НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Полиция хеҙмәткәрҙәре коррупцияға ҡаршы тора алырлыҡмы?

Полиция хеҙмәткәрҙәре коррупцияға ҡаршы тора алырлыҡмы?


РФ Эске эштәр министрлығының Шәхси хәүефһеҙлек департаменты вәкилдәре буласаҡ полиция хеҙмәткәрҙәренең коррупцияға ҡаршы тотороҡлоғон тикшереү ихтималлығы ҡаралыуы тураһында белдерҙе.
Министрлыҡ етәкселеге Рәшит Нурғәлиевтың һүҙҙәренсә, бындай аҙым эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен 1 мартта башланған сираттан тыш аттестациялау ваҡытында төп сараларҙың береһенә әүереләсәк. Корруп­цияға ҡаршы тотороҡлоғон тикшереү үтеүен һынау биреүсенең белмәүе лә ихтимал. Хеҙмәткәрҙәргә был турала аттестациянан һуң хәбәр ителәсәк, шулай уҡ аттестация һөҙөмтәләре тураһында ла һүҙ барасаҡ. Әгәр ҙә хеҙмәткәр һынауҙы үтә алмай икән, ул дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ йәки эштән бушатыласаҡ.
Министрҙың фекеренсә, милиция хеҙмәткәрҙәренең 15 – 20 процент тирәһе ҡайтанан аттестациялауҙы үтә алмаясаҡ. Уның билдәләүенсә, ҡайһы бер кандидаттар­ға, шул иҫәптән етәксе урынды биләгәндәргә ҡарата уларҙы насар яҡтан күрһәтеүсе мәғлүмәттәр тупланған.
Әйткәндәй, 19 апрелгә 202 кандидат аттестация үткән. Уларҙың 75-е – Рәсәй министрлығының үҙәк аппараты, икәүһе – Рәсәй ФМС-ы, 15-е – Рәсәй Эске эштәр министрлығының белем биреү һәм фәнни-тикшеренеү учреждениелары, 110-ы министрлыҡтың территориаль органдары буйынса аттестацияланған. Тағы ла ете кандидатты ротация тәртибендә бер төбәктән икенсеһенә күсереү тураһында ҡарар ҡабул ителгән.
Министр, һәр ҡарар айырым рәүештә коллегиаль ҡарала, тип билдәләй.

Сығыу ваҡыты 23-04-2011, 13:24 | Ҡаранылар: 1583
|
  • Ғәйеплеләр язаһын алыр
  • Погонлылар язаға тарттырыласаҡ
  • Республиканың Эске эштәр министрлығы – яҡшы иҫәптә
  • ДАИ хеҙмәткәрҙәренә – офицер погондары
  • ГАИ-ла тик офицерҙар хеҙмәт итәсәк
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM