RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя яңылыҡтары

26.03.2013 Донъя яңылыҡтары

Олигархтың үлеменең сәбәбен асыҡлайҙар
Донъя яңылыҡтары
Бөйөк Британияла билдәле Рәсәй бизнесмены Борис Бере­зовский 68-се йәшендә вафат булды.
Олигархтың үле кәүҙәһе 23 мартта Аскот ҡалаһы янындағы өйөндә табыла. Яҡынса күҙаллауҙарса, бер ниндәй көс ҡулланыу һәм ағыулау эҙҙәре күренмәй. Билдәле булыуынса, һуңғы ваҡытта Березовский клиник депрессия кисергән. Ошоғаса үҙенә ҡул һалған, йә булмаһа, инфаркт һөҙөмтәһендә йөрәге туҡтаған тип фаразланылар. Дуҫтарының береһе, «Аэрофлот» директорының элекке урынбаҫары Николай Глушков иһә, уны шарф менән быуып үлтергәндәр, тип иҫәпләй. Мәскәү Березовскийҙы Рәсәйҙә ерләү мөмкинлеген инҡар итмәй. РФ Президентының пресс-секретары Дмитрий Песков әйте­үенсә, был турала тәҡдим булһа, аныҡ ҡарар ҡабул ителәсәк.

Малайҙар юғала, ғәйеп кемдә?

Хабаровск крайында юғалған малай табылған.
Ульчск районы Богородское ауылынан ун йәшлек малай 23 мартта юғала. Йәкшәмбе кискеһен уның кәүҙәһен канализация ҡоҙоғонан табалар. Тәнендә йәрәхәттәр юҡ. Әле енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү алып барыла. Шул уҡ ваҡытта Амур өлкәһендә 20 мартта юғал­ған 9 йәшлек малайҙы эҙләү дауам итә.

Ташҡындар башланды

Ростов өлкәһендә, ташҡынға бәйле, 300-ҙән ашыу кешене эвакуациялағандар.
Дон йылғаһында һыу кимәленең кинәт күтәрелеп китеүе арҡаһында өлкәлә ундан ашыу ауыл-ҡаланы һыу баҫҡан. Һөҙөмтәлә меңләгән кеше хәүеф аҫтында ҡалған. РФ Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев өлкә губернаторына ташҡынға бәйле хәлде күҙәтеү аҫтында тоторға, кәрәк булған осраҡта федераль властарға ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә ҡушҡан.

Урал тауынан алынған ҡиммәтле хазина

Свердловск өлкәһендә 1011 грамлыҡ зөбәржәт ташы табылған.
Уны Малышев ҡасабаһындағы зөбәржәт сығарыу фабрикаһы конвейерында машинист күреп ҡала. ҡара йәшел төҫтәге таш сифаты буйынса – икенсе, төҫө буйынсе беренсе сортҡа ҡарай. Урал зөбәржәте элек-электән донъяла киң билдәле. Ювелирҙар уларҙы ҡабатланмаҫ төҫө өсөн юғары баһалай.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә