RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һәр ваҡыт доғала булайыҡ

04.12.2017 Һәр ваҡыт доғала булайыҡ

Һәр ваҡыт доғала булайыҡ Һуңғы ваҡытта интернетта ла, былай осорашҡанда ла шундай һүҙҙәргә иғтибар итә башланым: “исламға ҡарата мөнәсәбәтем ыңғай”, “динле кешене ихтирам итәм”, “Ҡөрьәнде матур көй менән уҡыһалар, күңелемә рәхәт”, “мәсеткә инеп, хәйер бирһәм, тынысланам”, “аҙан тауышын яратам”, “әбей-бабам мулла булған, хажға барған” һ.б. Хатта мәғрифәтле, белемле, уҡымышлы ҡайһы берәүҙәр дин терминдарын ҡулланып, матур-матур шиғырҙар ҙа яҙа. Доға итеп яҙылған шиғырҙар осрай (доғаны шиғырға һалмаҫҡа ҡушҡан бәйғәмбәребеҙ). Һөй­ләшеп китһәң, был кешеләр­ҙең дини ғәмәлдәрҙе үтәмәгәне асыҡлана. Был күренешкә, үҙемсә, бер һығымта яһаным: улар­ҙың күңел төбөндә ата-бабанан бирелеп килгән ислам диненең генетик коды ята, ләкин донъя эштәрен өҫтөн күреп, үҙҙәрен уратып алғандарҙың кире ҡарашынан ҡурҡып (тәкәбберләнеп тә), бигерәк тә ғәүрәтте ҡаплап йөрөүҙән ҡурҡып, дин тоторға ашыҡмайҙар. Ниндәй генә эште яҡшы башҡарайым тиһәң, ғилем кәрәк. Дин ул телдән-телгә күсеп килгән бер төшөнсә генә түгел, бында ла уның ғилемен белеү мотлаҡ. Был турала уҡымай ғына, ныҡлап тикшеренеп төбөнә төшмәһәк , беҙ, совет осоронда һәм аҙаҡ уның шауҡымында аңы тарҡалған әҙәмдәр, тиҙ генә дингә ылығып китә алмайбыҙ. Үҙем дә шул этаптар­ҙы үткәс, был хәлде аңлайым.
Бер шулай интернеттағы “дуҫым” менән әңгәмәләшеп киткәс, шиғыр-доғаларын миңә ебәрҙе. Гел генә Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт иткән, бөтә бәлә-ҡазаһы тураһында ла яҙған. Күп кенә һорауына яуап бирергә тырыштым. Аҙаҡ килеп үҙенең икенсе диндә булыуын асып һалды. Аптыраным. Исем-шәрифтәре беҙҙең халыҡтан булғас, күңелгә ауыр булды. Маҡсатым башҡа диндәрҙе ғәйепләү түгел.“Үҙем аңлап, теләп, ошо дингә күстем”, – ти был. Йәл. Хәҙерге заман ғалимдары: “Икенсе дингә күскән кешенең башта ғына донъялағы тормошо яҡшылана, ә һуңға табан элеккенән дә насар хәлдәр килеп сыға”, – ти. Әле был ҡатын фажиғәле хәлдәр арҡаһында яҡындарын юғалтҡан, үҙенең дә нәҫел ҡалдыра алмаҫлыҡ бәхет­һеҙ ваҡыты, артабан ни булыр? Алла һаҡлаһын. Тағы уның бер яғы асылды. Магияға ышана. Был инде хатта уның тотҡан динендә лә хупланмай. Ширк – иң ҙур гонаһ. Әгәр быны уҡыһаң, “дуҫҡайым”, үпкәләмә, аңларға тырыш, үҙ динебеҙҙе үҙләштер, кире нәмәләрҙе үҙеңә тартыуҙы туҡтатырға тырыш. Аллаһы Тәғәлә: “Һеҙгә ирешкән бәлә-ҡазалар үә ҡайғылар үҙегеҙҙең гонаһтарығыҙ сәбәпле”, – тигән бит. Бер автор шиғырында: “Намаҙ уҡымаһам да, минең күңелем яҡшы, Аллаһы Тәғәлә шуны бир, быны бир...” – тигәс, мин: “Намаҙ уҡымағас , доға уҡымағас, Аллаһы Тәғәлә ишетерме икән һуң? “Бир-бир...” генә түгел, Әхирәтте лә уйларға, атай-әсәйеңә үҙең (хәйер биреп кенә түгел) доға ҡылырға кәрәк. Әруахтарға бигерәк тә үҙ балаһы уҡыған доғаларҙы Аллаһы Тәғәлә ҡабул итә, ти бит дин ғалимдары. Алланың берлегенә ышанаһың икән, Уның китабы Ҡөрьәндә мосолманға ҡушылған намаҙ, ураҙа, зәҡәт, хаж (мөмкинлек булһа) ғәмәлдәрен дә үтәргә кәрәктер бит?» – тинем.
Тағы бер хәл. Бер ҡатын шахтала ирен юғалтып, ҡайғылы сағында бөтә аҡсаһын, ҡиммәтле нәмәләрен урлатып, эсергә, тартырға өйрәнеп, асарбаҡ хәлендә ҡайтып инде. “Һиңә хәҙер бер юл – дин юлы, шунда ғына кеше булып китерһең”, – тигәнемә ул: “Апай, миңә бит 50 генә, эскем дә, тартҡым да килә әле, яулыҡ та миңә килешмәй...” – тип яуап­ланы. Мин: “Эс, тарт, яулыҡ ябынма, ләкин үҙ динеңде яйлап өйрән, әлегә намаҙ доғаларын ятла, аңыңа килеп еткәс, кәрәге булыр. Ләкин һуң булыр, олоғай­ғас ятлап булмай ул”, – тинем. Шулай итеп күндерҙем. Уны йәлләп, мәсеттәге бер нисә дәрескә алып барып, көтөп, үҙем дә дәрестә ултырып, алып ҡайттым. Үҙ алдына тағын бер нисә тапҡыр мәсеткә барҙы ла ташланы. Һуңынан миңә, мине сихыр­лағанһың (ысын итеп, ышанып әйтә), эскем дә, тартҡым да килмәй, ти. Шунан һуң был ҡатын насар ғәҙәттәренә ҡабат ҡайтманы. Ләкин мине ғәйепле итеп ҡалдырҙы. Үпкәм юҡ... Яңыраҡ күршеһе, минең намаҙ өйрәтеүемде һораны, тине... Аллаһы Тәғәлә: “Миңә табан һеҙ бер аҙым атлаһағыҙ, мин һеҙгә ҡаршы ун аҙым атлармын”, – тип әйткән бит. Был хәл – ошо һүҙҙәргә дәлил. Иман инһә, кеше үҙе теләп насар ғәҙәттәрен ташлай, яулығын да ябына. Унан ары, диндә яулыҡ ябыныу беренсе урында ла түгел (яулыҡһыҙ намаҙың, тәүәфең ҡабул булмай). Баланан ҡалған ҡатындар­ға сәсе башҡаларға күренһә лә гонаһ юҡ (Ҡөрьән 24:60). Ололарға – әҙәп өсөн , йәштәргә үҙҙәренең сәләмәтлеген һаҡлар өсөн яулыҡ ябынырға кәрәк.
Дингә килмәүегеҙҙе, эшләйбеҙ, бала ҡарайбыҙ, тип аҡлар­һығыҙ. Беҙҙең тормоштағы етеш­һеҙлектәребеҙ динһеҙлегебеҙҙән килә. Аллаға таянһаҡ, шөкөр итә белер инек, үпкәләү, көнсөллөк, ярһыу, асыу тотоу кеүек сифаттарҙан азат булып, ирҙе ир итеп, ҡатынды ҡатын итеп йәшәһәк, тормошобоҙ күпкә яҡшыраҡ булыр ине.
Ҡунаҡтарҙа әлегә әҙерәк төшөрөргә мәжбүр булһағыҙ ҙа, яулыҡ ябынмаһағыҙ ҙа һәм башҡа дин өнәмәгән ғәҙәттәрегеҙ булһа ла, йәш саҡта үҙ динегеҙҙе өйрәнегеҙ, намаҙҙа уҡый торған сүрәләрҙе ятлап йөрөгөҙ. Олоғайғас, хәтер ҙә ҡартая. Әле яңы ғына 79 йәшлек ханым: “Намаҙҙың бөтә доғаһын да беләм, ләкин намаҙ уҡымайым, ваҡыты етмәгәндер”, – тип әйткәс, аптырап киттем. Әстәғәфирулла, ваҡыты үткәндер ул? Ваҡыт түгел, ә ни бары арала шайтан тора.

Зәйтүнә КҮҪӘПОВА.
Салауат ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?