НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Күрәҙәселәргә бармағыҙ!

Күрәҙәселәргә бармағыҙ!


Күрәҙәселәргә  бармағыҙ!
Хөрмәтле мосолмандар! Раббыбыҙҙың шәриғәте кешеләрҙең динен, йәнен, малын, намыҫын, аҡылын һаҡлар өсөн ебәрелгән. Шуға ошо биш әйбергә ҡаршы ҡылынған теге йә был ғәмәлде тыйған. Хәҙерге мосолмандар араһында кешеләр­ҙең динен дә, йәнен дә, малын да, намыҫын да, аҡылын да боҙоусы бер йәмһеҙ күренеш таралды. Ул – сихырсылыҡ, күрәҙәселек. Әмәлләүсе – ул ендәр менән әңгәмә ҡороп, уларҙан төрлө мәғлүмәт алыусы йә уларҙың үҙҙәренә төрлө эш ҡушыусы кеше. Әлбиттә, ендәр менән бындай «дуҫлыҡ» тик диндән тулыһынса йә өлөшләтә баш тартыу аша ғына мөмкин (Алла һаҡлаһын!). Был гонаһтың ни тиклем ҡурҡыныс булыуын, хатта диндән сығарыуын аңлатып үтмәксебеҙ.
Әүәл замандарҙа сихырсыларҙың бер ҡасан да һәм бер ҡайҙа ла яҡшы ҡабул ителмәүенә ҡарамаҫтан, бөгөн уларҙы рәсми рекламалай­ҙар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп кеше уларҙы ниндәйҙер файҙа килтереүсе изге йәндәр итеп күрә, ә уларҙың ләғнәт аҫтында булыуын белмәй. Беҙгә Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә сихырсылар һәм уларҙың әшәке эштәре тураһында күп нәмәне аңлатып биргән. Изге китабыбыҙҙа Раббыбыҙ үҙе еп төйнәп, сихыр ҡуйыусы ҡатындарҙан һаҡланыу юлын өйрәткән.
«Әйт: «Таң Раббыһына һыйынам, Ул барлыҡҡа килтергәндең яуызлығынан, ҡараңғылыҡтың ҡаплаған ваҡытындағы яуызлыҡтан, төйөндәргә өрөүсе ҡатындарҙың яуызлығынан, хөсөттөң хөсөтләшкән ваҡытындағы яуызлыҡтан!» («Таң» сүрәһе, 113).
Бер хәҙистә бәйғәмбәребеҙ: «Ете һәләк итеүсе гонаһтан һаҡ булығыҙ: Аллаға тиңдәш ҡушыу­ҙан, сихырсылыҡтан, Алла тыйған гонаһ – хаҡһыҙға кеше үлтереүҙән, рибә ашауҙан, етемдең малын ашауҙан, һуғыш ваҡытында яу яланынан ҡасыуҙан, иманлы һәм гонаһ тураһында хатта уйламаған таҙа ҡатындарҙы зинала ғәйепләүҙән», – тип әйткән.
Тимәк, теге йә был юл менән ҡатын йә ир сихыр ҡуйып маташа икән, ул ислам динендәге иң ҙур гонаһтарҙың береһен ҡыла. Шуны әйтеп үтәйек: сихырлаған әшәке бәндәнең: «Хәҙер беҙ һинең иреңдең (ҡатыныңдың) кәрәген бирәбеҙ!» – тип тура әйтмәүе лә бар. Иғтибар итһәгеҙ, рекламаларҙағы сихырсылар мөләйем, яулыҡ ябынған, аҡыллы ҡарашлы ҡатындар булып күренә, ләкин ысынбарлыҡта улар – Аллаһы Тәғәләнән иң алыҫ торған иманһыҙ әҙәмдәрҙең бер төрҙәре. Улар ошо донъяла кешеләргә зарар килтереп аҡса эшләү өсөн Иблискә һәм уның шайтандарына һатылған. Сихырсылар ни тиклем тырышһа ла, был донъяла уңышлы була алмайҙар. Сөнки улар донъя малы йыйыу өсөн урлашыу, рибә, фәхишәлектән дә ҡурҡынысыраҡ юлды һайлаған. Ер йөҙөндә сихырсылыҡҡа өйрәнгән иң беренсе кешеләр тураһында Аллаһы Тәғәлә, уларҙың әхирәттә бер ниндәй ҙә өлөшө булмаясаҡ, тигән. Күрәҙәселәргә барыуҙы тыйған ошо хәҙискә иғтибар итәйек: «Кем киләсәкте һөйләүсе йә күрәҙәсе кешегә барып, уларҙың һөйләгәндәренә ышана, шул Мөхәммәткә индерелгән нәмәгә ҡарата кафыр булыр!» Кемдер, бәлки: «Мин күрәҙәсегә былай ғына инеп сыҡтым, уның әйткәндәренә ышанманым», – тип әйтер. Ләкин бәйғәмбәребеҙ (ﷺ) был турала ла беҙгә әйтеп ҡалдырған: «Кем күрәҙәсегә барып, уға ниндәйҙер һорау бирә, шуның намаҙы ҡырҡ көн буйы ҡабул ителмәҫ!» (Мөслим хәҙис йыйынтыҡтарынан).
Ә кем дә кем белемһеҙлеге арҡаһында быны эшләп өлгөргән икән, Аллаһы Тәғәләгә тәүбә ҡылып, Унан ярлыҡау һораһын. Әлхәмдүлилла, Раббыбыҙ тәүбә итеүсенең тәүбәһен һәр ваҡыт ҡабул итергә әҙер. Барыбыҙға ла был донъяла гонаһтарҙан ары тороп, теге донъяға ысын мосолман булып күсергә яҙһын!

Ишморат хәҙрәт Хәйбуллин әҙерләне.

Сығыу ваҡыты 9-02-2018, 09:52 | Ҡаранылар: 395
|
  • Алла – тәрбиәсе һәм уҡытыусы
  • Рамаҙан – бар айҙарҙың солтаны
  • Уҡырға йыбанмағыҙ, милләттәштәр!
  • Күрәҙәсегә барып, гонаһ алмағыҙ
  • Гонаһтарығыҙҙан тәүбә итегеҙ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)



  • Радио Юлдаш FM