НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ихласлыҡ, дуҫлыҡ һәм берҙәмлек байрамы

Ихласлыҡ, дуҫлыҡ һәм берҙәмлек байрамы


Ихласлыҡ, дуҫлыҡ һәм  берҙәмлек байрамыКешелек донъяһының күктәрендә, бер ҡояш булараҡ балҡып торған хаҡ динебеҙ исламда, Раббыбыҙ мосолмандар өсөн көн һәм кистәрҙе билдәләгән. Шуларҙың береһе, беҙгә яҡын, аңлайышлыһы – Ҡорбан байрамы.

Ҡорбан ғәйете ҙур әһәмиәткә эйә. Мосолман­дарҙың, ниндәй милләттән булыуҙарына ҡарамаҫтан, дуҫлығының, берҙәмлегенең сағыу күрһәткесе булып тора.
Аллаһы Тәғәләнең бөйөк көнөн, донъя мәшәҡәттәренән айырылып, Раббыбыҙ хозурына йүнәлеп, ғибәҙәттә үткәреү сауаплы һанала.
Ҡорбан салыу – Аллаға яҡынлашыу, Уның ризалығы өсөн. Ҡорбан салыуҙа кешенең матди-мәғәнәүи ихтыяждары күҙ уңында тотола. Алла ризалығы өсөн һәр нәмәне лә фиҙа (бүләк) ҡылыу мөмкин икәнлегенең символы булараҡ, хаҡ Тәғәләнең әмеренә буйһоноп салын­ған ҡорбандарға әжер-сауаптар вәғәҙә ителгән. Тормош ниғмәттәренә шөкөр ҡылып, Ибраһим (ғ. с.) ғәмәлен дауам итеп, Ҡорбан байрамында ҡатнашыуҙа күпме мөғжизә һәм хикмәт бар… Аллаһы Тәғәлә ниәтебеҙҙе, тәҡүәлелегебеҙҙе күреп торғанда, малыбыҙҙан саҙаҡа алып, иманыбыҙҙа тоғролоҡ күрһәткесе булараҡ, һиҙийәт юлын яҡтыртырға бурыслыбыҙ. Ихлас күңел менән салынған ҡорбандарыбыҙ һәр яҡлап хәйер һәм бәрәкәткә сәбәп була.
Ҡорбан күңел тыныслығы менән, ислам дәғүәһенә зыян килтермәйенсә, шартына еткереп салынырға тейеш. Алла, бәйғәмбәре, Китабы, ҡиблаһы, аҙаны, иман һәм ғибәҙәт нигеҙҙәре бер булған мосолмандар­ға һөйөнөс сәғәҙәттәре ошо бөйөк ғәйет көндәрендә, бер бөтөн ислам өммәте булараҡ, үҙ-ара аңлашып, берҙәмлек, ҡәрҙәшлек һарайына тупланыу мөһим.
Кешенең һәр бер ҡылған ғәмәле Аллаһы Тәғәләнең киҫкен һәм даими күҙәтеүе аҫтында. Ғүмер мәңгелек түгел, ике тапҡыр килмәй. Был фани донъяны үтеп киткәнсе һәр кем үҙенең ҡылған ғәмәлдәрен шәриғәт бизмәненә һалып үлсәп торорға тейеш. Беҙҙең барса шатлығыбыҙ һәм барлығыбыҙ – динебеҙ ышығында. Уй-ниәттәребеҙҙе фани нәфселәр­ҙән һаҡлап, баҡый мәңгелеккә күңел таҙалығы менән йүнәлтәйек.
Дини байрамдарыбыҙ халҡыбыҙҙың йәшәйеш саралары һанала. Айырыуса оло ғәйет көндәрендә бер-беребеҙгә булған ихласлығыбыҙҙы яңыртып, булған кәмселектәребеҙҙе ғәфү итешеп, өлкәндәргә – хөрмәт, кеселәргә һөйөү менән ҡарайыҡ. Үкһеҙҙәргә, толдарға, етемдәргә, мохтаждарға, сирлеләргә иғтибарлы булайыҡ. Иман һәм Ҡөрьән яҡтылығы – йәшәүҙең иң бейек баҫҡысы. Ата-бабаларыбыҙ, әсәй-өләсәйҙәребеҙ ауырлыҡтар­ҙан ҡурҡмай, хаҡ динебеҙ исламға һәр саҡ тоғро ҡалып йәшәгән.
Раббыбыҙ биргәненең ҡәҙерен белеп, булғанына шөкөр итеп, тейешлеһен үтәп, тыйғанынан тыйылып, ниәттәребеҙ изге, күңелдәребеҙ таҙа, ғәмәлдәребеҙ күркәм булып, динебеҙ сафлығын һаҡлап ҡалайыҡ.
Яралтҡан һәм тоғро юлды күрһәткән, әмер-бойороҡтар һәм сикләү-тыйыуҙарҙы ҡуйған, юғары һәм түбән ҡылған, шатлыҡтарҙан көлдөргән һәм ҡайғыларҙан илатҡан, үлгәндән һуң терелткән, күңелдәребеҙҙе асыҡлығы, һөйөнөсө, ҡыуанысы менән биҙәгән Ҡорбан байрамының хәйерле бәрәкәттәре, сауап-әжерҙәренең эйәһе итәсәк, иң яҡшы белеүсе Аллаһы Тәғәләгә маҡтауҙарыбыҙ булһын!

Фатима ЖӘЛИЛОВА.
Учалы районы,
Илсе ауылы.

Сығыу ваҡыты 12-09-2016, 06:00 | Ҡаранылар: 334
|
  • Ҡорбан салайыҡ, сауап алайыҡ!
  • Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын
  • Алланың рәхмәтенә өмөт ит
  • Вафат булғандарҙы иҫкә алыу
  • Хәҙис-шәрифтәр
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM