RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя яңылыҡтары

02.11.2010 Донъя яңылыҡтары

Бразилия Президенты – гүзәл зат!
Бразилия тарихында беренсе тапҡыр дәүләт башлығы вазифаһына ҡатын-ҡыҙ һайланды.
Президент һайлауҙарының икенсе турында ил хеҙмәтсәндәре партияһын етәкләүсе кандидат Дилма Руссефф еңеп сыҡты. Уның өсөн һайлаусыларҙың 55 проценты тауыш биргән. Һайлауҙарҙа электрон урналар файҙаланыл­ған. Шунлыҡтан һөҙөмтәләр һайлау участкалары ябылғандан һуң бер нисә сәғәт үтеү менән билдәле булған.
Дилма 1947 йылдың 14 декабрендә болгар иммигрант-коммунистар ғаиләһендә тыуған. Уның яҙмышына ата-әсәһенең етеш йәшәүе һәм балаларын киң билдәле белем усаҡтарында уҡыта алыуға һәләтле булыуы йоғонто яһаған. Руссефф илдә талапсан, ҡәтғи етәксе булараҡ билдәле. Өҫтәүенә, ул элекке дәүләт башлығының ышанысы менән дә файҙалана. Нәҡ экс-президент Лула Да Силва Дилманың кандидатураһын күрһәтеүен хуплап сыҡҡан да инде. Уның абруйы һәм асыҡтан-асыҡ кем өсөн тауыш биреүгә саҡырыуы Дилма өсөн хәл иткес роль уйнаған.

ҡытайҙа иҫәп алыу башланды
Кисә ҡытайҙа халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы башланды.
Сараға 6 млн кеше йәлеп ителгән. Улар ун көн эсендә 400 миллиондан ашыу хужалыҡты йөрөп сығырға тейеш. Халыҡ иҫәбен алыу илдә йәшәүсе халыҡ һанын ғына түгел, ә уларҙың енесен, йәшен, этник сығышын, белемен, профессиональ составын, демографияны, торлаҡлы булыу-булмауын, социаль хәлен дә асыҡлаясаҡ.
Бынан тыш, илдә беренсе тапҡыр сит ил граждандары ла иҫәпкә алынасаҡ. Бының өсөн сараға сит телдәрҙе белгән кешеләр йәлеп ителгән. Ә һорау алыу ҡағыҙҙары биш телгә тәржемә ителгән. Рәсми мәғлүмәт буйынса, халыҡ иҫәбен алыуға ил хөкүмәте 103 миллион доллар бүлгән. Әлеге ваҡытта ҡытай донъяла халҡы иң күп булған ил һанала – унда 1,3 млрд кеше йәшәй. Быға тиклемге иҫәп алыуҙар 1953, 1964, 1982, 1990, 2000 йылдарҙа ойошторолған булған.

Хужалар эшкә иртә йөрөй
1 ноябрҙән Мәскәү чиновниктары өсөн транспорт эксперименты индерелде.
Эш шунда: баш ҡала мэры Сергей Собянин бынан ары етәкселәргә эшкә иртәнге сәғәт һигеҙгә йөрөргә ҡуша. Әлеге сара халыҡ күпләп эшкә киткән осорҙа, йәғни иртәнге тығыҙ юлдарҙы «бушатасаҡ», имеш. Мәскәү хужаларына был оҡшармы, юҡмы, әммә яңы графиктың бер аҙнанан һуң документ менән нығытылыуы ихтимал.
Әлбиттә, был – баш ҡала юлдарындағы тығынды кәметеү өсөн аптыраған көндән уйлап сығарылған ҡарар. Шулай ҙа көн дә иртәле-кисле машинала эшкә йөрөүсе 25 мең ҡала чиновнигын иҫәпкә алһаң, файҙаһы теймәҫ, тимә. Әйткәндәй, Сергей Собянин быға тиклем дә ҡала предприятиеларының эш ваҡытын иртәнге сәғәт туғыҙҙан һигеҙгә күсереү тураһында сығыш яһай ине.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә