НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Төп иғтибар – иҡтисадҡа

Төп иғтибар – иҡтисадҡа


2013 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың тулайым төбәк продукты 1 триллион 163,3 миллиард һум булған. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин хәбәр итеүенсә, был күрһәткес унан алдағы, йәғни 2012 йыл күрһәткесенән 3,1 процентҡа күберәк. Рәсәй буйынса үҫеш – 1,3 процент.
Тулайым төбәк продукты (ВРП) иҡтисади үҫеш кимәлен билдәләй. Евгений Маврин шул темаға уҙғарылған Хөкүмәт ултырышында, тулайым төбәк продуктының үҫешенә сәнәғәт секторының үҫеш динамикаһы һаҡланыуы, эскпортҡа сығарыл­ған тауарҙар һәм инвестиция әүҙемлеге булышлыҡ итте, тип билдәләне. Бынан тыш, эске ҡулланыу ихтыяжы артыуы, ауыл хужалығында производствоның үҫеш темптарын яңыртыу ҙа ыңғай йоғонто яһаған.
Башҡортостан Президен­ты­ның БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтна­мә­һендә билдәләнгәнсә, тулайым төбәк продуктын 2016 йылға 1,5 триллион һумға еткереү бурысы тора. Был күләм социаль ориентир тип күҙаллана. Үҫеш тәү сиратта эске резервтарҙы мобилизациялау, идара итеү системаһын яңынан көйләү, иҡтисад структураһын ҡулайлаштырыу һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү иҫәбенә тәьмин ителергә тейеш.
Башҡортостанда тышҡы тауар әйләнеше күләме лә артҡан. Сумма 14,9 миллиард доллар менән иҫәпләнә. Шуның 13,7 миллиард доллары экспортҡа тура килә. Ситкә һатылған тауар­ҙарҙан минераль продукцияны, химия сәнәғәте изделиеларын, машина һәм ҡорамал­дар­ҙы билдәләргә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта ауыл хужалығы сеймалын һатыу күләме кәмегән. Бының сәбәбе Рәсәй, Ҡа­ҙағстан һәм Белоруссия Таможня берлеге эсендәге тауар әйләнешен иҫәпкә алыу ҡағиҙәләре үҙгәреүгә бәйле.

Әйткәндәй

Былтырғы күрһәткестәргә йомғаҡ яһағанда, республика иҡтисады үҫешенә йүнәлтелгән төп капиталға инвестициялар күләменең 266,2 миллиард һумға етеүе асыҡланған. Был сумма 2012 йылғы күрһәт­кестәр­ҙән 8 процентҡа күберәк.
Дөйөм күрһәткестәр буйынса республика Рәсәйҙә 12-се урынды биләй. Волга буйы федераль округында Баш­ҡортостан Татарстандан (520,5 миллиард һум) һәм Түбәнге Новгород өлкәһенән (272,2 миллиард һум) һуң өсөнсө тора.
Бөтә инвестицияларҙың 23,7 проценты торлаҡ төҙөлөшөнә йүнәлтелгән. Машиналар, ҡорамалдар һәм транспорт саралары алыуға 33,3 процент тура килгән.

Сығыу ваҡыты 14-03-2014, 06:28 | Ҡаранылар: 740
|
  • 70 миллиард доллар капитал ситкә ”аға”
  • Инвестиция күләме 250 миллиард һумға етәсәк
  • Бюджет йөкләмәләрен дөрөҫ планлаштырыу тураһында уйларға кәрәк
  • Ҙур химияның ҙур мөмкинлектәре
  • Беҙҙең иҡтисади сәйәсәт дөрөҫ йүнәлеш алған
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?



  • Радио Юлдаш FM