НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » «Һуғышҡа китәм тип, күмер тейәгән вагон башына менеп ултырҙым»

«Һуғышҡа китәм тип, күмер тейәгән вагон башына менеп ултырҙым»


«Хәмзә» хәйриә фондының рәйесе, имам хәҙрәт Хәмзә хажи Әкбәрҙең исемен республикала белмәгән кеше юҡтыр. Ул баш ҡалабыҙ Өфөлә, Бе­лорет районындағы тыуған ауылы Асыла, башҡа бик күп район, ҡалаларҙа Иман йорттары төҙөгән. Асыла, Сермәндә, Инйәрҙә, Архангелдә, Нури­ман­да һәм башҡа төбәктәрҙә Бөйөк Ватан һуғышында ятып ҡалған ҡаһармандар рухына, яуҙан иҫән ҡайтҡандарға һәйкәлдәр – барельеф, обелиск, стелалар эшләгән.
Хәмзә хажи изгелектәрен бөгөн дә дауам итә. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының ун факультетында тик «бишле»гә өлгәшкән ун студентҡа стипендия бирһенме, ауырыу бала­лар­ҙы дауаларға матди ярҙам күрһәтһенме, ҡайҙа янғын, ҡайҙа ғәрәсәт-фажиғә кисереүселәр янына ашыҡһынмы, әҙәбиәт һәм сәнғәт әһелдәренә юбилей кисәләрен үткәрешергә ярҙам итһенме – барыһын да Хоҙай ризалығы өсөн эшләй. Ете тапҡыр хажда булған хажиға ун ике төбәктә үҙҙәренең Почетлы гражданы тигән маҡтаулы исем биргәндәр. Тик бөгөн Хәмзә хажи Әкбәрҙең бөтә тормош юлын һөйләү, эшмәкәрлеге менән таныштырыу түгел маҡсатыбыҙ. Беҙ уның дәһшәтле һуғыш йылдарындағы ауыр бала сағы тураһындағы иҫтәлектәрен уҡыусылар иғтибарына еткермәксебеҙ. Күптән түгел генә 85 йәшлек юбилейын билдәләгән аҡһаҡал, Хәмзә хажи Искәндәр улы Ғәлләмов та, Башҡортос­тандағы шул ваҡыттағы бик күп йәштәштәре шикелле, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бөтә михнәттәрҙе үҙ иңендә кисергән.
Һуғыш башланғандың икенсе көнөндә беҙгә военком килде. Ауыл советы рәйесе Билал Авзалов ағайҙың, митингыға йыйылған халыҡ алдында сығыш яһап: «Беҙ еңәбеҙ! Беҙ әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ!» – тигәне ныҡ хәтеремдә ҡалды.
Шул көндө үк ирҙәрҙең бөтәһе лә үҙҙәре теләп фронтҡа китергә яҙылды. Бер кем дә повестка килгәнен көтөп торманы. Билал ағай ҙа китте. Ҡатындар илашып оҙатып ҡалды. Инйәр станцияһына тиклем 20 саҡрым йәйәү атланылар. Билал ағайҙың ике ҡыҙы ҡалды. Үҙе һуғыштан әйләнеп ҡайтманы.
Атайым Искәндәр Ғәлләм улы ла үҙ теләге менән яҙылып, һуғышҡа китте.
Беҙ инәйем Фәрхениса менән биш бала ҡалдыҡ. Шәһерениса апайым – 14, Мәғрифә апайым 12 йәштә ине. Шунан һуң – 10 йәшлек мин. Ғилминур менән Сәфәрбикә һеңлеләрем 7 һәм 3 йәшлек ине.
Беҙҙең урман яҡтарында бәрәңге уңмай. Ашағаныбыҙ – үлән. Яҙ­ғыһын фәрҙә тигән үләнгә йөрөнөк. Йылаға барҙыҡ. Уны малға ашаталар. Ә беҙ ҡабығын таҙартып, көпшәһен киптерәбеҙ ҙә, ҡыш шуның ононан икмәк бешерә ине инәйем. Бер барғанда икешәр-өсәр биҙрә һарына тамырын ҡаҙып алып ҡайтам. Ике-өс тауығыбыҙ бар, улар­ҙың йомортҡа һалғанын көтөп кенә йөрөйбөҙ. Бер һыйырыбыҙҙың майын инәй хөкүмәткә тапшыра, үҙебеҙгә айыртылған һөтө генә ҡала, шунан тиҙерәк ҡатыҡ ойоғанын көтөп ала алмайбыҙ.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙы леспромхозға эшкә ебәрҙеләр. Инәйем: «Әйҙә минең менән, уҡыуыңды атайың ҡайтҡас дауам итерһең», – тип үҙе менән алып китте. Унда йыл ярым эшләнем. Апайҙар, инәйҙәр утын ҡырҡа. Уны Телмә йылғаһынан Инйәргә ағыҙып ебәрәләр. Инйәрҙә айырым мейес бар, шунда кокслана. Үртәп әҙерләнгән ташкүмер яһалғас, узкоколейка менән вагондарға тейәп, Белоретҡа ебәрәләр. Шунда металлургия заводы мейестәрендә яғылып, уның ярҙамында бик ныҡ металл эшләгәндәр. Аҙаҡ һуғыш өсөн кәрәкле ҡорал етештергәндәр.
Леспромхозда эшләгән өсөн 400 грамм ҡап-ҡара икмәк бирәләр. Ул ауыр була торғайны. Кәбеҫтә һыуы ашаталар. Инәй менән икебеҙ икмәкте ҡыҫып ашап, өйҙәге туғандарыбыҙға алып ҡайтырға тырышабыҙ. Уларға ҡатып бөткән икмәкте бәләкәй киҫәктәргә бүлеп бирә инек. Туғандарым беҙҙең ҡайтҡанды көтөп кенә тора. Көҙйылға леспромхозы беҙҙең Асы ауылына 20 саҡрым ине. Ял көндәрендә ҡайтып, өйҙәгеләрҙең хәлен белеп киләбеҙ. Мин леспромхозда сабата үрә торғайным. Урмандан йүкәне үҙебеҙ һыҙырып алып ҡайтабыҙ. Бер көн хатта 7 пар сабата үрҙем. Уны шунда эшләгән ҡатындарға ла таратып бирәләр, фронтҡа, партизандарға тип тә ебәрәләр ине. 4 пар сабатаны инәйҙәр төндә май- шәм яҡтыһында бәйләгән 4 пар ойоҡ, бейәләйҙәр менән бергә төрөп посылка итеп һалалар. Уларҙы урар­ға сепрәк табыуы ҡыйын ине.
Бөтә һәйбәт аттарҙы фронтҡа алып китеп бөттөләр. Леспром­хозда арыҡ ҡына аттар ҡалды. Улар ҡырҡылған ағастарҙы Телмә йылғаһына ташый. Былай ҙа ябыҡ малдың ауыр йөккә көсө етмәй, хәҙһеҙләнеп ятып үләләр. Лес­пром­хозда эшләгән ҡатындарға шул үлгән атты бүлеп бирәләр. Тиреһен тунап тороу тигән нәмә юҡ. Бер тапҡыр инәйемә аттың артҡы бото эләккән. Шуны өйгә һөйрәп алып ҡайттыҡ. Йөнөн мейестә өтөп, тиреһен бешерергә һалабыҙ. Ул оҙаҡ бешә, 6 – 7 сәғәт көтәбеҙ, барыбер ҡаты була, инәй бәләкәй-бәләкәй киҫәктәргә ҡырҡып бирһә, шуны һағыҙ һымаҡ сәйнәп йөрөйбөҙ. Тарамыш булғас, һыуына майы ла сыҡмай. Ә итен бәләкәй киҫәктәргә бүлеп, ҡыш сыҡҡансы еткерергә тырышабыҙ. Үлгән ат ите лә ашап йәшәнек шулай.
Бер ваҡыт әллә өйҙә нимәгәлер үсегеп, әллә малайҙар менән бәхәсләшеп, һуғышҡа барам тип, сығып киттем. Инйәргә хәтлем 20 саҡрым йәйәү барҙым да узкоколейка аша үткән күмер тейәгән вагон башына менеп ултырҙым. Состав Ишлелә һыу алырға туҡтай. Унда оҙаҡ ҡына тора. Шунда мине күреп ҡалып, вагон башынан төшөр­ҙөләр. Ҡап-ҡара булғанмын, күҙҙәрем генә ялтырап күренеп тора икән.
– Ҡайҙан килгән был ҡасҡын? – тип һорашып, мине кире яҡҡа поезға ултыртып ебәрҙеләр. Ә тегеләре Инйәрҙә төшөрөп ҡалдырҙы. Шулай итеп, 30 саҡрымды поезда, аҙаҡ ауылға тиклем 20 саҡрымды йәйәү атлап бер көндә тегеләй-былай 100 саҡрым үтеп, өйгә ҡайтып еттем. Һуғыш тарихы минең өсөн шулай тамамланды. Аҙаҡ үҙемде бер йыл буйына «ҡасҡын» тип йөрөттөләр.
Һуғыш ваҡыты булһа ла, йәштәр кистәрен клубҡа барып, үҙҙәренсә күңел аса торғайны. Леспром­хоздан ялға ҡайтҡан ҡатын-ҡыҙҙар, арып, йонсоп эштән ҡайтыуҙарына ҡарамаҫтан, асбыҙ тип тормай, таҡмаҡ әйтешеп бейешә.
Абзалов Йомабай тигән ағай һуғыштан бер ҡул менән ҡайтҡайны. Ул гармунда уйнай, «Украина» тигән аппарат менән кино күрһәтәләр. Уның тауышы юҡ. Шулай булһа ла, һуғыш тураһындағы кинофильм­дарҙы йотлоғоп ҡарайбыҙ.
Төндә шулай үҙҙәренсә күңел асҡан апайҙар, йоҡлаймы-юҡмы, иртәгәһенә таң менән тағы леспромхозға эшкә китә.
Һуғыш ваҡытында аҙнаға бер тапҡырмы икән ауыл өҫтөнән самолеттар осоп үтә торғайны. Беҙ, бала-саға, күккә ҡарап: «Самолет, самолет, атайымды ҡайтар!» – тип ҡысҡырып ҡалабыҙ.
Почтаға барып, хат килтергәндәрен көтөп торабыҙ. Кемгә хат булһа, шуны эләктерә һалып, һөйөнсө алырға йүгерәбеҙ. Бер ваҡыт беҙҙең күршеләге Йосоп ағайҙың хаты килде. Уны тотоп йүгерҙем өйҙәренә.
– Һөйөнсө! Йосоп ағайҙан хат бар һеҙгә! – тип барып индем.
Ҡыҙы Бибисара, ҡыуанып:
– Һөйөнсөһөнә – бирсәткә! – тине.
Бәйләп бирҙеләр. Мин уны рәхәтләнеп кейҙем.
1945 йылдың авгусында атайым ҡайтҡанда 30 саҡрым алыҫлыҡтағы Ғәбдүк ауылында өләсәйемдәрҙә инем. Ҡайтһам, инәй менән атай кемгәлер ҡунаҡҡа киткән. Атайым­ды шаяртырға уйланылармы икән, ул ҡайтыуға минең һымаҡ бер тиҫтер малайҙарҙы алдына теҙеп ҡуйҙылар ҙа:
– Таныйһыңмы, Искәндәр, ҡай­һыһы һинең малайың? – тинеләр.
Атайым, бер нисә йыл күрмәүенә ҡарамаҫтан, шунда уҡ миңә төртөп күрһәтте лә ҡосаҡлап алды.
Атайым ҡайтышлай Украинанан бер сумаҙан алма һалып алған. Улары яртылаш серегән. Шуларҙы килгән балаларға таратып биргән. Ғәззә тигән апайҙың ике ҡыҙы ла килгән. Икеһенә берәр алма тоттор­ған. Былар ҡайтышлай, серек бәрәңге бирҙе тип, канауға бәреп киткән. Бер аҙҙан әсәләре Ғәззә апай: «Ниңә минең балаларыма серек бәрәңге бирҙең?» – тип килгән. «Бәрәңге түгел, алма ине бит ул», – тигәс, «Аһ, шулаймы ни?» – тип тегеләрҙе канауҙан кире алып, йыуып ашағандар. Беҙ алманың ни икәнен дә белгәнебеҙ, күргәнебеҙ юҡ ине шул ул ваҡытта.
Атайым ҡайтҡанда беҙҙең Ғилминур исемле һеңлебеҙ ауырый ине. Беренсе класҡа уҡырға барғанда аяғын туңдырғайны. Йылытабыҙ тип, аяғын тимер мейескә терәтәбеҙ. Улай итергә ярамағанын белмәгәнбеҙ. Аяғы шешеп, эренләп, бер йыл йөрөй алмай ятты ла ҡуйҙы. Атайым уны Белоретҡа больницаға алып китте. Бер аяғын ҡырҡтылар. Шулай итеп, кейергә кейем булмау арҡаһында һуғыш заманында һеңлем инвалид булып ҡалды. Атайым уға теген машинаһы алып биреп, аҙаҡ Ғилминур һеңлем кешеләргә кейем тегеп ултырҙы.
Атайым һуғышта танкист булған. Берлинға тиклем барып еткән. «Берлинды алған өсөн» тигән миҙалы ла бар ине.
Танкист булараҡ, улар ҡалаға иң беренселәрҙән барып ингән. Һуғышта немец һалдаттары күп ҡырылғас, Гитлер 14 – 16 йәшлек үҫмерҙәрҙе лә армияға ала башлаған. Уларға махсус бәләкәй кейемдәр тектергәндәр. Беҙҙең һалдаттар немецты ояһында еңгәс, өйҙәренә трофейҙар алып ҡайтҡан.
Улыма ярар әле тип, атайым миңә бер галифе салбар, мундир, ҡара фрак алған…
…1948 йылда Өфөгә театр техникумына уҡырға килдем. Йүнле кейем булмағас, Октябрь байрамына ҡайтып, әлеге кейемдәрҙе кейеп килдем. Атайымдың күндән офицер сумкаһы ла бар ине, шунан миңә ботинка тегеп бирҙе. Шулай фырт ҡына кейенеп йөрөйөм. Дәресте һорағандарында яуап бирә алмаһам, Хажи Бохарский тигән артист, әлеге кейемгә төрттөрөп: «Фашист, бюргер, барон», – тип мине шаяртып әрләй ине. Трамвайға инһәң дә, кешеләр аптырап ҡарай. Ахыры, ғәрләнеп, илап, художниклыҡҡа уҡып йөрөгән Рәфҡәт Хисмәтуллин тигән иптәшемә фракты алмаштырҙым. Уның күптән күҙе ҡыҙып, һорап йөрөй ине. Ул миңә уның урынына ФЗО-ла уҡыған сағында алған бишмәтен бирҙе. Ҡайтҡас, атайым:
– Ҡайҙа фрагың? – тип һораны. Хәлде аңлатып биргәс:
– Тапҡанһың алмаштырыр нәмә. Кеше фракты сәкмәнгә алмаштырамы, – тип асыуланды. Хатта һелтәнеп тә ебәрҙе.
…Шулай итеп, ауыр йылдар булыуға ҡарамаҫтан, мин ауылдан беренсе кеше булып уҡырға сығып киттем, башҡаларға юл ярҙым.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА
яҙып алды.

Сығыу ваҡыты 2-05-2015, 15:37 | Ҡаранылар: 495
|
  • Германияға һыбай барып еткән ул
  • Ауырлыҡта үткән бала саҡ
  • Атайҙың ниндәй булғанын да белмәнек
  • ҺУҒЫШ ҺӘМ ҠАТЫН-ҠЫҘ
  • Юғалтыу һағышы һаман йөрәкте өйкәй
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM