RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Куба Башҡортостан менән ҡыҙыҡһына

27.07.2012 Куба Башҡортостан менән ҡыҙыҡһына

Башҡортостанға Куба Республи­каһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Хуан Вальдес Фигероа килеп китте.
Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов менән осрашыуҙа ике республика араһында иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу, тауарҙар әйләнешен арттырыу, шулай уҡ гуманитар өлкәлә үҙ-ара килешеп эш итеү мәсьәләләре тикшерелде. Әлегә Куба менән Башҡортостан араһындағы сауҙа-иҡтисади бәйләнештәр ныҡлап үҫешмәгән. Үткән йыл һөҙөмтәләре буйынса тышҡы сауҙа әйләнеше 7,5 мең доллар тәшкил иткән.
Һөйләшеү барышында нефть эшкәртеү, нефть химияһы, ауыл хужалығы, ағас эшкәртеү, туризм өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итеү йүнәлештәре билдәләнде. Респуб­лика медицина хеҙмәткәрҙәренең Кубалағы һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында стажировка үтеүе буйынса программа булдырыу мөмкинлектәре хаҡында ла һүҙ алып барылды.
Хуан Вальдес Фигероа билдәләүенсә, бөгөн Куба Рәсәй менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлекте нығыта һәм Башҡортостан менән бәйләнештәр был хеҙмәттәшлектең мөһим бер өлөшө буласаҡ.
“Азатлыҡ утрауы” дипломаты Президентҡа Башҡортостанда уҡып ҡайтҡан Хайме Лопес Гарсиянан бүләк тапшырҙы. Сувенир ат яһаған элекке студент, үҙ эшендә, Фигероа әфәнде әйтеүенсә, башҡорт рухын да күрһәтергә тырышҡан, Башҡор­тостанда йәшәгән йылдарын бик һағыныуын белдергән.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә