НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Парижда – Башҡортостан тураһында

Парижда – Башҡортостан тураһында


Октябрҙең тәүге көндәрендә Францияның баш ҡалаһы Парижда ЮНЕСКО-ның штаб-фатирында Башҡортостанға арналған бер нисә сара үтәсәк. Осрашыуҙар, кисәләр, концерттар, күргәҙмәләр беҙҙең республиканың ЮНЕСКО менән хеҙмәттәшлегенә 15 йыл тулыуға арнала.
Презентацияла республикабыҙ ха­ҡында бай экспозиция менән танышыр­ға мөмкин буласаҡ. Бында үҙенсәлекле тәбиғи һәйкәлдәр ҙә, күп яҡлы мәҙәни һәм рухи ҡомартҡылар ҙа телгә алына. Бынан тыш, ҡунаҡтар ЮНЕСКО-ның “Башҡорт Уралы” биосфера резерваты, үҙ эсенә Шүлгәнташ мәмерйәһен алған “Урал батыр төйәге” тәбиғи ҡомартҡыһы хаҡында ла етерлек мәғлүмәт алып, сағыу күренештәрҙе тамаша ҡыла аласаҡ.
Еребеҙҙең йәнә бер тарихи байлығы – “Урал батыр” эпосын был саранан бер нисек тә ситтә ҡалдырып булмай. Ул билдәле донъя эпостары рәтендә йөрөргә хоҡуҡлы. Финдарҙың “Калевала”, немецтарҙың ”Песнь о Нибелунгах”, ҡырғыҙҙарҙың ”Манас”ы кеүек берҙәй боронғо ул башҡорт эпосы.
Башҡортостан менән таныштырыуҙың төп маҡсаты – республиканың күп яҡлы потенциалын донъяға, киң йәмәғәтсе­лек­кә тәҡдим итеү. “Урал батыр төйәге” тәбиғи-мәҙәни номинацияһын ЮНЕСКО-ның донъя мираҫтары исемлегенә индереү тураһында ла һөйләшеү күҙаллана.
ЮНЕСКО майҙансығындағы Баш­ҡортостан көндәренә ойошма ағзаһы булған 195 илдең вәкилдәре килеүе көтөлә.

Сығыу ваҡыты 27-09-2013, 12:04 | Ҡаранылар: 612
|
  • Маҡсатыбыҙ – башҡорт илен, мәҙәниәтен бар донъяға танытыу
  • ПАРИЖДА БАШҠОРТОСТАН КҮРҺӘТЕЛӘСӘК
  • “Урал батыр” эпосын – донъяның рухи мираҫтары исемлегенә!
  • Өс һөйләм менән
  • Халҡыбыҙҙың бөйөк әҫәрен – төрлө телдә
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM