НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Бөрйән районының матур ауылында эшҡыуар Азамат Сафиндың тырышлығы менән «Мөхәмәтсафа» мәсете асылды

Бөрйән районының матур ауылында эшҡыуар Азамат Сафиндың тырышлығы менән «Мөхәмәтсафа» мәсете асылды


 Бөрйән районының  матур ауылында эшҡыуар Азамат  Сафиндың тырышлығы менән «Мөхәмәтсафа» мәсете асылды Бөрйән районының  матур ауылында эшҡыуар Азамат  Сафиндың тырышлығы менән «Мөхәмәтсафа» мәсете асылдыБындай нурлы ауылды бығаса күргәнем булманы. Ғөмүмән, Бөрйәнгә тәү тапҡыр барыуым ине. Иҫ киткес хозур тәбиғәтле был яҡты ожмахтың үҙе итеп ҡабул итмәү яҙыҡ булыр ине, моғайын.
Түбәһе күккә олғашҡан ҡая-тауҙары, уҡтай төп-төҙ ҡара­ғай­ҙары һәм иҫ киткес саф, таҙа һауаһы менән ҡаршы алды беҙҙе изге Бөрйән ере. Кү­ңелде, йәнде иркәләгән аптырау ҡатыш һоҡланыу тойғоһо кисергәндә, башҡа әллә нисәмә ҡат ошо бер уй килә ине: «Тот та икмәккә һыла».
Ус төбөндә генә ултырған Кейекбай ауылын ожмахтың бер өлөшө итеп ҡабул иттем. Уның үтә лә алсаҡ, яғымлы һәм изге күңелле халҡы менән яҡынданыраҡ танышҡас, бындай хозурлыҡҡа тап ошондай кешеләр генә лайыҡтыр, тип ҡуйҙым. Ысынлап та, торған ерҙең абруйын тап уның халҡы күтәрә бит, тыуған яҡтың гүзәллеген һаҡлау ҙа – бары уларҙың бурысы.

Изге уй, изге ниәт менән аяҡ баҫылды. Беҙ Кейекбайға мәсет асыу тантанаһына саҡырылғайныҡ. Ауылға йәм, ҡот өҫтәп тороу­сы иман йортон асыуға, ауыл кешеләренән башҡа, тирә-яҡтан, алыҫ араларҙы яҡынайтып килеүсе мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа, ошо ауылда тыуып үҫеп, әлеге көндә сит тарафтарҙа көн итеүселәр ҙә бар ине.
Иман йортон төҙөүгә Бөрйәндең булдыҡлы улы, шәхси эшҡыуар Азамат Сафин көс һалған. Ошо урында шуны әйтеп үтергә кәрәк, «Мөхәмәтсафа» мәсете – уның тырышлығы менән һалынған өсөнсө мәсет. Ыҡсым, эсе-тышы нур бөркөп торған иман йортона ул олатаһының исемен биргән. Үҙе әйтеүенсә, Мөхәмәтсафа Ишмө­хә­мәтов, заманында Каруанһа­райҙа белем алып, изге Бөрйән ерендә иман таратыуға бик күп тырышлыҡ һалған кеше булған. Азамат ағай үҙе Әхәт һәм Клара Сафиндарҙың ишле ғаиләһендә тыуып үҫкән. Ун бала тәрбиәләнгән был матур ғаилә тураһында ауылдаштарынан бик күп йылы һүҙ ишетергә тура килде. Уларҙы тыңлағанда, халҡыбыҙҙың «Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр» тигән мәҡәле күңелемә әллә нисәмә ҡат килеп ураны. Ата-әсәһенән дөрөҫ тәрбиә алып, халҡы, милләте өсөн янып, изге эштәр башҡарып йәшәүсе замандашыбыҙ үҙе лә дүрт бала атаһы. Уның уң ҡулы, һәр яҡлап терәк булып, матур башланғыстарын хуплап йәшәүсе ҡатыны, Мәсетле районы ҡыҙы Зөлфиә апай, бәрәкәтле Бөрйән ерен үҙ итеп, күптән бында үҙ кешегә әйләнгән.
Азамат ағайҙың тормошҡа ашыраһы уй-хыялдары бик күп. Шуларҙың береһе – ауылдарҙа Еңеү парктары булдырыу. Уның был изге ниәте ауыл кешеләре яғынан да хуплау табып, күмәк көс менән башҡарылып ҡуйһын ине.
Изгелек бер ҡасан да ерҙә ятып ҡалмай, тырышлыҡ үҙ баһаһын һәр саҡ таба. Шулай булмай ни, мәсет асыу тантанаһында Кейекбай ауыл хакимиәте башлығы Илшат Сәйфетдинов Азамат Сафинға Рәхмәт хаты тапшырып, иман йортон төҙөүҙә ҡатнашҡандарға изге теләктәрен белдерҙе.
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары Айнур Арыҫланов та ауыл халҡын ошо ҙур байрам менән ҡотлап, иманлы булырға өндәне, мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллиндан сәләм еткерҙе.
Халыҡтың шатлығын бүлешергә район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов та килгәйне. Уның һөйләгәндәренән Бөрйән районында 20-нән ашыу мәсет эшләп килеүен, киләсәктә Яңы Собханғолдағы иман йорто ла ишеген асасағын, Нәби һәм Ҡурғашлы ауылдарында ла ошондай изге йорттар төҙөләсәге хаҡында белдек. Райондың имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт Мөхәмәтйәнов Ҡөрьән аяты уҡығанда, күңел әйтеп аңлатып булмаҫлыҡ кисерешкә солғанды.
Донъяны эскелек, наркомания кеүек насар күренештәр баҫып барғанда, ауылдар юҡҡа сыҡҡанда, һәр икенсебеҙ көрсөк тип уфтан­ғанда, кейекбайҙарҙың заман ауырлыҡтарына бирешмәй, тырышып донъя көтөп, балалар үҫтереп, ауылдарын һаҡлап ҡалыуға матур итеп үҙ өлөштәрен индереп, үҙ телдәрендә һөйләшеп, халҡыбыҙға хас булған һоҡланғыс кешелек сифаттарын юғалтмай йәшәп ятыуы һоҡландырҙы ла, аптыратты ла.
Әлеге заманға хас кире күренештәр уларҙы урап үткән, тиһегеҙме? Ауылдағы 9 йыллыҡ мәктәп 4 йыллыҡҡа ҡалдырылған, һәр ерҙәгесә, типһә – тимер өҙөрҙәй, баҫһа – баҡыр иҙерҙәй ир-егеттәр эш эҙләп ситкә юлланырға мәжбүр. Фельдшер-акушерлыҡ пункты ла үҙгәрештәр кисергән, эш урындары ҡыҫҡартылған.
Тик ошолар тураһында һөйләшкәндә, урам буйлап эркелешеп ҡайтып килгән мәктәп уҡыусыларын күреп, йәнемә йылы йүгерҙе.
«Әсәлек даны» миҙалы алғандар ҙа бар икән Кейекбайҙа. Күптәр, хәҙерге заман ауырлыҡтарына һылтанып, 1 – 2 бала менән сикләнгәндә, ҡыйыу, уңған бөрйәндәр итәк тултырып сабый үҫтерә. Афарин, тиергә генә ҡала уларға. Һәр сабыйығыҙ үҙ ризығы, үҙ бәхете менән тыуа күрһен.
Был ауылда йомарт һәм һаҡсыл кешеләр йәшәйҙер, тигән уй килде Кейекбайҙа саҡта. Яңы мәсет янында 1895 йылда төҙөлгән иҫке иман йортон күреп аптыраным. Ул бит әле лә бына тигән! Азамат ағай­ға шул иҫке мәсетте йүнәтергә ҡушылған булһа, йүнсел күп уйлап тормай, эргәһенә өр-яңыһын һалып ҡуя.
Ауылдарҙа фермалар, клубтар, мәктәптәр, тимерлектәр һүтелеп, емерелеп бөткәндә, кейекбайҙар­ҙың күпме тарих һаҡлаған 1895 йылғы иман йортон һаҡлап алып ҡалыуы үҙе үк бик күп нәмә тураһында һөйләй түгелме?
Бөрйәндәрҙең йомартлығын инде мәсеттәренең матди хәленә һәр ҡайһыһы үҙ өлөшөн индерергә тырышҡанында күрҙек. Ситтән килгәндәр ҙә буш ҡул менән килмәгәйне, хәйер аҡсаһы ла, бүләктәр ҙә мул төштө иман йортона.
Иҫке мәсеткә инеп ҡорбан ашы ашаныҡ, йәнле, матур аралашыу­ҙан һуң һәр кем үҙ донъяһына ашыҡты. Ошондай матур байрамдан былай ҙа ҡотло күңелле бөр­йәндәрҙең йөҙҙәре нурланып, булмыштары яҡтырып китеүен һиҙҙем. Үҙ сиратымда, мосолман ҡәрҙәштәремә һаулыҡ һәм йән тыныслығы теләп ҡалам.
Ҡарағай еҫе аңҡып, нурға сорналып ултырған ошо Алла йортоноң ишеге һәр саҡ асыҡ булһын. Унда тик изге ниәт менән аяҡ баҫылһын, никахтар уҡылһын, сабыйҙарға исем ҡушылһын. Һәр ҡайһығыҙ бында күңел тыныслығы, йән сафлығы тапһын.
Һөйләп аңлатып булмаҫ тәьҫораттар, уй-кисерештәр тейәп ҡайттым Бөрйән еренән. Әле лә матур хистәр солғанышында йәшәп ятам. Донъяға ҡарашым үҙгәрҙе, йәшәүгә дәртем артты, офоҡтарым киңәйҙе.
Азамат ағай менән Зөлфиә апай тураһында йыш уйлайым. Үҙ халҡы мәнфәғәтен ҡайғыртып йәшәүсе был икәү баҫалҡылығы менән күңелемде арбағайны, ҙур, изге эштәр артында күп ваҡыт тыйнаҡлыҡ, иплелек ятыуын хәҙер килеп аңланым. Халыҡ алдына сығып телмәр тотоуҙы ла кәрәк тип тапманы бит йүнсел Сафин. Аҡыллы кеше бер ваҡытта ла үҙен әллә кемгә ҡуйып, маһайып йөрөмәй, бәлки, ниндәйҙер кимәлдә түбәнселектә ҡала. Ә Аллаһы Тәғәлә тап шун­дайҙарҙы ярата икән.

Сығыу ваҡыты 5-06-2015, 15:08 | Ҡаранылар: 805
|
  • Мәсет – ауылға бәрәкәт
  • Килдеғолдар изге Рамаҙан айында мәсет төҙөй башланы
  • Һәр кемде иманға саҡырып торһон
  • ИМАН ЙОРТО – АУЫЛ ҠОТО
  • Бер айҙа – яңы мәсет!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM