НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Изге китап – шиғыр юлдарында

Изге китап – шиғыр юлдарында


Башҡортостан мосолмандары ошо көндәрҙә “Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма” китабын алып ҡыуанды. Сүрәләрҙе шиғри юлдар­ға күренекле шағир, йы­раусы, ҡурайсы, Муса Мортазин исемендәге премия лауреаты Мәүлит Ямалетдинов һалған. Ул был изге эш менән 23 йыл буйына шөғөлләнә.
Башта 50 сүрәне тәржемәләгән Ҡөрьән Кәрим китабы бынан бер нисә йыл элек Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин ярҙамында 5 мең дана тираж менән донъя күргәйне.
Әле шағир 76 сүрәне шиғри юлдарға ауҙарған. Уны сыға­рыу­ҙа Баш мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт хәҙрәт Тажет­дин булышлыҡ иткән. Миңзәлә һәм Ҡадурий хажи Фазлетди­новтар матди ярҙам күрһәткән. “Башҡор­тостан энциклопедияһы” нәшриәтендә әлегә 500 дана менән генә донъя күргән Изге китап сүрәләренең шиғри аңлатмаһы, республикабыҙҙа 3,5 мең мәсет барлығын иҫәпкә алғанда, бик әҙ, әлбиттә. Шуға ла яҡын киләсәктә өҫтәмә тиражын баҫтырып сығарыу хәстәрлеге күрелә. Был китап ауылдарҙағы һәр мәсеттә, хатта һәр мосолман ғаиләһендә булһа, йәштәр араһында ла дингә ылығыусылар күбәйер ине.
Ябай халыҡ ғәрәпсә уҡылған аят-доғаларҙың мәғәнәһен аңлап бөтмәй, шуға урындарҙағы муллалар йома намаҙҙарында йәки өйҙәрҙә үткәрелгән Ҡөрьән мәжлестәрендә башта ғәрәпсә, аҙаҡ шул сүрәләр­ҙе башҡортса уҡып ­ишет­тер­һә, файҙаһы күберәк буласаҡ.
Һуңғы йылдарҙа балалар араһында ла Ҡөрьән уҡыу­сылар конкурстары ойошторола. Бәлә­кәстәрҙең кү­беһе ғәрәп телен белмәй, яттан һөйләгән аяттарҙың мәғәнәһенә лә төшөнөп бөтмәй. Улар ҙа башҡортса шиғри юлдар менән бирелгән доғаларҙы үҙ телендә аңлап ятлар, матур итеп көйләп һөйләп тә бирәсәк.
Мәүлит Ямалетдинов сүрәләр­ҙе шиғри юлдарға һалғанда, үҙе лә моңло йырсы булараҡ, улар­ҙың йырлап тороуына өлгәшә алған. Сүрәләр ябай халыҡҡа яҡшы аңлашыла, тәьҫир итеү көсө лә юғары, хәтерҙә лә ныҡ ҡала. Ҡөрьән сүрәләрен шиғри юлдар­ҙа уҡыған кешеләр­ҙең Изге китап­ҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныуы ла артасаҡ.
Киләсәктә Мәүлит Яма­летди­нов алдында ҡалған сүрәләрҙе лә шиғри юл­дар­ға һалып, тотош Ҡөрьән­де яңынан баҫтырып сығарып халыҡҡа еткереү бурысы тора. Ул был изге ғәмәлен дә тормошҡа ашырыр, тип ышанабыҙ һәм өмөтләнәбеҙ.
Шағир сүрәләрҙе шиғри юл­дар­ға һалыу менән генә сикләнмәйенсә, уларға аңлатма биреп китеүҙе лә кәрәкле һанаған. Китаптың аҙаҡҡы өлөшөндә мосолмандар өсөн бик күп ғәрәп һүҙҙәренең мәғәнәһен дә төшөндөргән 944 аңлатманы биреү өсөн шағир иҫ киткес ҙур хеҙмәт һалған. Ҡөрьән Кәримде уҡып сығырға теләүселәр өсөн былар ифрат файҙалы.
Шағирҙың оло изге хеҙмәтен аңлар һәм баһалар өсөн түбәндә “Фатиха” һәм “Аятел Көрси” сүрәләренең шиғри юлдарға һалынған өлгөләрен тәҡдим итәбеҙ.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.

"Фатиха"

Барса маҡтау бер Аллаға: Ул – ғаләмдәр хужаһы,
Сикһеҙ рәхмәт һәм мәрхәмәт бүтән кемгә хас тағы?
Ул Ҡиәмәт көнөнөң дә берҙән-бер падишаһы.
Эй, Алла, тик һинең алда беҙ ғибәҙәт ҡылабыҙ.
Һинең генә ярҙамыңа ялбарышып ҡалабыҙ.
Күрһәт беҙгә тура юлды, хаҡлыҡ юлына күндер.
Ниғмәттәреңә ирешкән заттар рәтенә индер.
Асыуыңа дусарҙарҙың аҙашыуынан дүндер.

"Аятел Көрси"

Мәңге тере, мәңге бар (һәм мәңге буласаҡ) Алла,
Унан башҡа илаһ итеп тотор зат юҡ донъяла.
Уны һис тә серем алмай, солғамай Уны йоҡо,
Күктәрҙә һәм ерҙә ни бар – бөтәһе лә Уныҡы.
Кем ҡылһын Уның алдында (һеҙҙең өсөн) шәфәғәт,
Әгәр ҙә мәгәр булмаһа Уның тарафтан рөхсәт?
Алла белә: ниндәй хәлдәр булған уларға ҡәҙәр.
(Һәм Ул белә): уларҙан һуң буласаҡ алда ниҙәр.
Ә улар, Алланың рәғбәт иткәндәренән ғәйре,
Уның ғилеменә эйә була алмаҫ үҙҙәре.
Уның ғилеме тарала күккә һәм ер йөҙөнә,
Икеһен дә һаҡлау Уның ҡыйын түгел үҙенә.
Сөнки Ул (донъя йөҙөндә) иң бөйөк, иң юғары.

Сығыу ваҡыты 31-12-2015, 11:57 | Ҡаранылар: 958
|
  • Изге айҙың һуңғы ун көнө бигерәк тә мәртәбәле
  • Мосолман ҡанундары әҙәбиәтте ҡабул итәме?
  • Уҡырға йыбанмағыҙ, милләттәштәр!
  • Вафат булғандарҙы иҫкә алыу
  • «Иң изге теләктәр менән!»
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM