RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя яңылыҡтары

07.09.2011 Донъя яңылыҡтары

ҡошсолар ағыуланған
Донъя яңылыҡтары
Ростов өлкәһенең «Новобатайск» ҡошсолоҡ фабрикаһында ике тиҫтәнән ашыу эшсе аммиактан ағыуланып, дауаханаға эләккән.
Был химик матдә предприятиела етештерелгән продукцияны һаҡлау өсөн ҡулланылған. Тәүҙә 21 кеше дауаханаға килтерелеп, күп тә үтмәй, 16-һын өйҙәренә ҡайтарғандар, ҡалғандарының да хәле ауыр түгел. Шулай ҙа фабрикала етди тикшереү башланған − биләмә эсендә һауанан да анализдар алынған. Хәҙер ундағы хәл-торош Рәсәйҙең баш санитар табибы Г. Онищенко күҙәтеүе аҫтында.

Һыу крандарынан... нефть аға

Грузияның Барцхан ҡасабаһында йәшәүселәргә көҙ сюрприз килтергән: инде бер нисә көн бындағы һыу торбалары эшләмәй, сөнки унан һыу урынына нефть килә.
Был күренештең сәбәбе − һыу торбаларының боҙоҡ булыуы. ҡасабаны һыу менән тәьмин итеү системаһы сафтан сыҡҡан да, торбаларға эргәлә урынлашҡан ватыҡ нефть үткәргестән нефть ағып, йорттарға «юллана» икән. Халыҡ эсәр һәм йыуыныр һыу ташып бер була. Нефть терминалынан үткәргесте төҙәтеүҙәре тураһында хәбәр итһәләр ҙә, крандан һаман нефть килә. Прокуратура «Батуми һыуы» компанияһының техник директорынан һорау ала, ә генераль директор Грузияла юҡ.

Японияны тайфун йонсота

Японияға тағы бәлә килде − утрауға «Талас» тайфуны ябырылған.
Илдең көньяҡ-көнбайышында ғәрәсәттән ҡорбан булыусылар һаны 20-нән ашҡан, ә 50-ләп кеше хәбәр­һеҙ юғалған. Был күрһәткестәр, үкенескә күрә, арта бара. Тайфун тәүҙә Сикоку утрауынан үткән, хәҙер Хонсюның көньяғындағы йылғалар ярҙарынан сыҡҡан. Ғәрәсәттең тиҙлеге ҙур түгел, шунлыҡтан ямғырҙар оҙаҡ дауам итеп, яңынан-яңы яр, тупраҡ ишелеүенең сәбәпсеһе булыуы мөмкин, тип хәбәр итә метеорологтар. Властар 450 мең самаһы кешене эвакуациялау хәстәрен күрергә ҡушҡан.
«Талас» Рәсәйҙең Приморье крайына ла килеп етеүе мөмкин. Тайфун уҡ булмаһа ла, көслө ел-дауыл был тирәләге көн торошон бер нисә көнгә боҙасаҡ.
Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә