НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » «Сода» етәкселегендә – таныш исем

«Сода» етәкселегендә – таныш исем


«Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы йыйылып, унда советҡа яңы рәйес һайланды. Был вазифаға бер тауыштан Рәсәй һәм Беларусь Республикаһы союздаш дәүләтенең Дәүләт секретары Григорий Рапота һайланды.
Әлеге ҡарар Беларусь Республикаһының кальцийлы сода етештереү буйынса завод төҙөү проектын бойомға ашыра башлауы менән бәйле. Проект быйыл июндә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Белоруссияға визиты барышында тикшерелгән.
Стәрлетамаҡта теркәлгән «Сода» компанияһы – Рәсәйҙең ҙур акционерҙар йәмғиәте. Башҡортостан – төп акционер, ул акциялар пакетының 61,65 процентына эйә. Икенсе ҙур акционер – «Каустик» (акциялар пакетының 34,8 проценты).
«Сода»ның директор­ҙар советы составына, Григорий Рапотанан тыш, БР Президенты кәңәшсеһе Спартак Әхмәтов, БР Президенты Хаки­миәте етәксеһе Влади­мир Балабанов, Стәрле­тамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Алексей Изотов, БР ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Рәмил Исҡужин, иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин, «Баш­ҡортостан химияһы» асыҡ акционер­ҙар йәмғиәтенең генераль директоры Надежда Пинигина, директорҙар советы рәйесе Дмитрий Пяткин, «Төбәк фонды» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Юрий Смирнов инә.

Сығыу ваҡыты 7-09-2012, 12:57 | Ҡаранылар: 698
|
  • Химиктар премия алды
  • Һиндостан менән бәйләнештәр нығый
  • Бергәләп эш итеү ике яҡҡа ла отошло
  • «Башнефть»тең директорҙар советы билдәләнде
  • «Башинформ»да яңы етәксе
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Балалар менән эшләүе оҡшай”
  • Башҡорт википедияһы йәштәрҙе көтә!
  • Ҡарғыш алма, алғыш ал!
  • Көнбағышлы пакет
  • Ҡурайсы, актер, йырсы, етәксе
  • Гимндар төрлө була…
  • Ураҙа айы мөбәрәк булһын!
  • Йондоҙнамә (21-27 май)
  • Ремонт эшләүселәргә кәңәштәр
  • Балсы ҡулынан бал тамыр



  • Радио Юлдаш FM