RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өфөлә велосипедсыларға һәм йәйәүлеләргә айырым иғтибар

12.07.2013 Өфөлә велосипедсыларға һәм йәйәүлеләргә айырым иғтибар

Баш ҡалабыҙҙа юл аша сығыу юлдарын тиҙҙән бейеккә күсерәсәктәр. Бығаса ер аҫты юлдары төҙөү тураһында ҡайғырта инеләр, хәҙер ниәт – юлдарҙы өҫтән һалыу. Өфө мэры Ирек Ялалов шундай фекерен еткергән.
Юлдарҙағы “тығын”дар бы­йыл көҙгә бер аҙ бөтөр, моғайын, сөнки бына айҙар буйына “Үҫмерҙәр китапханаһы” һәм ”Дан бульвары” туҡталыштарында ер аҫты юлы төҙөлә. Тәүге туҡталыштағыһын 1 сентябргә асырға ниәтләйҙәр, икенсеһен – унан һуң, ай аҙағына.
Юл үткәүелдәрен өҫтән һалыу мәсьәләһенә килгәндә, әле бындай юлдарҙың ҡаланың дөйөм йөҙөн боҙоуы ихтималлығы тураһында бәхәстәр бара. Әммә кешеләрҙең хәүефһеҙлеген хәстәрләгәндә, юлды матур дизайнлау хаҡында ла уйларға мөмкин. Бөгөнгә Өфө – Аэропорт юлында, ҡаланың Менделеев урамында (Күр­гәҙмәләр үҙәге тапҡырында) юл аша сығыу өсөн өҫтән конструкциялар ҡороу күҙалланған. Төҙөлөшкә ярты йыллап ваҡыт кәрәгәсәк.
Әйткәндәй, Өфөлә велосипедсылар күбәйеүе уларға парковкалар булдырыу зарурлығын хасил иткән. Айырыуса ҙур сауҙа үҙәктәрендә велосипед ҡуйыу өсөн махсус урындар кәрәк.
Бынан тыш, велосипедсылар берлеге активистары баш ҡала парктарында ла айырым юл һорай. Дөйөм алғанда, “ике тәгәрмәсле дуҫ”тар менән йөрөүгә 150 саҡрым юл булдырыу тәҡдиме яңғыраған. Әле ҡасан ғына бер кем дә автомобилдәрҙең улай күбәйеүен күҙ алдына килтермәгән дә булғандыр. Әлеге хәл-торошто үҙегеҙ күрәһегеҙ. Велосипедтар менән улай уҡ булмаҫ-булыуын, әммә был транспорт сараһын һатып алыусылар һанынан сығып, алдағы хәлде күҙалларға мөмкин.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә