RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ағиҙел буйында яңы ауыл төҙөлә

23.04.2011 Ағиҙел буйында яңы ауыл төҙөлә

Тиҙҙән Башҡортостанда яңы ауыл барлыҡҡа киләсәк. Республика парламенты ошо турала закон проектын ҡараны. Депутаттар ҡарамағына Белорет районының Сермән ауыл биләмәһендә яңы тораҡ пунктын төҙөү хаҡында мәсьәлә ҡуйылды.
Яңы ауылдың Иҙел тип аталыуы күҙаллана. Белорет районы советы рәйесе Евгений Карепанов әйтеүенсә, Сермән ауыл биләмәһе тиҙ үҫешә, йәштәр ҙә күпләп ауылда ҡала. Һуңғы ваҡытта йыл һайын унда ике тиҫтәләп йәш ғаилә ҡорола, 60-лаған бала тыуа. Шунлыҡтан Сермән ҡаршыһында Ағиҙелдең һул ярында тағы бер ауылға нигеҙ һалыр­ға ҡарар ителә. Бында 472 йорт, мәктәп, балалар баҡсаһы, спорт-һауыҡтырыу, сауҙа-көнкүреш комплекстары төҙөү планлаштырыла. 2040 йылда яңы ауылда 1500 кеше йәшәйәсәге, мәктәптә 400-ҙән ашыу бала уҡыясағы һәм балалар баҡсаһына 150-нән ашыу бала йөрөүе күҙаллана.
Яңы тораҡ пунктын төҙөүгә иҡтисади яҡтан да сәбәптәр бар. 2003 йылда был тирәлә ҡара мәрмәр ятҡылығы табылған, базальт сығарыу эше лә бара.
А. ЗИННУРОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә