НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Йөйәктә лә мәсет буласаҡ

Йөйәктә лә мәсет буласаҡ


Йөйәктә лә  мәсет буласаҡ
Белорет районының Йөйәк ауылынан Рәхимйән Ғәләүетдинов хаҡлы ялға сыҡҡас намаҙға баҫҡан. 39 йыл тимер юлында эшләгән уҙамандың фиҙакәр хеҙмәте бихисап Маҡтау грамотаһы менән баһаланған. Өфө тимер юлы вокзалында ла маҡтаулы тимер юлсының фотоһүрәте Почет таҡтаһында эленеп тора.

«Ғүмерем эш менән үткән, иртәрәк намаҙға баҫырға кәрәк булған. Күңелемдә һәр саҡ дингә инаныу, иман йәшәне. Эшкә йөрөгәндә лә һәр саҡ «Әл-Фатиха», «Аятел-Көрси», «Ихлас» сүрәләрен уҡып, үҙемсә ниәт ҡылып йөрөй торғайным. Хаҡлы ялға сыҡҡас, дин тәғлимәтен ныҡлап өйрәнә башланым. Рәсәй ислам университетының курс­тарында ла уҡыйым. Күңел һәр саҡ иманға тартылды. Атай беҙҙең нәҫелде, мөфтөй аралары, ти торғайны», – ти ул иманға килеүе хаҡында. Ул динебеҙ ғәмәлдәрен ауыл аҡһаҡалы Исламетдин Хәлиловтан да өйрәнә. Дин эштәрен башҡара башлағас, меңдән ашыу кеше йәшәгән ауылда мәсет булмауы уның күңеленә тынғы бирмәй. Аҡһаҡалдар менән һөйләшеп, йыйылыш йыйып, мәхәллә булдырырға, иман йорто төҙөү өсөн халыҡтан аҡса йыйырға, бағыусылар табырға ҡарар итәләр. Йөйәк ауыл хакимиәте башлығы Шәүкәт Салауатов уларҙың тәҡдимен хуплай һәм ярҙам итергә вәғәҙә бирә. Ауыл халҡынан, ярҙам итергә теләк белдергән ситтә йәшәүсе ауылдаштарынан йөҙ мең һумдан ашыу аҡса йыйыла. Шуға бурса быстырып алалар. Урман хужалығы директоры урынбаҫары Мансур Сәйғәфәровтың был эштә өлөшө ҙур була: таҡта менән дә ярҙам итә, үҙенең техникаһы менән барлыҡ төҙөлөш материалдарын килтереп бушата. Нигеҙ өсөн 50 тоҡ цементты Асы егете, эшҡыуар Радик Нур­мөхәмәтов бирә. Айрат Ҡәйүмов өҫтәп, күп материал килтерттерә. Нигеҙ ҡороу эшен Ғәзиз Сә­лимйәнов, Фәнил Шаһи­солтанов, Фәнил Мөхәр­ләмов, Әсҡәт менән Ришат Ғәләүетдиновтар тиҙ арала атҡарып ҡуя. Хатта, оло йәштә булыуына ҡарамай, 80 йәшлек Абдулла Миһранов та улар­ға ярҙамлашып йөрөй. Мәсеттең стеналарын күтәргәндә Радим Са­лауатов үҙенең техникаһын алып килеп, төҙөүселәргә эште еңеләйтә, урмандан балка өсөн ағас сығарып бирә. Иман йорто төҙөү – үтә лә сауаплы эш. Йөйәктәр ҙә быны аңлап, изге эшкә дәррәү ҡушыла. Төҙөлөш эшендә Фәнил, Урал, Әмир Мөхәр­ләмовтар, Хәлфит Сәй­ғәфәров, Вәхит Баһауетдинов, Илнур Ус­манов, Әнүәр, Илмир Закировтар, Сәлимйән Әбдрә­хи­мов, Ринат һиҙиәтов ҙур ярҙам итә. Пенсионерҙар Әх­мәтйән Исхаҡов менән Вәкил Усманов төҙөлөш башланғандан алып аҙағына тиклем ҡатнаша. Салауат Зәйнә­ғәбдинов үҙенең машинаһы менән төҙөлөш материалдары ташый. Улдары, оҫта ҡуллы егеттәр Илдар һәм Илнур менән мәсеттең манараһын да эшләп ҡуялар. Бурсанан 75 квадрат метр майҙанлы бик күркәм ғибәҙәт йорто ҡалҡып сыға. Эш ауыл старостаһы Ринат Шәйбәков ойошторған иртәнге кәңәшмәнән тыш башланмай. Ул үҙе лә эштең уртаһында ҡайнай. Ә Фәрит Сәхәүет­динов бөтөн финанс эштәрен алып бара. Иман йортона профнастил алыуҙа Булат Юла­манов, Нур Шаһисолтанов бағыу­сылыҡ ярҙамы күрһәткән, Альберт Сәфәр­ғәлин евротәҙрәләр вәғәҙә иткән. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигәндәй, ҡыҫҡа ваҡытта йөйәктәр иман йортон шулай төҙөп тә ҡуйған. Тәҙрәләр ҡуйылып, мейес сыға­рылһа, бина тиҙҙән сафҡа инәсәк. Уны киләһе йылда ауылда үтәсәк Шәжәрә байрамында тантаналы асырға ниәтләйҙәр.

З. ЙӘҺҮҘИНА.

Йөйәктә лә  мәсет буласаҡ

Сығыу ваҡыты 5-10-2017, 13:15 | Ҡаранылар: 150
|
  • Килдеғолдар изге Рамаҙан айында мәсет төҙөй башланы
  • Һәр кемде иманға саҡырып торһон
  • Өфөлә яңы мәсеткә нигеҙ ташы һалынды
  • Бер айҙа – яңы мәсет!
  • Фәнилдең тормошҡа ашҡан хыялы
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM