҡыт намаҙ уҡыу, бер йома намаҙынан һуң икенсеһендә ҡатнашыу, Рамаҙан үткәндән һуң икенсе Рамаҙанда тағы ураҙа тотоу улар араһында эшләгән гонаһтарҙы – оло гонаһтарҙан башҡаларын – бөтәһен дә юйып ташлай, юҡҡа сығара.
«Ислам динен тотоп, Аллаһҡа доға менән мөрәжәғәт итеп торған бәндәгә йома көнөндә Аллаһы Тәғәлә тарафынан уның ҡоло, бәндәһе һорағанда һис сикһеҙ бирә торған мәле бар», – тигән бәйғәмбәр һәм, ҡулы менән киҫкен хәрәкәт яһап, был мәлдең бик ҡыҫҡа булыуын аңлат­ҡан.
Муса Әл-Әшғари әйтеп ҡалдырған хәҙискә ҡарағанда, Ғабдулла бин Ғүмәр унан: «Йома көнөнөң был ваҡыты тураһында атайың һөйләгәнде ишеткәнең булманымы?» – тип һорай. «Булды. Бәйғәмбәребеҙҙең: «Ул ваҡыт имам мөнбәргә ултырғандан башлап намаҙ тамамлан­ғансы үткән ара булыуы ихтимал», – тигән һүҙҙәрен ишеттем, тип һөйләгәне бар ине», – тигән ул.
Тимәк, был ваҡытта мосолмандың бөтә уйы үҙенең яратыусыһы, бар итеүсеһе тураһында булырға тейеш.
Бәйғәмбәребеҙ тағы ла әйткән: «Әгәр ҙә кеше тулыһынса ғөсөлләнеп, йома намаҙына алдан барып ултырһа, мәсеттә булған тәүге сәғәтендә ул Ҡорбанға дөйә салған әжерен алыр. Был көндө имам мөнбәргә сығыу менән бәндәләр­ҙең Аллаһты зекер итеүен тыңлау өсөн фәрештәләр килеп етер. Йома һеҙгә бирелгән көндәр­ҙең яҡшыларҙан яҡшыһы, был көндө минең өсөн дә доғаны йышыраҡ ҡылығыҙ. Һеҙҙең был доғаларығыҙ, һис шикһеҙ, миңә лә етеп торор». «Эй, Аллаһ илсеһе, беҙҙең теләктәребеҙ нисек итеп һиңә барып етер? Һин бит ул ваҡытта сереп тупраҡҡа әйләнгән буласаҡһың», – тигән сәхәбәләр. «Ҡөҙрәт һәм бөйөклөк эйәһе Аллаһ бәйғәмбәрҙәр тәнен ергә хәрәм итте», – тип яуаплаған бәйғәмбәр.
Тейешенсә ғөсөлләнеп пакланғандан һуң йома намаҙына килеп, тын ғына, тыныс ҡына имамды тыңлап торған кешенең ике йома араһында һәм унан һуң тағы ла өс көн дауамында ҡылған гонаһтары ярлыҡана, ә инде йома намаҙы ваҡытында ул аяҡ аҫтындағы таштарҙы барлап ултыр­һа, ул ваҡыт заяға үткәрелгән булыр.
Шуға ла Аллаһ: «Эй, иман килтергән бәндәләр! Йома көндө намаҙға саҡырылыу менән Аллаһты зекер итергә ашығығыҙ һәм алыш-биреште ҡалдырып тороғоҙ. Белгегеҙ килһә, был эш һеҙҙең өсөн хәйерлерәк. Намаҙ тамамланыу менән үҙ мәнфәғәттәрегеҙҙе үтәү һәм Аллаһтың рәхмәтен кәсеп итеү өсөн ер өҫтөнә таралығыҙ. Күңелегеҙ һәм телегеҙ менән Аллаһты бик йыш зекер итеп тороғоҙ. Шул ваҡытта ғына һеҙ, ихтимал донъяла ла, әхирәттә лә изгелек табырһығыҙ», – тигән.
Хәҙистәрҙә лә әйтелгәнсә, йәһүдтәргә – шәмбе, насраниҙарға – йәкшәмбе, мосолмандарға йома көн бүләк итеп бирелгән. Мосолмандарға был көндө игелек-изгелектәр яуып тора.
Йома унан алдағы кесе йома көндө ҡояш байыу менән башлана һәм йома көн ҡояш байыу менән тамамлана. Кесе йома төнө – изге. Шуға ла мосолман уны тулыһынса доғала үткәрергә тырыша.

Сығыу ваҡыты 29-01-2011, 14:47 | Ҡаранылар: 2365
|
  • Ураҙа – гонаһтарҙан ҡотолоу айы
  • Олотауҙа – оло аят
  • 2011/12 КХЛ миҙгеленең «Салауат Юлаев» командаһы ҡатнашлығында уйындар календары
  • Өйрәнәйек доғалар
  • Намаҙ – мосолмандың нуры
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM