RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя яңылыҡтары

24.07.2012 Донъя яңылыҡтары

Балалар сирләй
Хабаровск крайында урынлаш­ҡан «Созвездие» лагерында һаулығын нығытыусы 52 бала һәм 3 вожатый дауаханаға эләккән.
Уларҙың бөтәһе лә ашҡаҙан инфекцияһын эләктергән. Әлегә балаларҙың күпселеге дауаханаларҙа ята, бер-ике үҫмер генә лагерға кире ҡайтарылған.
«Созвездие» лагерында 12 – 17 йәшлек 384 бала һаулығын нығыта. Әле учреждениеға «Роспот­ребнадзор» һәм башҡа бик күп тикшереү органдарының вәкилдәре ебәрелгән. Улар килеп тыуған күңелһеҙ хәлдең сәбәптәрен асыҡлау менән мәшғүл. Алдан күҙаллауҙар буйынса, балалар аҙыҡ-түлектең эҫелә дөрөҫ һаҡланмауы арҡаһында инфекция эләктергән. Лагерҙы ябырға йыйынмайҙар, ул артабан да эшләйәсәк.

Үлем менән шаяра

Австралиялағы ҡотҡарыу хеҙмәте халыҡтың ялыуҙарына, ғаризаларына яуап биреп өлгөрә алмай – уларға көн һайын янаулы смс-хәбәр алған йөҙләгән кеше мөрәжәғәт итә.
Сидней, Брисбен, Аделаида һәм башҡа ҡалаларҙа йәшәүселәргә билдәһеҙ бер кеше, үлтереү менән янап, смс-хәбәр ебәрә.
Смс-та телефон хужаһын үлтереү өсөн кемдәндер заказ килеүе һәм ул ҙур ғына сумма түләмәгән осраҡта, был заказды үтәргә тура киләсәген хәбәр итәләр. Телефон хужаһы аҡсаны электрон почта аша күсерергә тейеш булып сыға. Полиция паникаға бирелгән халыҡты тынысландырырға тырыша, тик кешеләрҙән аҡса таларға тырышҡан «киллер»ҙы һаман тота алмайҙар.

Яуап бирергә тура киләсәк

Краснодар крайындағы ҡырым районының элекке башлығы Вла­димир Ульяновскийҙы, һыу ташыуы ваҡытында халыҡтың күпләп үлеүендә ғәйепле булыуы сәбәпле, ҡулға алдылар.
Яҡын арала уға ҡаршы енәйәт эше асыласаҡ. Экс-башлыҡ үҙенә йөкмәтелгән бурыстарҙы тулы­һын­са башҡармауҙа ғәйепләнә.
Бынан тыш, Краснодарҙа һыу аҫтында ҡалған башҡа тораҡ пункт­тарҙың да башлыҡтары үҙ эшенә вайымһыҙ ҡараған тип билдәләнә.
Дөйөм алғанда, һыу ташыуы ваҡытында емерелгән йорттарҙы билдәләү, матди ярҙам күрһәтеү кеүек эштәр әүҙем бара. Был афәтте алдан иҫкәртергә тейеш булған етәкселәр араһында яуап­лылыҡтан ҡасыу өсөн төрлө юлдар эҙләүселәр ҙә күп.

Ысын террор

Американың Аврора ҡалаһында яңы фильм ҡарарға килгән кешеләр өсөн ял итеү урыны ҡот осҡос фажи­ғәгә әүерелгән – кинозалға бер ир инеп, фильм ҡарап ултырыусы кешеләргә ата башлаған.
ҡораллы әҙәм тәүҙә залға күҙ йәштәрен сығарыусы газ ебәргән һәм аптыранған кешеләргә ҡаршы ут асҡан. 12 кеше шундуҡ һәләк булған, 60 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Улар араһында ауыл хәлдәгеләр күп.
Бер ғәйепһеҙ кешеләрҙе атып үлтергән Холмс исемле ирҙе ҡулға алғандар. Әлегә уның ҡыланыштарына аныҡ ҡына аңлатма бирә алмайҙар.
Л. СИРАЕВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә