RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡаҙағстан да Башҡортостан үҫеше өсөн тырыша

02.08.2013 Ҡаҙағстан да Башҡортостан үҫеше өсөн тырыша

Ошо көндәрҙә Өфөлә Башҡортостан менән Ҡа­ҙағстан бәйләнеше сигендә ике яҡлы бизнес-форум һәм осрашыуҙар уҙҙы. Респуб­ликаға күрше төбәктең Пав­лодар өлкәһенән килгәйнеләр.
Ҡаҙағстан беҙҙең сауҙа-иҡтисади партнерҙар араһында мөһим урын биләй, 2012 йылда тауар әйләнеше 190 миллион доллар тәшкил иткән. Башҡортостанда ҡаҙаҡ капиталы ҡатнашлығында 24 предприятие, Ҡаҙағстан компанияларының өсәр филиалы һәм вәкиллеге булдырылған. Хеҙмәттәшлек­кә төрлө яҡлап нығынырға мөмкинлек бар. Башҡортостан күрше дәүләттең Павлодар өлкәһенә троллейбус, автобустар, прицеп һәм бетон ташыусы йөк машиналары һата ала. Шулай уҡ тоҡомло мал, ауыл хужалығы техникаһы ла тәҡдим итергә мөмкин. Ә үҙебеҙгә килгәндә, БР Президенты Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, республиканы Ҡаҙағстандың еңел сәнәғәт тармағының күн сеймалы ҡы­ҙыҡһындыра.
Рөстәм Хәмитов менән Павлодар өлкәһе башлығы Ерлан Арын һөйләшеү-килешеүҙәр һөҙөмтәһе бу­йынса протоколға ҡул ҡуйҙы. Яҡын киләсәктә Башҡорт дәүләт университеты Павлодарҙың Солтан­мәх­мүт Торайғыров исемендәге университеты менән хеҙмәттәшлек итәсәк. Бында берлектә белем биреү программаларын төҙөү, студенттар һәм уҡытыусылар менән алмашыу, конференциялар үткәреү ҡарала.
Башҡортостандың «Полиэф» һәм Ҡаҙағстандың «Композит» предприятиелары ла килешеү төҙөнө. Документҡа ярашлы, 2015 – 2017 йылдарҙа беҙҙән Павлодар өлкәһенә полиэфир ыҫмала һәм композит материалдар өсөн терефталь кислотаһы ебәреү күҙаллана.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә