НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Тәжрибәм кемгәлер үрнәк булһын

Тәжрибәм кемгәлер үрнәк булһын


Тәжрибәм кемгәлер үрнәк булһынМөбәрәк Рамаҙан айы бара. Мосолман халҡына был айҙың йәненә, тәненә, күңеленә ыңғай йоғонтоһо барлығын һөйләп тораһы ла түгел. Ураҙа тотоп, йәмәғәт менән тәрәүих намаҙҙарына мәсеткә йөрөү, бергәләп ауыҙ асыуҙың һәр көнө байрам кеүек. Тәрәүих намаҙы ваҡытында күп файҙалы вәғәз тыңлап, йән аҙығы алаһың...
Хәҙер күп кеше дингә ынтыла. Ураҙаны йәштәр араһында тотҡандар ҙа бар. Ләкин әлегә бик аҙ тип уйлайым. Мәҫәлән, былтыр яңы мәсеткә тәрәүих намаҙына ирҙәрҙән иң күбе 20 – 30, ҡатындарҙын 10 – 15 кеше йөрөнө. Дингә юл асылды, мәсет ҙур, ләкин иман йорто буш тора тип әйтергә лә була (ғәйет көндәренән башҡа).
Беҙгә, Советтар Союзы ваҡытында тәрбиәләнгәндәргә, дингә ҡайтыуы бик еңел түгел шул. Үҙем дә бик оҙон юлдар менән дингә килдем. Ураҙаға ла шулай уҡ интегеп кенә күстем. Теләк бар, ә ниҙер артҡа тарта...
Башта ураҙаны айҙың тәүге өс көнөндә һәм аҙаҡҡы өс көнөндә генә тоттом. Шулай ҙа ярай ул, тип аңлатҡайнылар. Ауырыған кешегә тотоу фарыз түгел, тип тә күңелде йыуаттылар.
Мин дә, ашҡаҙан ауырта, тота алмайым, тип аҡландым. Ысынлап та, ашамаһаң, төш ваҡыты етһә, ашҡаҙан яна башлай, үт сыға ла, йөҙ һарғайып китә, күңел булмай торғайны. Бер көндө шулай намаҙ ваҡытында башыма шундай уй килде: әгәр төш ваҡытында йоҡлап алһам, нисек булыр икән? Шулай эшләгәйнем, ураҙаны еңел үткәрә башланым. Һиҙелмәй ҙә. Минең фекеремсә, ятып ауырымаған кешегә ураҙа фарыздыр. Ауы­рымаған кеше бик һирәк бит ул. Тота алмаһаң, йә фиҙиә саҙаҡаһы бирәһең, йә ҡыштың ҡыҫҡа көндәренә күсерәһең.
Тағы шуныһы, сырхайбыҙ тип тормай, баҡсала гөрләтеп эшләйбеҙ, урмандар, тауҙар буйлап еләк-емешкә, бәшмәккә йөрөйбөҙ, ә бына төшкө ашты ғына ҡалдырырға ҡурҡабыҙ. Таяҡ ике башлы.
Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары шул ураҙа тотмағандан, дөрөҫ туҡланмағандан, организмды таҙартып, ял иттермәгәндән килеп сыға ла инде.
Был хатты яҙыуымдың сәбәбе: бәлки, тәжрибәм берәйһенә ураҙа тота башларға үрнәк булыр.

Зәйтүнә КӨҪӘПОВА.
Салауат ҡалаһы.

Сығыу ваҡыты 11-06-2017, 09:00 | Ҡаранылар: 286
|
  • Рамаҙанды ураҙа, изгелек эшләүебеҙ менән биҙәйек!
  • Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын
  • Рамаҙан – бар айҙарҙың солтаны
  • Рамаҙан айы сауаплы ғәмәлдәр менән үтһен!
  • Ураҙа тотаһыңмы?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM