RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Көҙгө кеүек буласаҡ

19.11.2011 Көҙгө кеүек буласаҡ

2011 йылда Башҡортостанда төпкөл ауылдарҙы ҙур ҡалалар, район үҙәктәре менән бәйләгән яңы һигеҙ автомобиль юлы барлыҡҡа килде. Был юлдарҙың нисә саҡрымға һуҙылғанлығы ла иғтибар үҙәгендә түгел, иң мөһиме − яңы юлдар төпкөл урындарҙы тышҡы донъя менән бәйләй. Быға тиклем ҡайһы бер ауылдарға ямғыр яуғанда, йә көрт баҫҡанда ҙур ауырлыҡ менән генә барып етеп булған. ҡай- саҡ студенттар йәки ҡунаҡҡа килгән кешеләр ҡышҡыһын аҙналар буйы ауылдан сыға алмай этләнгән.
Юл аҙабы – гүр ғазабы, ти халыҡ мәҡәле. Рәсәйҙә ғүмергә лә хәл ителмәҫлек тойолған насар юлдар мәсьә­ләһе һәр ваҡыт тиерлек иғтибар үҙәгендә тотола. Ауыл юлдарын яҡшыртыу өсөн илебеҙҙә махсус федераль программа эшләй. Уның буйынса беҙҙең республикаға быйыл федераль бюджеттан 97,7 миллион һум субсидия бүленгән. Шул аҡсаны үҙләштереү һөҙөмтәһендә республиканың Әбйә­лил, Бүздәк, Ейәнсура, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Саҡмағош, Миш­кә, Тә­тешле, Стәрлетамаҡ ра­йондарында яңы юлдар барлыҡҡа килде. Юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо ун саҡрым самаһы ғына. Әммә бында иң мөһиме − төпкөл урындарҙан да һәйбәт юлдар буйлап сығыу мөмкинлеге. Әлеге эштәр 2012 йылда ла дауам итәсәк. Тағы ла 23 яңы юл төҙөргә иҫәп тоталар.
Юлдар ауылдарҙа ғына түгел, ҡалаларҙа ла камиллыҡтан алыҫ. Уларҙы һәр ваҡыт төҙәтеп, ремонтлап әллә күпме сығым түгергә тура килә. Әммә юл өсөн түгелгән сығымдар һәр ваҡыт үҙен аҡлай. Яңыраҡ «Баш­информ» мәғлүмәт агентлығында «Рә­сәй ҡалаларының яңы юлдары» программаһының нисек тормошҡа ашырылыуына арнал­ған мәғлүмәт конференцияһы үтте. «Берҙәм Рә­сәй» партияһының юлдарға ҡағылышлы был программаһын тор­мош­ҡа ашырыу барышында Өфөлә 600 ихатаға ремонт эшләнгән. Баш ҡалала шулай уҡ Сипайлово, Ленин, Киров һәм Цюрупа урамдарында капиталь ремонт үткәрелгән. Бынан тыш, тағы ла 25 урамда ремонт башҡарылған. Ре­монтланған, төҙәтелгән башҡа юлдар, ихаталар ҙа күп. Был эштәр Өфөлә генә түгел, республикабыҙҙың башҡа ҡалаларында ла әүҙем бара. Юлдар өсөн аҡса, федераль бюджеттан тыш, урындағы бюджеттарҙан да бүленә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә