RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя яңылыҡтары

07.02.2012 Донъя яңылыҡтары

Капитан ғәйебен танымай

ҡаҙан ҡалаһында фажиғәгә тарыған «Болғар» теплоходы пассажирҙарына ярҙамға килмәгән «Дунайский − 66» буксир судноһы капитаны Александр Егоровҡа суд процесы башланды.
Шаһит сифатында «Арабелла» судноһы капитаны саҡырылған. Һыуға батыусыларҙы ҡотҡармауҙа А. Егоров үҙенең ғәйебен танымай. Ике йөк баржаһын һөйрәтеп алып барыуы сәбәпле, бәләгә тарыусылар янына техник яҡтан бара алмауын белдерә. Уға хөкөм ҡарары 10 февралдә сығарырға тейеш.
«Болғар» теплоходы Куйбышев һыу һаҡлағысында 2011 йылдың 10 июлендә батҡайны. Унда 122 кешенең ғүмере өҙөлдө.

Финляндияла – яңы башлыҡ

Финляндияла үткән президент һайлауында илдең элекке финанс министры 63 йәшлек Саули Ниинисте еңеп сыҡҡан.
Ул 63 процент тауыш йыйған. Дәғүәсеһе Пекка Хаавистоға халыҡтың 37 проценты тауыш биргән. Саули Ниинисте биш йыл эсендәге беренсе консерватор етәксе буласаҡ. Ошоға тиклем ил менән Тарье Халонен идара иткәйне. Президент посында тороусы башҡарма власҡа эйә, Евросоюз илдәре менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә, тышҡы сәйәсәтте формалаштырыуҙа ҡатнаша.

Фидель иҫтәлектәр яҙа

Халыҡ араһында күптән күренмәгән Кубаның элекке лидеры Фидель Кастро мемуарҙар китабын нәшер иткән.
«Заман партизаны» тип атал­ған ике томлы хәтирәләр китабында Азатлыҡ утрауы башлығының бала сағы, сәйәси эшмәкәрлеге һүрәтләнгән. Презентацияла Фидель Кастро: «Хәтерем барҙа үҙемдең үткәндәрем хаҡында яҙып ҡалдырырға кәрәк», − тигән. 85 йәшлек сәйәсмән белдереүенсә, һәр Куба кешеһенең бурысы һуңғы һулышынаса Куба, планета һәм дөйөм кешелек өсөн көрәш булырға тейеш. 2006 йылда Кастро ил менән етәкселекте ҡустыһы Раулға тапшырҙы.

ҡарттарҙы пенсияһыҙ ҡалдырғандар

Мәскәүҙә «Рәсәй почтаһы» бүлексәләренең береһенә битлек кейгән ике кеше инеп, пистолетҡа оҡшаған предмет менән хеҙмәт­кәр­ҙәргә янап һәм газ баллонынан һиптереп, 7,5 млн һум аҡсаны урлап ҡасҡан.
Полицияның эҙләү-оператив саралары ваҡытында енәйәттә почта бүлексәһендәге операторҙың ҡатнашлығы булыуы асыҡлана. Ул элек хөкөм ителгән танышына был көндө почтаға ҙур суммала аҡса киләсәге тураһында хәбәр итә. Полиция бер бурҙың эҙенә ул баш ҡаланан китергә йөрөгәндә төшә. Унда урланған аҡсаның яртыһы ғына булып сыға. Икенсе енәйәтсе әлегә табылмаған.

З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә