RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя яңылыҡтары

23.11.2010 Донъя яңылыҡтары

Енәйәтсе табыласаҡ
Кисә Дағстанда йәнә бер теракт теркәлде.
Билдәһеҙ кешеләр Федераль именлек хеҙмәтенең район идаралығы бүлеге етәксеһенә һөжүм итә. Инцидент республиканың Карабудахкентск районында, подполковник Сәид Магомедов үҙ автомобиленә ултырған саҡта була. Федераль именлек хеҙмәте вәкиле, ауыр йәрәхәттәрҙән иҫенә килә алмайынса, урындағы дауаханала үлә. Әле шартлау урынында оператив төркөм эшләй. Белгестәр шартлатҡыс ҡорамалдың ҡеүәтен асыҡлау менән шөғөлләнә.
Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев, был хәлгә ҡарата фекерен белдереп, Төньяҡ Кавказдағы хәлде, көсөргәнешле, тип билдәләне. Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, быйыл ғына Кавказда ике йөҙҙән ашыу милиционер һәм Федераль именлек хеҙмәте вәкиле үлтерелгән, биш йөҙҙән ашыуы яраланған.

Аҡса ситкә китергә тейеш түгел
Рәсәй Хөкүмәте тышҡы сауҙа операцияһы буйынса илдән киткән капитал ағымын туҡтатмаҡсы.
Бынан ары бындай сығымдар енәйәт юлы менән алынған килемгә тиңләштереләсәк. Чиновниктар фекеренсә, был көнбайыш банкыларына күскән аҡсаны иҫәптә тотоу мөмкинлеген бирәсәк.
Әле Финанс министрлығы үҙенең сайтында валюта контролен көсәйтеүҙе маҡсат итеп ҡуйған законға индерелгән төҙәтеүҙәрҙе баҫып сығарған да инде. Унда капиталды ситкә сығарыуға ҡарата талаптар көсәйтеләсәге тураһында әйтелә. Эксперттар фекеренсә, был эшҡыуарлыҡҡа административ баҫымды ла арттырасаҡ. Ни өсөн тигәндә, иҡтисади сәбәптәр буйынса өҙөклөктәр булыуы ихтимал. Был иһә ҡайһы бер компаниялар­ҙы енәйәт юлы менән аҡса эшләүҙә ғәйепләүгә этәрәсәк.

Эҙләү дауам итә
Читала юғалған малайҙарҙы эҙләү дауам итә.
Өлкәнең эҙәрлекләү идаралығының матбуғат үҙәге хәбәр итеүенсә, Даниил Ғилфанов менән Игорь Мөхәмәтшиндың боҙ аҫтына төшөп китеүе ихтимал. Өсөнсө синыф уҡыусыларының эҙһеҙ юғалыуы сәбәпле, енәйәт эше асылған. Бынан тыш, балаларҙы табырға ярҙам иткән мәғлүмәт өсөн бүләкләү ҙә вәғәҙә ителгән. Эҙләү барышында малайҙар йөрөгән урамдар, йорттар, предприятиелар, ойошмалар, урмандар, сауҙа нөктәләре – барыһы ла тикшерелгән. Шулай ҙа балаларҙың уйнаған ваҡытта, аңғармаҫтан боҙ аҫтына уйылып төшөп, бәхетһеҙ осраҡҡа тарыуы ла мөмкин. Сөнки уларҙың һыу буйында уйнағандарын күреүселәр ҙә бар икән.
Әле ҡотҡарыусылар, боҙҙо ҡырҡып, йылға төбөн тикшерә. Балаларҙы эҙләүҙә 180 кеше, 30 берәмек техника ҡатнаша. Кисә сараға йәнә ҡырҡтан ашыу милиция хеҙмәткәре йәлеп ителде.

Зыян күреүселәр юҡ
Кисә иртәнсәк Мәскәүҙәге һыуытыу комбинаттарының береһендә торба тишелеп, һауаға аммиак сыҡты.
Цех эшселәре ашығыс рәүештә эш урындарынан эвакуацияланған, зыян күреүселәр юҡ. Ошондай ғәҙәттән тыш хәл июндә Владивосток портында ла теркәлгәйне.
Әле авария эҙемтәләрен бөтөрөүгә 38 кеше һәм 11 берәмек техника йәлеп ителгән.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә