НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Донъя яңылыҡтары

Донъя яңылыҡтары


Дан ҡалалар
РФ Президенты Дмитрий Медведев Владимир өлкәһенең Ковров, Санкт-Петербург эргә­һен­дәге Ломоносов, Ростов өлкәһенең Таганрог, Петропав­ловск-Камчатский ҡалаларына Хәрби дан ҡалаһы исемен тапшырып, Грамоталар менән бүләкләне.
Почетлы исем уларға ҡаланы һаҡлаусыларҙың Ватандың бойондороҡһоҙлоғо һәм ирке өсөн көрәштә күрһәткән батырлығы, фиҙакәрлеге өсөн бирелде. Тәүгеләрҙән булып был исемгә Белгород, Курск, Орел ҡалалары лайыҡ булды. Данлы ҡалаларҙа Президент указы яҙылған ҡала гербы стелаһы ҡуйыла һәм Ватанды һаҡлаусылар көнө ҙурлап үткәрелә.

Себерҙә – ер тетрәү

Себер биләмәһендә − Тыва, Хакас, Алтай Республикаларында, Красноярск крайында, Кемерово, Новосибирск өлкәләрендә Рихтер шкалаһы буйынса 9 балл ҡеүәтендә ер тетрәгән.
Тәбиғәт һәләкәтенән айырыуса Тыва ныҡ зыян күргән. РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин Тываға 400 млн һум аҡса бүлергә тәҡдим иткән. Бында 1 мең йортто, 100-ҙән ашыу инфраструктура объектын, ике йылылыҡ электр станцияһын тергеҙергә кәрәк.

Ҡырғыҙҙарға ни етмәй?

Рәсәйҙең Үҙәк Азиялағы хәрби объектынан – Ҡырғыҙстандың Канттағы авиабазаһынан ҡолаҡ ҡағыуы ихтимал.
Был хаҡта Ҡырғыҙстан Президенты Алмазбәк Атамбаев белдергән. Ул Мәскәүҙе аренда хаҡын түләмәүҙә ғәйепләй. Рәсәй вәкилдәре Ҡырғыҙстанға яуап итеп: «Яҡын арала аренда хаҡын һәм инфраструктура объекттары өсөн түләргә әҙербеҙ. Әммә Ҡырғыҙстандың да беҙгә 493 млн доллар бурысы бар. Был мәсьәләне хәл итеү Ҡырғыҙстан етәкселегенән тора», − тигән.
Ике яҡтағы бындай аңлашылмаусанлыҡ 2010 йылғы революция алдын хәтерләтә. Ҡырғыҙҙар быйыл да мартта ҡаршылыҡ акцияһына сыҡмаҡсы. Илгә яҙ көнө сәсеү өсөн яғыулыҡ-майлау материалдары кәрәк. Ә Рәсәй уларҙы индереүҙе сикләһә, республикала тағы ла сәйәси болғаныштар сығыуын көт тә тор.

Махсус хеҙмәттәр уяу

Рәсәй менән Украинаның махсус хеҙмәттәре РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путинға һөжүм итергә йыйынған кешеләрҙе асыҡлаған.
Одессала халыҡ-ара эҙләүҙә булған кешеләр ҡулға алын­ған. Улар президент һайлауҙарынан һуң Мәскәүҙә үҙҙәренең яуыз ниәттәрен башҡарырға тейеш булған. Енәйәтселәр Одессала ҡуртымға фатир алып, унда шартлатҡыс эшләгән. 4 ғинуарҙа шартлатҡыс шартлай һәм террорсыларҙың береһе – Руслан Мадеев һәләк була. Икенсеһе – Ҡаҙағстан кешеһе Илья Пьянзин, тәне бешеп, реанимацияға эләгә. Һуңынан ул Рәсәй биләмәһендә теракттар әҙерләнеүе тураһында һөйләп бирә. Боевиктарҙың инструкторы Адам Осаев ҡасып китһә лә, ҡулға алына.

З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.

Сығыу ваҡыты 28-02-2012, 11:14 | Ҡаранылар: 843
|
  • Тәжрибә уртаҡлашыу – яҡшы эш
  • Башҡортостан Ҡаҙағстан менән иң тығыҙ бәйләнештә
  • Өс һөйләм менән
  • “Урал тауышы” еңеүселәрҙе билдәләне
  • Президент һайлауҙың икенсе туры була ҡалһа…
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM