НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Беҙҙең техника ҡунаҡтарҙы таң ҡалдырҙы

Беҙҙең техника ҡунаҡтарҙы таң ҡалдырҙы


Беҙҙең техника ҡунаҡтарҙы таң ҡалдырҙы
X халыҡ-ара «Сочи – 2011» инвестиция форумына арнап, Сочи ҡалаһында ошо көндәрҙә асылған күргәҙмәлә Башҡортостандың Күмертау ҡалаһында «Ротор» тәжрибә-конструктор бюроһында эшләнгән ике урынлы яңы R-30 «Роторфлай» вертолеты сараға килгән ҡунаҡтарҙы таң ҡалдырҙы.
Был 490 килограмлыҡ һауа техникаһы беренсе тапҡыр 2005 йылда уҡ уңышлы һынау үткән булған. Шуныһы ғәжәп: ул 400 километрлыҡ араны өҫтәп заправкаламайынса үтә һәм 4500 метрға тиклем бейеклеккә сәғәтенә 15 литр ғына яғыулыҡ ҡулланып күтәрелә ала. Бындай техниканы патруль итеүҙә, ауыл хужалығы эштәрен башҡарыуҙа ҡулланырға мөмкин. Өҫтәүенә, вертолет ҡотҡарыусы парашют системаһы менән тәьмин ителгән. Ул ғына ла түгел, уға махсус автопилот ҡуйырға ла ниәтләйҙәр.
Сочиҙағы күргәҙмә экспозицияһында шулай уҡ республикабыҙҙың еңел авиация өлкәһендәге башҡа ҡаҙаныштары ла – шул уҡ «Ротор»ҙың R-20 «Птенец – 2» вертолеты, Күмертау авиация производствоһы предприятиеһының күп маҡсатлы һәм теләһә ниндәй һауа шарттарына ла яраҡ­лаштырыл­ған КА – 226Т вертолеты, Ита­лияның ICP компанияһы менән Өфөнөң «Кон­дор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең берлектәге эше – «Savano S» самолеты стенды, Нефтекама автозаводының «НефАЗ» – 52999 туристик, «НефАЗ» –5299 ҡала-ара һәм «НефАЗ» – 52998 ҡала автобусы урын алған.

Р. БАЙЫШЕВА.

Сығыу ваҡыты 17-09-2011, 15:35 | Ҡаранылар: 1313
|
  • Өс һөйләм менән
  • Немецтар машиналар эшләү предприятиелары менән ҡыҙыҡһына
  • Беҙҙең вертолеттар сит илдә лә киң танылыу алған
  • Оҙо-он «НефАЗ» автобусы сыҡты
  • Башҡортостан делегацияһы – Сочиҙа
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM