RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Беҙ еңергә килдек!

07.06.2011 Беҙ еңергә килдек!

Беҙ еңергә килдек!Һуңғы йылдарҙа Башҡортостаны­быҙҙың данын төрлө өлкәләрҙә Рәсәй, донъя кимәлендә күтәреп сыҡҡан, таныт­ҡан күренештәр байтаҡ. Быйыл май айында ошондай ҡыуаныслы хәл М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ла булды. Вуздың башҡорт филологияһы факультеты командаһы Бөтә Рәсәй төрки телдәр һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаһында икенсе урынды яуланы.
Был йүнәлештәге олимпиада Алтай Республикаһының баш ҡалаһында, Таулы Алтай дәүләт университеты базаһында бишенсе тапҡыр үткәрелә. Фәнни бәйгегә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән төрки телле студенттар йыйыла. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: үткән йылдарҙа БДУ-ның Сибай институты командаһы ла уңышлы сығыш яһап, тәүге урындарҙы яулаған. Шуға ла Башҡортостандан килгән студенттар хаҡында барыһы ла хәбәрҙар.
БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетынан биш студент һәм етәксегә ошо ике университет килешеүе нигеҙендә стажировка үтеү ҙә ҡаралғайны. Бер юлы ике кәмәнең ҡойроғон тотоу заман менән типә-тиң атлауға мөмкинлек бирә. Сөнки стажировка сиктәрендә беҙҙең студенттар боронғо төрки яҙмалар, мифология, фольклор, төрки телдәрҙең сағыштырмаса грамматикаһы буйынса Таулы Алтай университеты профессорҙарының лекцияларын тыңланы, практик дәрестәрҙе рухи яҙмалары һаҡланған ерҙәргә сығып өйрәнде. Бигерәк тә А. Тибикова, С. Сарташева, Н. Киндикова, Н. Чочкиналарҙың лекциялары бик файҙалы булды. Студенттар ошо материалдарҙы ла ныҡлы үҙләштереп, олимпиадаға ҙур әҙерлек менән килгәйне.
Беҙ еңергә килдек!Беҙҙең команда составында IV курс студенттары Р. Шапилов, Р. Солтанова, М. Фазуллина, Б. Зиннуров, Э. Ғәлиуллина һәм етәксе булараҡ мин ҡатнаштым. Әлбиттә, олимпиадаға әҙерлек факультетта йыл буйы барҙы. Сөнки беҙҙең студенттар унда былтыр ҙа ҡатнашып, сирҡаныс алғайныҡ. Яңы уҡыу йылынан башлап факультеттың тәжрибәле профессоры Ә. Аҙнабаев, Ә. Дәүләтҡолов, Ә. Сөләймәнов, доценттар Л. Сәмситова, Г. Ғәлина, Р. Баязитова, Г. Нәбиуллина, З. Хәбибуллиналар лекциялар уҡыны, фольклор, әҙәбиәт һәм тел буйынса төплө әҙерләне. Факультетта һайлап алыу туры үткәс, командалағы биш студент өсөн махсус әҙерлек курсы ойошторолдо. Ғөмүмән, БДПУ-ла студенттарҙың фәнни эшмәкәрлегенә, уҡыу-уҡытыу процесына һәм ялына ла айырым иғтибар бүленә. Команданың әҙерлеге хаҡында университет етәкселеге, бигерәк тә ректор Р. Әсәҙуллин, фән буйынса проректор А. Мостаев һәр ваҡыт ҡыҙыҡһынып торҙо.
Төрки телдәре һәм әҙәбиәте буйынса Рәсәй олимпиадаһы өс көн барҙы. Тәүге көн һәр команда үҙе менән таныштырып сығыш яһаны. Беҙҙең студенттар «визитка»һында республикабыҙҙың рухи тамырҙары, бөгөнгөһө һәм киләсәген күҙаллап, яратҡан университетын, баҫмаларҙы данлап, халҡыбыҙҙың рухи мираҫы аша Таулы Алтай сәхнәһен дер һелкетте. «Башҡортостан» йыры гимн булып яңғыраһа, Э. Ғәлиуллинаның башҡорт ҡыҙҙары бейеүе барыһын да таң ҡалдырҙы. Р. Солтанованың халыҡ йырҙары берсә дәртләндерҙе, берсә уйға һалды. «Башҡортостан», «Йәшлек» гәзиттәре, Башҡортостан Яҙыусы­лар союзы һәм БДПУ ебәргән символик бүләктәр башҡа командалар күңеленә хуш килде. Студенттар «визитка»һын үҙҙәренең девизы – «Беҙ еңергә килдек!» һүҙҙәре менән тамамланы.
Олимпиаданың икенсе көнө төрки телдәре буйынса бәйгенән башланды. Студенттарға төрки телдәренең нескәлектәре, үҙенсәлектәре һәм тәржемә буйынса эштәр тәҡдим ителде. Ә өсөнсө көндә фольклор һәм әҙәбиәт буйынса һорауҙарға яуаптар ҙа ҡыҙыҡлы ғына булды. Әҙәбиәттән нәфис тексты анализлау, төрки әҙәбиәте тарихы, теорияһынан эштәр ижади һынауҙы юғарыға күтәрҙе.
Рәсәйҙәге төрки телдәр һәм әҙәбиәт буйынса юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнашлығында V олим­пиаданы йомғаҡлау көнө тулҡынландырғыс та, шатлыҡлы ла булды. Беҙҙең команданан Эльвира Ғәлиуллинаның тел буйынса, Миләүшә Фазуллинаның әҙәбиәт буйынса эштәре юғары баһа алды. Ә Булат Зиннуров, юғары балл йыйып, икенсе урынға лайыҡ булды. Ә дөйөм командалар бәйгеһендә БДПУ командаһы – икенсе, З. Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ педагогия академияһы өсөнсө урындарҙы яуланы.
Таулы Алтай дәүләт университеты ректоры А. Баблы беҙҙең команданың юғары әҙерлеген, фәнни эштәренең теүәл һәм тулы булыуын билдәләне.
Ярыш һәр ваҡыт ярыш инде. Ләкин бәйге ваҡытында ла байтаҡ ыңғай мәлдәр була. Бигерәк тә төрки телле студенттарҙың аралашыуы, дуҫлашыуы – үҙе бер һоҡлан­ғыс күренеш! Хушлашыу тантанаһында беҙҙең студенттар 80 йәшлек профессор А. Тибикованы ла, хакас, тыва, алтай һәм башҡа халыҡтарҙың дәрте ашып торған студенттарын да башҡортса бейетеп, башҡортса йырлатып ҡуйҙы. «Шул тиклем дәртле көйгә бейемәйенсә буламы?!» – тип шатланһалар, икенселәре: «Һеҙ, башҡорттар, бәхетле, төрки телле халыҡтар араһында тик һеҙ генә «ҙ», «ҫ» өндәрен һаҡлап ҡалғанһығыҙ! Һәйкәл ҡуйырға кәрәк!» – тип тә дәрт­ләндер­ҙеләр.
Ысынлап та, тел, әҙәбиәт, мәҙәниәт – рух илсеһе. Тап ошо тәғлимәттәр аша дуҫтар табыла, тормош ҡиммәттәре үлсәнә. «Беҙ еңергә килдек!» тигән девиз менән Алтай еренә аяҡ баҫҡан башҡорт филологияһы факультеты студенттары Рәсәй киңлектәренә халҡыбыҙҙың һүнмәҫ рухын, ҡотон, бөгөнгө булмышын лайыҡлы күрһәтеп ҡайтты. Тап ошо йәштәргә ҡарап: «Башҡорт шулай була икән!» – тип һоҡланып ҡалды замандаштарым.

Зәки ӘЛИБАЕВ,
филология фәндәре кандидаты.
]










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә