RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ике индексация бергә ҡушылды

02.04.2011 Ике индексация бергә ҡушылды

1 апрелдән социаль пенсиялар күтәрелде
Бынан ары социаль пенсиялар ҙа, хеҙмәт пенсияһы кеүек, йы­лы­на бер тапҡыр ин­дексацияланасаҡ. Ошо турала «Рәсәй Феде­ра­­ция­һында дәүләт пен­сияһы менән тәьмин итеү тура­һын­да» Федераль законға төҙәтеүҙәр индерелде.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 февралдән хеҙмәт пенсияһы 8 процентҡа индексацияланғайны. Сиратта – социаль пенсия. Өҫтәүенә, социаль пенсияны индексациялау, йәшәү минимумын иҫәпкә алып, йыл һайын үткәреләсәк. Индексация коэффициентын хөкүмәт билдәләй. Әле ул 10 процент тип алынған. Хәтерегеҙҙә булһа, быға тиклем индексация йылына ике тапҡыр – апрелдә һәм июлдә үткәрелә ине. Быйыл ул дөйөмләштерелде. Был пенсионерҙарҙың кеҫәһендә сағылмай ҡалмаҫ, моғайын. Һөҙөмтәлә илдәге уртаса социаль пенсия 5214 һум буласаҡ. Пенсия фонды биргән мәғлүмәттәр буйынса, бының өсөн федераль бюджеттан өҫтәмә сығымдар талап ителмәй. Бюджет фондында аҡса етерлек.
Әйткәндәй, 1 февралдә хеҙмәт пенсияһын арттыр­ғандан һуң пенсия 8498 һум тәшкил итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтырҙан пенсия күләменең (бөтә төр дәүләт пенсияларын, түләүҙәрҙе, льготаларҙы ла иҫәпкә алып) йәшәү минимумынан түбән булырға тейеш түгеллеге тураһында закон ғәмәлгә инде. Ысынлап та, әле социаль пенсия йәшәү минимумынан юғары.
1 апрелдән һуң үҙегеҙгә тәғәйен аҡсаны күҙаллар өсөн быға тиклем түләнгән социаль пенсия суммаһын 1,1027-гә ҡабатларға кәрәк. Әйткәндәй, ҡартлыҡ буйынса пенсия 1 февралдә индексацияланғайны, был юлы ул шул килеш ҡала. Шулай итеп, быйыл социаль пенсияны индексациялау 10,27 процент тәшкил итә.
Был үҙгәреш Башҡортостанда йәшәүсе 104 мең кешегә ҡағыла.
Р. НУРИСЛАМОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә