RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Умартасылар, ветеринария паспортын алығыҙ!

15.10.2011 Умартасылар, ветеринария паспортын алығыҙ!

Умартасылар, ветеринария паспортын алығыҙ!
«Умартасылыҡ тураһында» республика Законына үҙгәрештәр индерелде. Хәҙер ауыл хужалығы ерҙәре хужалары химик препараттар менән эш иткәндә, умартасыларға был хаҡта хәбәр итергә тейеш. Фермерҙар биш көн алда яҙма йәиһә урындағы гәзит аша эшкәртелгән ерҙән ете саҡрымға тиклемге радиуста булған умарта тотоусыларға ҡулланыласаҡ препараттың составы, уның ағыулы булыуы хаҡында белдерергә бурыслы.

Бынан тыш, дәүләт һәм урындағы муниципаль власть вәкилдәренә лә яңы бурыс йөкмәтелде. Улар даими рәүештә умартасылар­ҙы киң мәғлүмәт саралары аша тирә-яҡ мөхит торошо, бал ҡорттарына янаған хәүеф хаҡында алдан киҫәтергә тейеш.
Хәҙер умартаның ветеринар-санитар паспорты булдырылды. Умартасыларға дәүләт ветеринария инспекторының рөхсәте менән был документ тапшырыласаҡ. Тик шул саҡта ғына бал ҡорттарын һәм бал продукцияһын һатыу рөхсәт ителәсәк.
Умарталарҙы күсереп, икенсе ергә ултыртҡандан һуң, урындағы ветеринария инспекторына паспортты күрһәтеп, теркәлеү мотлаҡ. Уларҙы бал ҡорттарының осҡан юлына ултыртыу тыйыла. Күсмә умарталарҙың араһы – 1,5 саҡрым, ә стационар һәм күсмәләрҙең араһында 3 саҡрым дистанция булыр­ға тейеш.
Г. БИКМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә