НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Беҙҙең иҡтисади сәйәсәт дөрөҫ йүнәлеш алған

Беҙҙең иҡтисади сәйәсәт дөрөҫ йүнәлеш алған


Өфөлә “Euromoney” инвестиция форумы асылды. Сара быйыл төҙөлгән хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ярашлы “Euromoney“ компанияһы менән берлектә Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан ойошторолдо.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Евгений Маврин, форумды асыу тантанаһында сығыш яһап, республиканы социаль-иҡтисади йәһәттән тотороҡло үҫтереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләүҙә “Euromoney“ компанияһы ме­нән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре хаҡында һөйләне. Вице-премьер билдәләүенсә, бик ваҡытлы үткән форум бөгөн алып барылған иҡтисади сәйәсәттең дөрөҫ йүнәлештә булыуын күрһәтә.
– Үҫеш йүнәлештәрен аныҡ билдәләнек һәм уларҙы үҙгәртергә йыйынмайбыҙ, – тине Евгений Маврин.
“Euromoney Institutional Investor PLC“ директоры Тристан Хиллгарт Башҡор­тостандың үҫеш программаһының аныҡ яҙылған булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. До­кументта яҙылғандарҙы бойом­ға ашырыу өсөн күҙаллауҙар һәм һөҙөмтәне бутамаҫҡа, стратегияны бөтә ҡатлам кешеләре лә аңларлыҡ итергә, кеше капиталының мөһимлеген онотмаҫҡа кәрәк. Хиллгарт әфәнде әйтеүенсә, республикала ошо факторҙарҙы аңлап эш итәләр.
Форум көн дауамында фекер алышыуҙар форматында бар­ҙы. “Башҡортостан 2013 йылда һәм киләсәктә: төп иҡтисади мөмкинлектәрҙе үҫтереү һәм файҙаланыу” темаһы буйынса һөйләшеү ҙә файҙалы булды.
Был көндө Башҡортостан Хөкүмәте менән Бөтә донъя банкы араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды, ә республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы Ernst&Young компанияһы менән килешеү төҙөнө.
Башҡортостан социаль проблемаларҙы хәл итеү йәһәтенән Бөтә донъя банкы тәжрибәһен ҡулланыу менән ҡыҙыҡһына. Вице-премьер Евгений Маврин белдереүенсә, республика халҡының 10 проценты ярлылыҡта көн күрә, йәғни уларҙың килеме йәшәү минимумынан да кәмерәк. Шуға ла банкының ярлылыҡтан ҡотолоуға йүнәлтелгән программалары беҙҙә лә кәрәк.

Сығыу ваҡыты 24-05-2013, 12:32 | Ҡаранылар: 811
|
  • Төп иғтибар – иҡтисадҡа
  • Тәғәйенләүҙәр
  • Тәжрибә туплау өсөн – Ҡырғыҙстанға
  • Ҙур химияның ҙур мөмкинлектәре
  • Франция Башҡортостан менән ҡыҙыҡһына
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Иҫке Күлдә - яңы "клуб"!
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?



  • Радио Юлдаш FM