НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Бөтәһе лә Мәскәүгә осасаҡ

Бөтәһе лә Мәскәүгә осасаҡ


Бөтәһе лә Мәскәүгә осасаҡ“Аэрофлот” эконом класлы авиакомпанияларҙы үҫтереү йәһәтенән киләһе йыл арыу ғына эшләргә ниәтләй.
Әлбиттә, был инвестиция программаһы булышлығында башҡарыла. 2014 йылда бюджеттан 2,8 миллиард һум бүлергә тәҡдим ител­һә, авиакомпания 529 миллион һум йүнәлтәсәк. “Ryanair и Jet Star” моделе нигеҙендә эшләнгән самолеттар тәүҙә һигеҙ дана буласаҡ. Улар Санкт-Петербург, Һамар, Екатеринбург, Ма­хачкала, Краснодар, Өфө, Калининград, Яңы Уренгойға осасаҡ. Йәнә ике йылдан маршруттар һаны артыуы күҙаллана. Киев, Истанбул, Ереван, Барселона кеүек ҡалаларға ла осоу ихтималлығы булыр. Киләһе биш йылда парк 40 – 50 самолетҡа етәсәк.
Нимәһе мөһим, хаҡтар сағыштырмаса арзан. Мәҫәлән, Мәскәү менән Өфө араһы 3485 һумға торош буласаҡ. Был бөгөнгө хаҡтарҙан 31 процентҡа арзаныраҡ. Һамарға тиклем – 43 про­цент­ҡа (3100 һум), Екатеринбургка 29 процентҡа (4135 һум) әҙерәк килеп сыға. Билеттар тимер юл хаҡтары менән тигеҙләшә яҙа.

Әйткәндәй
Тиҙҙән Рәсәйҙә яңы төр пассажир самолеттары барлыҡҡа киләсәк. Яҡын арала “МС – 21-300” лайнерының дүрт өлгөһө әҙерләнергә тейеш. Улар иҫкергән “Ту – 154” һәм “Ту – 204” самолеттарын алмаштыра. Тап ошо эштән граждан авиацияһы яңырышы башлана ла инде. РФ Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев “2013 – 2025 йылдарға авиация сәнәғәте үҫеше” дәүләт программаһын тормош­ҡа ашырыу планын раҫланы.
А. ЗИННУРОВА әҙерләне.

Сығыу ваҡыты 2-08-2013, 12:18 | Ҡаранылар: 496
|
  • Мәскәүгә – 999 һумға
  • Төп иғтибар – иҡтисадҡа
  • Инвестиция күләме 250 миллиард һумға етәсәк
  • Самолет билеттары осһоҙораҡҡа төшәсәк
  • 1850 етем бала торлаҡлы буласаҡ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM