НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Хажға барырға теләһәң…

Хажға барырға теләһәң…


Хажға барырға теләһәң…Башҡортостан мосолмандары диниә назаратында хаж бүлеге ойошторолдо. Мо­солмандар өсөн фарыз ғәмәлде үтәргә теләүселәр Сәғүд Ғәрәбстанына “Урал-сервис” фирмаһы аша бара ала. Улар ошоғаса хажға “Мөслим тур”, “Хадж фонд”, “ЦДУМ РТ хадж” фирмалары аша йөрөй ине. “Хаж” буйынса берҙәм операторҙы һайлау ойоштороу эштәрен еңеләйтә. Башҡортостан мосолмандары диниә назараты хаж ҡылыусы менән уны ойоштороусы араһында гарант булып тора”, – ти хажға барыуҙы ойоштороусыларҙың береһе Илшат Хафизов. Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тыуған иленә изге ғәмәлде үтәргә барыусыларға “эконом” һәм “стандарт” программалары тәҡдим ителә. Уларҙың тәүгеһендә Өфөнән тура Дубайға осоу һәм ике көн автобуста барыу ҡарал­ған. Хаҡы – 105 мең һум. Икенсеһе – самолет менән тура осоу, бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Хаҡы – 150 мең һум. Сәфәр ҡылыусыларҙы табип оҙатып йөрөй. “Урал-сервис” аша хаж ҡылырға теләүселәр урындағы имамдарға ғариза менән мөрәжәғәт итә ала. Быйыл хажға барыуға Рәсәйгә 20 мең мосолман­ға квота бүленгән. Алланың әмерен үтәүселәргә назаратта дәрестәр ҙә биреләсәк.
“Раббыбыҙ һәр мосолманға хәленән килгәнсә хаж ҡылыуҙы әмер иткән. Әҙәм балаһының ҡәлебе – хажда. Сәғүд Ғәрәбстанында саңлы, түҙеп торғоһоҙ эҫе. Ләкин барыбер кеше шунда ҡабат-ҡабат барырға атлығып тора. Хажы ҡабул булған кеше сабый балалай гонаһһыҙ ҡайта. Хажға күберәк ололар йөрөй. Хатта 90 йәшлек ҡарттар ҙа бар. Йәштәрҙе лә был ғәмәлде үтәргә саҡырам. Хажға ышаныслы ойошмалар аша барыр­ға кәрәк”, – ти Илшат хажи Хафизов.

Сығыу ваҡыты 8-04-2017, 11:59 | Ҡаранылар: 192
|
  • Хаж ҡылырға саҡырабыҙ
  • Хәрәм бәрәкәт килтермәҫ
  • Беренсе мөфтөй – атйетәрҙәрҙеңғорурлығы
  • Мөһим йәмәғәт институты
  • «Иң изге теләктәр менән!»
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM