НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Мәрхүмдәргә хөрмәт – саҙаҡа биреп, доға уҡыу

Мәрхүмдәргә хөрмәт – саҙаҡа биреп, доға уҡыу


Мәрхүмдәргә  хөрмәт – саҙаҡа биреп, доға уҡыуЙыл һайын йәйгеһен тыуған яҡтарға ҡайтҡанда ауылым зыяратына инеп, яҡындарымдың ҡәберҙәрен таҙартып, рәшәткәләрен буяп китәм. Емерелеп бөткән, яҙыуҙары уңған, ағас баҫҡан ҡәберҙәр бар. Урыҫ зыяраттарында таҙа, ҡәберҙәр тәртиптә. Ислам динендә ҡәберҙәргә зыярат ҡылыу хупланмай­ҙыр ҙа, бәлки. Ләкин емерек ҡәберҙәр йәмһеҙ күренеш бит. Беҙҙә, аят уҡыт­һаҡ, мәрхүмдең рухын шатландырып, иҫкә алыу шул булыр, тиҙәр. Хәҙер ҡайһы бер муллалар, табын йыйып, аят уҡытып ултырмағыҙ, тип тә әйтә. Кемдәргә ышанырға инде?
Г. КӘРИМОВА.
Сорғот ҡалаһы.

Әруахтарҙы иҫкә алыу, ҡәберҙәренә зыярат ҡылыу – мосолман өсөн маҡтаулы эш. Вафат булыусының туғандары уны иҫкә алыу табыны йыйырға тейеш.
Шәриғәт өйрәтеүенсә, аш әҙерләп, дин әһелдәре, күршеләр, дуҫ-иштәр, ҡәрҙәштәр саҡырыла. Мулла Ҡөрьән уҡырға бурыслы. Иҫкә алыу мәжлесендә саҙаҡа өләшеү шарт булыр. Тауыш сығарыу, юҡ-бар ғәйбәт һөйләү, мәрхүмдең яман ғәҙәттәрен иҫкә алыу тыйыла. Сөнки бындай һүҙҙәр әруахтың рухын бысрата, сауапты кәметә.
Мәрхүмдең өсөн, етеһен, ҡырҡын, йылын үткәреү сөннәт һанала. Быларҙан тыш, йыл һайын йыйылып, уны иҫкә алыу кисәһен билдәләп үтеү ҙә – маҡтаулы ғәмәл. Вафат булған бәндәнең йәне тәненән айырылғандан һуң үҙенең шул хәленә тиҙ генә өйрәнеп китә алмай, башҡа рухтар уны үҙҙәре эргәһенә тиҙ генә ҡабул итмәҫ. Шуға күрә уны йыуатыу өсөн Ҡөрьән бағышлатыу, саҙаҡа биреү сауаплы. Тәндән айы­рылған йән ер йөҙөнә бағып торор, әҙәмдең яҡшы эштәрен күреп һөйөнөр, насарлыҡтарына көйөнөр, тип әйтәләр. Бары тик уны Ҡөрьән аяттары һәм саҙаҡа ғына тынысландырыр. Әммә хәйерҙе теләһә кемгә биреү дөрөҫ түгел. Диндар кешеләргә, етемдәргә, мохтаждарға ғына биреү сауаплы булыр.
Мосолмандарҙың изге эштәренең береһе – ҡәберҙәрҙе зыярат ҡылыу, улар­ҙы таҙа тотоу. Улар өҫтөнә баҫырға, ғибәҙәт ҡылырға ярамай. Әруахтарҙың мәңгелек йорто булған урындарға йорт һалған әҙәмдәр бәхетһеҙлеккә дусар булыр, иманһыҙ һаналыр. Ҡәберлеккә тәһәрәтләнеп, намаҙ уҡып инергә кәрәк. Ике рәҡәғәттең һәр береһендә «Фатиха» сүрәһе, унан һуң «Аятел-Көрси», өс мәртәбә «Ихлас» сүрәһе уҡыла һәм доғаның сауабы әруах рухына бағышлана.
Зыяратҡа инеп, ҡәбер эргәһенә килгәс: «Үәғәләйкүм-әссәләмү-йәһләд-дийәрминәл-мөслиминә, вәлмөэминә рәхмә Аллаһү тағәләл-мөстәһ-диминә минкүм вәлмөстәхәйринә миннәәтүм линасәләфүн үә нәхнү ләкүм тәбәғүн үә әнна ин шаллаһу бикүм лихикүнә нәсьәлү Аллаһы Тағәләна үә ләкүмүл – ғафийәтә», – тип уҡырға кәрәк.
Мәғәнәһе: «Мосолмандарҙан сәләм булһын. Мәңгелек йортҡа һеҙҙән һуңғылар булып килгән беҙгә лә Аллаһы Тәғәлә рәхмәт ҡылһын. Унан һеҙҙең өсөн дә, үҙебеҙ өсөн дә тыныслыҡ һорайбыҙ».
Был доғаны уҡығас, мосолман ҡәбер янына килеп, мәрхүмдең йөҙөнә ҡаршы ултырыр һәм «Йәсин» сүрәһен уҡыр. Зыярат ҡылған кешеләрҙең доға-аяттары әруахтарға еңеллек килтереп, һеҙгә сауап булып килеп ирешер. Ҡәберҙәр эргәһенән үткәндә «Ихлас» сүрәһен ун бер мәртәбә уҡып үтегеҙ.
Вафат булыусының насар ғәҙәттәрен иҫегеҙгә төшөрөп, хәтер яңыртмағыҙ. Ул әруахтарға ҡылған доғаның сауабын кәметер.

Сығыу ваҡыты 8-12-2017, 07:30 | Ҡаранылар: 178
|
  • Ҡәҙер кисенең сауабын алырға яҙһын!
  • “Йәсин” cүрәһе – Ҡөрьәндең йөрәге
  • Мәрхүмдәр доғаға мохтаж
  • Вафат булғандарҙы иҫкә алыу
  • Хәҙис-шәрифтәр
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Тормоштоң төрлө мәле була”
  • “Бәйләнештә булайыҡ”
  • Балағыҙҙы артыҡ ҡурсаламағыҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (26.01.2018)
  • Азалия МЫРҘАҒӘЛИНА
  • Йондоҙнамә (29 ғинуар – 4 февраль)
  • БАЛУ (хикәйә)
  • Телебеҙ йәшәһен, үҫһен!
  • Ғаилә йылының эмблемаһы билдәле булд
  • Ер менән күк араһында



  • Радио Юлдаш FM