НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » “Кроношпан” зарарлы булмаясаҡмы?

“Кроношпан” зарарлы булмаясаҡмы?


Өфөлә төҙөлөүе күҙалланған “Кроношпан” заводының тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһон баһалау буйынса йәмәғәт тыңлауҙары башлана. Башҡортостан Пре­зиденты Рөстәм Хәмитов, был производствоға бәйле хәл арттырылып күрһәтелә, тигән фекерҙә. Ул журналистар менән осрашыуында билдәләүенсә, был ғәҙәти ағас эшкәртеү предприятиеһы, унда ағас-юнысҡы плита етештереләсәк, “Кроношпан” химия производствоһы түгел.
Бөгөн бындай предприятиелар Өфөлә былай ҙа бар. “Кроношпан” заводына ҡарағанда улар бәләкәйерәк, әммә атмосфераға зарарлы матдәләрҙе күберәк бүлеп сығара.
– Был предприятиеларҙың тирә-яҡ мөхитте бысратыусы үтә хәүефле объекттар булыуына зарланыуҙарҙы бер ҙә ишеткәнем юҡ. “Кроношпан” был йәһәттән күпкә таҙараҡ буласаҡ, – тине Рөстәм Хәмитов.
Республика етәксеһе әле тирә-яҡ мөхитте бысратыусы төп сығанаҡ тип автомобилдәрҙе атай.
– Өфөлә 350 мең автомобиль иҫәпләнә, йыл һайын яҡынса 35 – 36 мең машина һатып алына. Был автомобилдәр бүлеп сығарған зарарлы матдәләрҙең күләме төҙөләсәк предприятиеныҡынан яҡынса 20 – 25 тапҡырға күберәк, – тине Рөстәм Хәмитов. – Башҡортостанда йыл һайын атмосфераға бер миллион 100 мең тонна зарарлы матдә бүленеп сыға, шуларҙың 400 меңен – сәнәғәт предприятиелары, 700 меңен автомобилдәр бүлеп сығара.
“Кроношпан” буйынса барлыҡ экспертизалар ҙа үткәрелә. Пред­приятие төҙөү буйынса һуңғы ҡарар тик ентекле тикшереүҙәр нигеҙендә генә ҡабул ителә.
Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, төбәктә яңы предприятиелар төҙөлә икән, улар экологик яҡтан таҙа буласаҡ, бөтә заманса технологияларға ла яуап бирәсәк. Улар бүлеп сығар­ған матдәләрҙе һәм ағыҙған һыуҙы таҙартыу системаһы мотлаҡ булдырыласаҡ. Яңы предприятие Өфө райо­ны халҡын эшкә урынлаштырыу мәсьәләһен дә хәл итәсәк.

Сығыу ваҡыты 13-09-2013, 13:30 | Ҡаранылар: 441
|
  • “Кроношпан” буйынса тикшереүҙәр дауам итә
  • Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов: “Кроношпан” “экологик монстр” түгел
  • Халыҡ менән күҙгә күҙ ҡарашып
  • Сибай предприятиелары республика сеймалы менән эшләй
  • Тиҙ йөрөшлө трамвай юлы төҙөү туҡтатылды
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM