RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Маҡтанырға нигеҙ бар!

27.01.2012 Маҡтанырға нигеҙ бар!

Берлиндағы күргәҙмәлә Башҡортостан танылыу яулай
Әле Берлинда «Йәшел аҙна − 2012» халыҡ-ара агросәнәғәт комплексы күргәҙмәһе эшләй. Был мөһим сара 29 ғинуарға тиклем дауам итә. Унда Рәсәй вәкилдәре иҫәбендә «Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән «Башҡор­тостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһы ла ҡатнашыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде.
Беҙҙең ил ауыл хужалығы, аҙыҡ-түлек, баҡсасылыҡ, малсылыҡ өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙы халыҡ-ара кимәлдә барлау маҡсатында үткәрелгән берҙән-бер сарала 16 йыл рәттән ҡатнаша. Рәсәй предприятиелары араһында Башҡортостан Республикаһы әҙерләгән экспозициялар ҙа ҙур урын алып тора. Әлбиттә, бындай юғары кимәлдәге саралар ҡаҙаныштарыбыҙҙы күрһәтеү өсөн генә түгел, файҙалы килешеүҙәр төҙөү өсөн дә ойошторола. Әле «Йәшел аҙна − 2012» халыҡ-ара күргәҙмәһендә Баш­ҡортостан Респуб­ликаһы менән Германия араһында ауыл хужалығы өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү өсөн һөйләшеүҙәр алып барыла. Мәҫәлән, «Баш­спирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте был илгә үҙенең продукцияһын 3 − 4 тапҡырға күберәк һатырға ниәтләй. Хәҙер немецтарға Баш­ҡортостандан 12 − 15 мең декалитр алкоголле эсемлек ебәреләсәк.
«Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһы ла үҙенең продукцияһын тәҡдим итеп, бар донъяны таң ҡалдырҙы, тип әйтеү һис тә арттырыу булмаҫ. Ағас, быяла йәки пластик һауыттарға һалынған тәбиғи балдың төрлө төрҙәре, прополислы газлы эсемлек, кеҫәл, аҙыҡ-түлеккә һауыҡтырыу-профилактика өҫтәмәләре һәм башҡалар бик күп кешене йәлеп итә. Был учреждение етештергән араҡы, бәлзәм, төнәтмәләр ҙә донъя кимәлендә танылыу яулаған. Дөйөм алғанда, республикабыҙҙың «төп балсылары» Германияла 150 төр тауарын күрһәтә.
Башҡортостан халҡы ҡайҙа ла ҡунаҡсыл инде − Германияға бөтә донъянан йыйылған кешеләр өсөн республикабыҙҙа етештерелгән аҙыҡ-түлекте тәмләп ҡарау ҙа ойошторолған. Беҙҙең сыр, бал, ит деликатестары, колбаса һәм башҡа тәмлекәстәр менән «Йәшел аҙна − 2012» сараһына килеүселәр ҙур теләк менән һыйлана.
Башҡортостанда етештерелгән продукцияның сифатын, баһаһын һәр кем белһен, алһын һәм ҡуллан­һын өсөн ошондай сараларҙа ҡатнашыу мотлаҡ кәрәк.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә