RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ проблемалары тикшерелде

19.11.2011 Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ проблемалары тикшерелде

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Туймазы районында һәм Октябрьский ҡалаһында булды.
Туймазы ҡалаһында төбәк башлығы балалар баҡсаһын һәм күп фатирлы туғыҙ йортто йылы менән тәьмин итеүсе яңы типтағы ҡаҙанлыҡ эше менән танышты, төҙөлә башлаған Боҙ һарайын да ҡараны.
Аҙаҡ Рөстәм Хәмитов рәйеслегендә Хөкүмәт Президиумының «Торлаҡ фонды менән идара итеү проблемалары һәм уны камиллаштырыу буйынса саралар тураһында» темаһына күсмә ултырышта күп фатирлы йорттар менән идара итеүҙе камиллаштырыу, торлаҡ милекселәре ширҡәттәре идара компаниялары эшмәкәрлегенең үтә күренмәле булыуын тәьмин итеүгә бәйле мәсьәләләр, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге яңылыҡтар­ҙың береһе – граждандарҙың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрен ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар һәм торлаҡ фонды менән идара иткән ойошмалар араһында бүлеү механизмын индереү тураһында һүҙ барҙы.
«Түләүҙәрҙе бүлеү» механизмы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн айырым компанияларға түләүҙе күҙ уңында тота. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләгән документта хеҙмәт күрһәткән бөтә ойошмалар ҙа күрһәтеләсәк. Граждандар аҡсаны, әлеге кеүек, идара итеүсе компанияға түгел, ә аныҡ ойошмаларға түләйәсәк, идара итеүсе компаниялар иһә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн үҙҙәренә тейешле аҡсаны ғына аласаҡ. Ә түләү ҡағыҙы әүәлгесә берҙәм булып ҡаласаҡ.
Шул уҡ көндө республика башлығы Октябрьский ҡалаһы халҡы менән дә осрашып, тормош сифаты тураһында әңгәмәләште. Был юлы ла ул властың халыҡ өсөн эшләргә тейешлеген ҡат-ҡат һыҙыҡ өҫтөнә алды. Артабан ул йыйылыусыларҙы республиканың социаль-иҡтисади хәл-торошо менән таныштырып үтте, һуңынан Туймазыла торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарға, ҡала сәнәғәтенә, эсәр һыу менән тәьминәткә, балалар баҡсаһына ҡағылышлы мәсьә­ләләргә туҡталды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә