RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Беҙҙә блогерҙар әҙерләйәсәктәр

27.08.2011 Беҙҙә блогерҙар әҙерләйәсәктәр

Беҙҙә блогерҙар әҙерләйәсәктәр
Уның «Башҡортостан Республикаһы блогер­ҙары» тигән проектын тәҡдим ителгән бер нисә мең эш араһынан һайлап алалар.
– Быйылғы беҙҙең смена граждандар кампанияһын әҙерләүгә бағышланғайны. Унда Рәсәйҙең 40-тан ашыу ҡалаһынан ете меңдән ашыу йәш кеше ҡатнашты. Тәүге көндә үк беҙгә ҡыҙыҡлы проекттарҙы финанслау өсөн мөмкинлек буласаҡ тип әйттеләр. «Селигер»ҙа блок менән эшләүгә, социаль селтәрҙәргә ҙур иғтибар бирелә. Ошо тәжрибә проектымдың нигеҙе итеп алынырға тейешлеген аңланым, – тип һөйләй грант яулаған ҡыҙ.
Тележурналист, пиарсы, документаль фильм сценарийы авторы ла булып эшләп өлгөргән Евгения грант тапшырған ваҡытта Владимир Путин менән дә әңгәмәләшеп өлгөрә. Аралашҡан ваҡытта йәш айырмаһын да һиҙмәнем, һөйләшеү йәнле һәм ҡыҙыҡлы килеп сыҡты, ти ул.
Блогерҙар мәктәбен асыуға 1 млн һумдан ашыу аҡса бүленәсәк, теүәл суммаһы сентябрь уртаһында билдәле буласаҡ. Әлегә мәктәпте ойоштороу мәсьәләләре хәл ителә, ә сентябр­ҙә уҡыусылар туплана башлаясаҡ.
– Әлегә уҡытыу программаһын әҙерләйем, уҡыу 1 октябрҙә башланасаҡ. Ә биш айҙан – 1 мартта йомғаҡ яһай аласаҡбыҙ. Уҡыу бушлай буласаҡ, иң тәүҙә республиканан 35 кеше йыясаҡбыҙ, – тип һөйләй Евгения. – Лекциялар, шулай уҡ практик дәрестәр ҙә буласаҡ. Дистанцион уҡытыу системаһы ла киң файҙаланыласаҡ. Тыңлаусыларҙы эштән айырмаҫ өсөн төп лекциялар шәмбе һәм ял көндәрендә Өфөлә үтәсәк.
Әлбиттә, Евгения Куцуева үҙе лекциялар уҡымаясаҡ, бының өсөн Рәсәйҙән билдәле блогерҙарҙы саҡырыу күҙаллана. Ә ҡыҙ проекттың менеджеры ғына буласаҡ. Ул үҙе лә был мәктәптә уҡырға йыйына. Әйткәндәй, «Селигер»ҙың йомғаҡлау сменаһында «Сәйәсәт» йүнәлешендә Башҡортостандан тағы 15 кеше ҡатнаша. Уларҙың проекттары ла хуплау таба. Мәҫәлән, профессионалдар Стәрлетамаҡтан Руслан Сыртлановтың проекты менән ҡыҙыҡһына. Ул Стәрлетамаҡ райо­нында Веденск быуаһы янында туристарҙы хеҙмәтләндереүсе предприятиелар комплексы – агропарк ойошторған. Егеткә бер нисә төбәктән тәжрибә уртаҡлашыу буйынса тәҡдимдәр булған.
Шулай уҡ Башҡортостанда ла «Селигер» кеүек форум үткәреү тураһындағы проект буйынса РФ Дәүләт Думаһының Йәштәр эштәре буйынса комитеты менән килешеү төҙөлгән. Тимәк, яҡын киләсәктә беҙҙә лә йәштәр инициативаһын хуплаған форум ойошторолмаҫ тимә.
С. НИЯЗОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә