НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Аллаһы Тәғәләнең араҡы эсеүселәргә язаһы

Аллаһы Тәғәләнең араҡы эсеүселәргә язаһы


Аллаһы Тәғәләнең  араҡы  эсеүселәргә язаһыХәмер тигән һүҙҙе ғәрәпсәнән башҡортсаға әйләндер­һәк, «ағыу» тигән мәғәнәне аңлата. Уға бар төрлө иҫерткес эсемлектәр инә.

Беҙҙең халыҡ, шашып, «культурно» эсәбеҙ, беҙ алкаш түгел тип, араҡы эсеүен туҡтатмай. Нисек инде эсмәйенсә тыуған көн, юбилей, туй үткәрәһең? Иҫерткес эсемлектәр менән мауығыусыларҙы ниндәй ҡурҡыныс һәм ҡаты яза көтә, әйҙәгеҙ, динебеҙҙә шул хаҡта яҙылғандарҙы бәйән итәйек.
Бер риүәйәттә Ғабдулла бин Ғүмәр әйткән: «Ҡиәмәт көнөндә араҡы эсеүсене килтерер­ҙәр. Уның йөҙө ҡара, ике күҙе зәңгәр, теле аҫылынып төшкән, күкрәгенә һеләгәйе шаптырлап ағып торған хәлдә килер. Уны күргән бөтә кеше уның һаҫыҡ еҫенән ерәнер. Хәмер эсеүселәргә сәләм бирмәгеҙ, шулай уҡ улар­ға сәләмдәрен кире ҡайтармағыҙ. Әгәр эсеп үлһәләр, уларға йыназа намаҙы ла уҡымағыҙ».
Был һүҙҙәрҙе нисек аңларға? Беҙ араҡы эсеп йөрөгән кешеләргә сәләм бирһәк, улар­ҙы хуплаған һымаҡ килеп сығабыҙ һәм улар­ҙың дуҫына әүереләбеҙ. Шуға ла һаулыҡ биреү һәм улар менән ҡатнашыу тыйыла. Йыназа намаҙына килһәк, уның улар өсөн ҡабул булыуы икеле, сөнки эсеп үлгән кеше иманлы булмаҫ.
Әгәр берәй кеше, араҡы эсергә ярай, тип әйтһә (был һүҙҙән Аллаһы Тәғәлә һаҡлаһын), ул кешенең урыны тамуҡта, сөнки был әҙәм Ҡөрьән аяттарына ҡаршы килде һәм кафырға әйләнде – мәңге тамуҡ утына дусар булды.
Әхирәттәге хәмер әлеге был донъялағы ағыу түгел, ул кешене алйытмай һәм иҫертмәй. Был донъя­лағы хәмер кешене бар боҙоҡлоҡҡа килтерә: кеше алйый, теле асыла, бар ғәйбәтен, бар күңелен сығарып, икенсе кешенән үс ала, иҫерек хәлдә зина ҡыла, кеше үлтерә, боҙоҡлоҡтар ҡыла, шулай уҡ ауырыу һатып ала. «Эсмәгән ир – бахыр, эскән ир – батыр» тигән әйтем бар. Ирҙәр, араҡыға алданып, меҫкенгә әйләнде, шуға ла ҡатын-ҡыҙ донъя тотҡаһы булып китте.
Бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм хәбәр итте: «Дөрөҫлөктә һәр иҫерткес, йәғни ҡайнатыл­ған йәки ҡайнатылмаған булһа ла, хәрәмдер».
Ҡайһы бер әҙәмдәр, таҙа тип, көмөшкә эсә. Ул да хәрәм, шулай уҡ спиртын сығарғансы ҡайнатып йәки бешереп ашарға ярай, тигән нәмәләр ҙә хәрәм. Шешлеккә шарап ҡушыу, спиртта бешкән ашамлыҡтар һәм башҡаһы.
Бер тамсы араҡы эсеү ҙә – тәнебеҙгә иҫерткес эсемлек инеү ул. Әгәр өҫтәлдә бер тамсы хәмер булһа, бар ултырған ашамлыҡ хәрәм, бысраҡ һанала, ашарға ярамай, хужаның күңелен табабыҙ тип, ашау хәрәм, сөнки Аллаһы Тәғәләгә ҡаршы сығабыҙ һәм шайтан һүҙенә биреләбеҙ.
Ибн Мәсғүд: «Хәмерҙә ҡатнаш­ҡан ун кешегә ләғнәт булды. Улар – хәмерҙе сығарыусы, уға ярҙам итеүсе, хәмерҙе эсеүсе, хәмерҙе ҡойоп биреүсе, күтәреүсе, уға эйәреп күтәреүсе, хәмер менән сауҙа итеүсе, хәмер менән сауҙа итеүсенең етәксеһе, хәмерҙе һатыусы, хәмерҙе һатып алыусы һәм ул хәмерҙе ултыртыусы, йәғни виноград ағасын ултыртыусы», – тип әйткән.
Быны аңлатып тормайыҡ, барыһы ла аңлайышлы, ләкин ауылыбыҙҙа хәмер һатыусы магазиндар бар икән, беҙ, йәмәғәтселек булараҡ, шул хәрәмдә ҡатнашыусы. Шуға ла яуызлыҡ урындарын бөтөрөргә кәрәк.
Бер кеше хәмер эсеүсе менән бергә мәжлестә булһа, Аллаһы Тәғәлә уны Ҡиәмәт көнөндә һуҡыр хәлендә ҡубарыр. Беҙ, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм бәйғәмбәр сөннәтенән булараҡ, уның шәфәғәтенә Ҡиәмәт көнөндә эйә булырға теләһәк, ошо әйткәндәргә ҡолаҡ һалайыҡ.
Хәмер малды бөтөрөүсе, аҡылды ебәреүселер. Араҡы эсеүсенең уйы һәр саҡ эске табыуҙа, бар малын һатып, баш төҙәтеүҙә, бында шайтандың ярҙамы ҙур. Донъя күргән кешеләр белә: кеше бахмурҙан ауырып, баш төҙәтергә аҡса һорап килһә, бирәләр, сөнки шайтан ошо ауырыған кешегә шундай үтемле тел бирә. Ә инде ас кеше, икмәк алырға аҡса биреп тор әле, тип килһә, аҡса юҡ, тип тапмайҙар. Шулай уҡ хәҙерге мәлдә йәш ҡатын-ҡыҙҙарҙың хәмер эсеп, нисек аҙғанын күреп тораһығыҙ. Балаларының аҡсаһына араҡы алып, уларҙы ас ҡалдырып йөрөгәндәр аҙмы?
Эскелек Аллаһы Тәғәләне зикер итеүҙән, намаҙ уҡыуҙан тыя. Ул әйткән: «Шайтан һеҙҙе Аллаһы Тәғәләнең зикеренән һәм намаҙынан аҙҙырырға теләй. Йә, һеҙ тыйылмайһығыҙмы?».
Шулай булғас, мосолман хәмер эсһә һәм телендә көфөр һүҙ йөрөт­һә, үлем ваҡытында иманһыҙ китеүе менән ҡурҡытылыр һәм ул иманһыҙҙар төркөмөнән булыр.
Мосолманға хәмер эсеүҙән тыйылыу һәм хәмер эсеүселәрҙән айырылыу кәрәк. Дөрөҫлөктә ул кеше хәмер эсеүсе менән ҡатнаш­һа, ошо кешегә хәмер эсеүсенең туҙан саңына тиклем яманлығына ирешеү ҡурҡынысы янай. Ҡиәмәт ҡурҡынысы тураһында уйлаусының күңеле араҡы эсеүсегә тартылмаҫ һәм эскесе менән дуҫ булмаҫ. Тағы ла шуны белеп ҡуйығыҙ: хәмер эскән кешегә изге Ҡөрьән китабында нисә хәреф бар – шунса гонаһ яҙыла. Бар бәләнең башы булған хәмергә яҡын килмәгеҙ, иблисте ҡыуандырмағыҙ. Беҙҙең бар бәхетебеҙ – Аллаһы Тәғәләне таныуҙа һәм ҡушҡандарын үтәүҙә.

Нәзир Сабитов,
Таштимер ауылы мәсете
имам-хатибы.

Әбйәлил районы.

Сығыу ваҡыты 1-02-2017, 11:40 | Ҡаранылар: 456
|
  • Уҡығыҙ, фәһем алығыҙ!
  • Хәрәм - "Хәрәм" магазинында
  • Ялған араҡы баштарына еткән
  • “Иң яҡшыһы – хәмерҙән баш тартыу...”
  • Һатһаң шарап – булырһың харап
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM