НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Терактҡа әҙерлек булғанмы?

Терактҡа әҙерлек булғанмы?


Башҡортостандың хоҡуҡ һаҡлау органдары Октябрьскийҙа сираттағы ҙур операция үткәрҙе – һөҙөмтәлә террористик төркөм («Октябрьский джамаат» тигән исем аҫтында) ағзалары ҡулға алынды.
Шундайыраҡ хәбәр таралды. Бандиттар Кавказ боевиктары менән бәйле, имеш. Төркөм лидеры урындағы нефть сығарыу предприятиеһында токарь булып эшләгән. Ул, баҡһаң, Доку Умаров етәкләгән «Кавказ Имараты» халыҡ-ара террористик ойошмаһының вәкиле. Был «йәмәғәт» ЭЭМ хеҙмәткәрҙәренә таныш. 2010 йылдың ноябрендә уның активисы, 18 йәшлек егет ҡаланың милиция бүлегенә бәреп инеп, шундағы бер хеҙмәткәргә бысаҡ менән ташланғаны өсөн ҡулға алынған була. Аҙаҡ медицина экспертизаһы уны параноик шизофрения менән интегеүсе тип билдәләй. Хоҡуҡ һаҡлаусылар һүҙҙәренсә, ҡулға алынғандарҙың өйҙәрендә тентеү үткәргәндә шартлат­ҡыс эшләү өсөн 1,5 кг аммиак селитраһы, бер килограмға яҡын гексоген, боеприпас өлөштәре, милиция бүлеге бинаһының фотоһы, экстремистик әҙәбиәт табылған.
Октябрьский ҡалаһын «террористар» үткән йылдың мартында бер ҡужғытып алғайны инде. Ул саҡта ҡалаға БТР-ҙар индергәйнеләр хатта.
Аптыраған инде – ниңә гел был ҡалала «ойоша»ларҙыр? Шуныһы ла бар: Эске эштәр министрлығының тикшереү комитеты, әлеге төркөмдө «тотоу» эшендә хаталыҡ бар, тип билдәләй. Ҡулға алынғандар ҙа дүртәү түгел, ә икәү, имеш. Уларҙың террор ойошторорға маташыуы ла фараз ғына. Ныҡлы тикшерелмәгән, иҫбатланмаған мәғлүмәт, һәм ул барлыҡ виртуаль донъя яңылыҡтарына инеп тә китте, Башҡортостанда террорсылар менән бәйләнештә эшләгән төркөм «барлығы» таралды. Халыҡты хәүефләндерергә тиһәң, «орган»дарҙы ҡуш. Экстремизм, терроризм һәм башҡа шундай «изм»дарҙы беҙҙең республиканан маҡсатлы рәүештә эҙләгән кеүек тойола башланы юғиһә.

А. ЗИННУРОВА.

Сығыу ваҡыты 12-02-2011, 11:37 | Ҡаранылар: 1142
|
  • Уларҙы БТР-ҙар менән баҫтырғайнылар
  • Донъя яңылыҡтары
  • Мәскәү. Шартлау. Тағы...
  • Был аҙнала беҙҙе...
  • Енәйәт һәм яза
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM