«i» билдәһе булған «Өфө-матбуғат» киоскыларын күрһәгеҙ, бер ҙә аптырарға түгел – улар сит ил туристарына уңайлылыҡ тыуҙырыу өсөн уйланылған. Сөнки быйыл баш ҡалабыҙҙа бер нисә халыҡ-ара спорт ярышы үтәсәк. Алдан күҙалланылыуынса, республикаға сит илдән 3 мең тирәһе ҡунаҡ килеүе көтөлә.
– Сит ил ҡунаҡтары Европа менән Өфө араһында әллә ниндәй ҙур айырманы һиҙмәһен өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ, – тине баш ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов. – Район хакимиәттәре менән бергәләп байтаҡ эш башҡарырға тура киләсәк.
Уның әйтеүенсә, шул иҫәптән ресторан менюҙарын һәм урамдарҙың билдә-күрһәткестәрен инглиз теленә әйләндереү буйынса ла эш башҡарыласаҡ. Киоскылар һатыусылары ҡунаҡ-туристарға Башҡортостандың баш ҡалаһына арналған брошюраны бушлай таратасаҡ. Ҡала хакимиәте сайтында ҡалабыҙҙың матур урындарын һәм маршруттарҙы күрһәткән махсус сайт асыласаҡ.

Вы можете прокомментировать статью. Для этого можете зайти через сайт вконтакте.ру.