RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Әһәмиәтле проекттарға юл асыҡ

13.09.2011 Әһәмиәтле проекттарға юл асыҡ

Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының «Халыҡ бюджеты»н бойомға ашырыу барышында иғлан ителгән муниципаль проекттарҙы йәмәғәт тыңлауҙары тамамланды.
Ошоғаса инвестициялар йәлеп итеү буйынса конкурс­тар Дәүләкән, Белорет, Бөрө ҡалаларында үткәрелгәйне. Уларҙың һуңғыһы − 11 муниципаль район буйынса тыңлауҙар Өфөлә уҙғарылды. Башҡортостан − «Халыҡ бюджеты»на тәҡдим иткән проекттарҙы тәүгеләрҙән башлаусы һәм бойомға ашыра башлаусы берҙән-бер төбәк. Дөйөм алғанда, 62 район һәм ҡала конкурсҡа 168 инвестиция проектын тәҡдим итте. Баш ҡаланың Нефтселәр мәҙәниәт һарайында Благовар, Саҡмағош, Ейәнсура, Иглин, ҡыйғы, Мәләүез, Салауат, Учалы, Стәрлетамаҡ, Шишмә райондары, Өфө һәм Салауат ҡалалары вәкилдәре үҙҙәренең проекттарын яҡланы. Дыуан районының Мәсәғүт гимназияһы директоры һүҙҙәренсә, уҡыу йорто бинаһы иҫкергән, күптән капиталь ремонт талап ителә. Косметик ремонт менән генә төбәктәге көслө уҡыу йорттарынан һаналған мәғариф учреждениеһының торошон яҡшыртыу мөмкин түгел. Балалар баҡсалары проблемаһы һәр районда киҫкен мәсьәлә булып ҡала. Өфө районы ҡатын-ҡыҙҙар советы Чесноковка ҡасабаһында тағы ла бер балалар баҡсаһы төҙөүҙе һорай. Ауылда яңы микрорайондар барлыҡҡа килә, 166 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһына сират ҙур. Әлеге көндә 200 бала баҡсаға сират көтә. Үҙҙәренең үтенестәрен еткерергә хатта балалар ҙа килгәйне. Учалы районы хакимиәте был проблеманы, аҡса бүленһә, икенсе юл менән хәл итмәксе. Элекке мәғариф идаралығы бинаһы төҙөкләндерелһә, ҡалала 100 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы асып булыр ине, тигән фекерҙә Учалы районы һәм ҡалаһы хакимиәте башлығы А. Иҙрисов. Учалылар ҡалала электр энергияһы менән тәьмин итеү станцияһы төҙөүгә, урындағы филармония бинаһына капиталь ремонт үткәреүгә аҡса һорай.
Өфө ҡалаһы яңы йорттар төҙөлгән микрорайондарҙа 24 балалар майҙансығы төҙөү проекттарына сығымдар бүлеүгә үтенес белдерә.
Халыҡтың иң үҙәккә үткән прблемаларының береһе − һыу. Стәрлетамаҡ районының Оло ҡуғанаҡ ауылы хакимиәте һыу үткәргес төҙөүгә 132 млн һум аҡса һорай. Был проект бойомға ашырыла ҡалһа, 8 мең кеше, райондың биш ауылы, Ғафури районының өс ауылы һыу менән тәьмин ителәсәк. Дим районына ҡараған Романовка ауылы ла һыуһыҙ интегә. Уларҙа ла һыу үткәргес төҙөү − өлгөрөп еткән мәсьәлә. Иглин районы ла «Халыҡ бюджеты» сиктәрендә Урман ҡасабаһында клубты, китапхананы, фельдшер-акушерлыҡ пунктын, сәнғәт мәктәбен берләштергән социаль-мәҙәни үҙәк төҙөтөүгә ярҙамға өмөт итә. Республикаға данлы исемдәре билдәле спортсы­лар­ҙы биргән Салауат районы вәкилдәре Малаяҙҙа хоккей майҙансығы булдырыу идеяһы менән янып йәшәй. Бөтә Рәсәй Һуҡырҙар йәмғиәтенең республика ойошмаһы ла үҙҙәренә иғтибар һорай. Халыҡтың көнкүрешендә ҙур һорау менән файҙаланылған тауарҙар етештергән, инвалидтарҙы эш менән тәьмин иткән ойошмалар яҡлау­ға мохтаж бөгөн. Проекттарҙың социаль яҡтан мөһимлегенә «Берҙәм Рәсәй» партияһы, йәмәғәт ойошмалары, БР Иҡтисади үҫеш министрлығы вәкилдәре ингән жюри баһа бирәсәк. Конкурста еңгән проекттарға республика бюджетынан 200 млн һум аҡса йүнәлтеү күҙаллана.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә