НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Яҡташыбыҙҙың фиҙакәр хеҙмәте лайыҡлы баһаланды

Яҡташыбыҙҙың фиҙакәр хеҙмәте лайыҡлы баһаланды


Рәсәй Дәүләт Думаһында Баш­ҡортостандан һайланған депутат, Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет ағзаһы, милләттәшебеҙ Сәлиә Мырҙабаеваға Дәүләт Думаһы Рәйесе Сергей Нарышкин Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Парламентта күп балалы ғаиләләр абруйын, уларҙың Рәсәй йәмғиәте өсөн әһәмиәтен арттырыуға, традицион ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға арналған “Күп балалы Рәсәй: Рәсәй дәүләтселеге нигеҙҙәренең береһе. Дәүләттең заманса демографик сәйәсәтенең закондар тәьминәте“ Бөтә Рәсәй форумын әҙерләү һәм үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡан депутаттарҙы тантаналы шарттарҙа бүләкләнеләр. Әүҙем депутаттар араһында беҙҙең яҡташыбыҙ ҙа булды.
Сәлиә Мырҙабаева, үҙе медицина фәндәре докторы булараҡ, һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренә, айырыуса ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлегенә ҙур иғтибар бирә, төрлө сараларҙа сығыш яһай. Депутаттың төп эш йүнәлештәренең береһе – ғаилә мәнфәғәттәрен яҡлау.
“Заман медицина фәне ғаиләләрҙе сабыйлы итеү йәһәтенән ярҙам итерлек яңы средстволарға эйә. Һәр осраҡта ла бала хоҡуҡтарын яҡлау закон менән нығытылырға тейеш”, – тигән фекерҙә парламентарий. Һүҙ ярҙамсы репродуктив технологиялар ҡулланыу тураһында бара. Тиҙҙән Рәсәйҙең “Ғаилә кодексы”на һәм “Гражданлыҡ хәле акттары тураһында” федераль законға үҙгәрештәр индереү ҡарала.

Сығыу ваҡыты 21-03-2014, 05:11 | Ҡаранылар: 549
|
  • Өс һөйләм менән
  • Республиканың яңы парламенты эш башланы
  • Әрмелә булмаһаң, чи­новник булырға хыялланма ла
  • Социаль пенсия күләме арттырылды
  • Яҡташыбыҙ Эльвира Нәбиуллина − Рәсәй банкы рәйесе
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
  • Ылау (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM