RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Нимә ул ғибәҙәт?

16.03.2018 Нимә ул ғибәҙәт?

Нимә ул ғибәҙәт?
Күптәр ғибәҙәт төшөнсәһен дөрөҫ аңламай. Улар ғибәҙәт ҡылыуҙы мәсеттә йәиһә айырым бер көндәрҙә генә башҡарыла торған билдәле бер йола тип уйлай. Ҡайһы берәүҙәр ғибәҙәтте көнө буйы намаҙ уҡыу, йә мәсеттә ултырыу тип аңлай. Әммә был төшөнсә күпкә киңерәк мәғәнәгә эйә. Ул бөтә тормошобоҙҙо үҙ эсенә ала тип әйтһәк, яңылыш булмаҫ.

Ғибәҙәт тигәндә мәсеттә генә ултырыуҙы күҙ алдына килтерергә ярамай. Кеше хатта эштә ултырғанда ла, транспортта китеп барғанда ла, ғаиләһе янында булғанда ла ғибәҙәт ҡылырға мөмкин. Әммә теге йәки был эшең ғибәҙәт булып һаналһын өсөн ниәтең дөрөҫ булырға һәм был эшең дөрөҫ итеп башҡарылырға тейеш.
Дөрөҫ ниәтте нисек аңларға һуң? Һәр бер кеше нимәгә ынтыла, шуны ала. Шуға күрә беҙ тик Алланың ризалығына ынтылырға тейешбеҙ. Тимәк, теге йәки был эште эшләгәндә Алла өсөн тип ниәтләргә кәрәк. Ниәтте ҡысҡырып әйтергә кәрәкмәй. Ул йөрәктә була. Мәҫәлән, намаҙ уҡырға йыйындың, ти. Күңелең менән намаҙыңды Алла өсөн уҡырға кәрәклеген аңлайһың. Намаҙ­ға баҫырҙан алда ниндәй намаҙ уҡырға йыйыныуың билдәле булырға тейеш. Өйлә намаҙы ваҡыты етте икән, ти, өйләнең дүрт рәҡәғәт фарызын уҡырға тигән ниәт менән намаҙлығыңа баҫаһың. Уй­ламай-нитмәй автоматик рә­үештә дүрт рәҡәғәт уҡыу дөрөҫ булмай. Мотлаҡ күңелеңдә Аллаһы Тәғәлә өсөн уҡыйым тигән ниәт булырға тейеш. Аңың менән ниндәй намаҙҙы уҡырға тейешлегеңде аңлау ҙа зарур.
Ә башҡарған ғәмәлең дөрөҫ булһын өсөн нимә эшләргә? Ғәмәлең дөрөҫ булһын тиһәң, уны Алла ҡушҡанса эшләргә кәрәк. Уның ҡағиҙәләрен аша атлап сығырға ярамай. Мәҫәлән, Аллаһы Тәғәлә мотлаҡ рәүештә рамаҙан айында ураҙа тоторға ҡушҡан. Йәғни фарыз ураҙаны беҙ йә егерме туғыҙ, йә утыҙ көн тотабыҙ. Күберәк тә, әҙерәк тә түгел. Өс көн генә тотһам да бара ул, тигән ниәт дөрөҫ булмай. Икенсе миҫал итеп намаҙҙы алып ҡарайыҡ. Беҙгә көнөнә биш тапҡыр намаҙ уҡырға ҡушылған. Уны кәметергә ярамай. Артығы ла кәрәкмәй. Берәү ҙә, нишләп бишәү генә булырға тейеш, унау итеп уҡыһаң яҡшыраҡ бит тип, яңы ҡағиҙә уйлап сығара алмай. Үҙең өсөн көнөнә ун намаҙҙы фарыз итеү дөрөҫ булмай.
Шулай итеп, ниәтебеҙ дөрөҫ булғанда һәм Алла ҡушҡанса эшләгәндә генә теге йәки был ғәмәлебеҙ ғибәҙәт булып һаналасаҡ.
Алдан әйтеп үтеүебеҙсә, ғибәҙәт бик киң мәғәнәгә эйә. Ул намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу, зәҡәт түләү һәм хаж ҡылыу ғына түгел. Быларҙың барыһы ла – беҙгә фарыз ителгән ғибәҙәт төрҙәре. Уларҙан тыш та һәр беребеҙ көн һайын ғибәҙәт ҡылырға мөмкин. Ниәтең генә дөрөҫ булһын. Мәҫәлән, ир кеше көн дә эшкә бара. Уйлап ҡараһаң, был Әхирәткә бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы булмаған, донъяуи нәмә кеүек. Сөнки беҙ аҡса табыу өсөн эшләйбеҙ. Ә аҡса туранан-тура был донъя менән бәйләнгән тиһәк тә була. Әммә, ниәтең дөрөҫ булһа, көн дә барған эшең дә ғибәҙәт булып китергә мөмкин.
Билдәле булыуынса, Ал­лаһы Тәғәлә ҡатынын һәм балаларын ҡарауҙы ир-егеттәргә фарыз иткән. Ғөмүмән, ғаиләне матди яҡтан тәьмин итеү ир кешенең иңенә ята. Әгәр ҙә ир-егет шуны аңлап, көн дә эшенә Алла өсөн, Уның ҡушҡанын үтәр өсөн тигән ниәт менән барһа, көн дә башҡарған эше ғибәҙәткә әйләнә. Әлбиттә, ул эш хәләл булырға тейеш. Сөнки беҙгә Раббыбыҙ һәр төрлө хәрәмдән ары торорға ҡуша.
Ниәт дөрөҫ булғанда, бөтәбеҙ ҙә яратҡан рәхәтлектәр­ҙән дә сауап алырға мөмкин. Бөтәһе лә ашарға һәм йоҡлар­ға ярата. Ашау һәм йоҡлау беҙгә ни өсөн кәрәк? Әлбиттә, арып-талып киткәндән һуң көс туплау өсөн. Ашарға ултыр­ғанда ла, йоҡларға ятҡанда ла, Алланы иҫкә төшөрөп, “бисмиллә” тип әйтеү мотлаҡ. Ашап-эскәндә лә, йоҡларға ятыр алдынан да, артабан Аллаға яҡшыраҡ ғибәҙәт ҡылыу өсөн көс алам, тигән ниәт булырға тейеш. Бында, әлбиттә, сама тигән нәмәне оноторға ярамай һәм тыйыл­ғандан тыйылырға кәрәк. Ашағанда ла, йоҡлағанда ла сама белеү зарур. Көс туплау өсөн артығы кәрәкмәй. Көнө буйы йоҡлап ятыу йә һәр ваҡыт ашаныу бөтөнләй урын­һыҙ. Ашаған аҙығыңдың мотлаҡ хәләл булырға тейешлеге тураһында һүҙ ҙә юҡ.
Шулай итеп, “Лә иләһә илләл-лаһ” (Алланан башҡа ғибәҙәткә лайыҡ илаһ юҡ) һүҙҙәрен әйтеү, намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу, хаж ҡылыу һәм зәҡәт түләү генә ғибәҙәт була, тип уйлау дөрөҫ түгел. Бы­ларҙың барыһы ла – динебеҙҙе тотоп торған нигеҙ. Әммә дин тулы булһын өсөн нигеҙ генә етмәй бит. Беребеҙ ҙә нигеҙе генә булған, ҡалған ерҙәре төҙөлөп бөтмәгән өйҙө өй тип ҡабул итмәйәсәк. Ундай ерҙә йәшәүҙе лә күҙ алдына килтереп булмай. Ислам менән дә шулай уҡ. Бөтә динебеҙҙе уның нигеҙҙәренә генә ҡайтарып ҡал­дырыр­ға ярамай. Уның ҡалған өлөштәрен төрлө ғәмәл тәшкил итә.
Алла өсөн дөрөҫ итеп эш­ләй­һең икән, кешеләргә ҡамасаулап ятҡан ботаҡты юлдан алып ташлауың да – ғибәҙәт, кемдеңдер хәлен еңеләйтеп, йылы һүҙ әйтеүең, йылмайып ҡарауың да – ғибәҙәт. Хатта хәләл ефетеңә рәхмәт һүҙҙәрен әйтеү ҙә, ауыҙына үҙ ҡулдарың менән берәй аҙыҡ ҡаптырыу ҙа ғибәҙәт була. Ата-әсәгә ярҙам итеүҙән дә, туғандарҙы барып күреүҙән дә, дөрөҫ ниәт булғанда, сауап алаһың.
Хатта төрлө хис-тойғобоҙ ҙа ғибәҙәткә инә. Өмөттәребеҙ, ҡурҡыуыбыҙ, мөхәббәтебеҙ ҙә Аллаға бағышланырға тейеш. Сөнки бары тик Раббыбыҙ ғына беҙҙе төрлө бәлә-ҡазанан арындыра ала. Һау­лығыбыҙ ҙа, байлығыбыҙ ҙа тик Уның ғына ҡулында. Алланан ҡурҡыу беҙҙе төрлө ярамаған нәмәнән һәм ғәмәлдән һаҡлай. Тик Раббыбыҙҙы яратҡанда ғына, беҙ Уның ризалығына ынтыла, бар эштәребеҙҙе лә Уға ғына бағышлай аласаҡбыҙ.
Нимә генә эшләһәк тә шуны иҫтә тоторға кәрәк: Алла бар нәмәне күреп, ишетеп тора, әжер-сауаптарҙы ла Ул ғына бирә. Ниндәйҙер изге эште башҡалар күрһен, һине маҡтаһын өсөн эшләйһең икән, был инде ғибәҙәт булмай. Сөнки һин был осраҡта Алла ризалығын түгел, ә кешеләр­ҙең маҡтауын, һинең турала яҡшы уйлауын теләйһең. Һәр бер кеше ынтылған нәмәһен ала. Кешенән маҡтау һүҙҙәре ишетергә теләй икән, ишетәсәк. Шуның менән уның ҡыуанысы бөтәсәк. Алла ризалығына ынтыла икән, Алла уның менән риза буласаҡ, сауап­тарын бирәсәк һәм башҡаларҙың йөрәгендә лә ошо кешегә ҡарата һөйөү уятасаҡ.


Нәркәс АЛСЫНБАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?