НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Донъя яңылыҡтары

Донъя яңылыҡтары


Яңы министр урынбаҫары

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев үҙенең Указы менән милиция генерал-полковнигы Виктор Кирьяновты РФ Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге баш дәүләт инспекторы вазифаһынан бушатты.
Ошо уҡ документҡа ярашлы, ул яңы вазифаға – транспорт хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә яуаплы РФ эске эштәр министры вазифаһына тәғәйенләнде.
Дәүләт башлығы Кирьяновҡа юлдарҙа ғына түгел, теракттар ҡабатланмаһын өсөн башҡа транспорт тармағында ла тәртип булдырыу сараларын күрергә ҡушҡан.

Террорсы асыҡланған

Рәсәй Федерацияһы Тикшереү комитетының Баш тәфтиш идаралығы, Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре «Домодедово» аэропортындағы терактты ойоштороусыларҙы асыҡлаған.
Аэро­портҡа шартлатҡыс индереүсе террорсының 20 йәшлек Төньяҡ Кавказ кешеһе булыуы билдәле. Теракттың халыҡ-ара рейс­тар­ҙағы пассажирҙар йөрөгән урында ҡылыныуы юҡҡа түгел – ул тәү сиратта сит ил граждандарына зыян килһен өсөн эшләнгән.

Янартау уянған

Японияның Кюсю утрауында эвакуация иғлан ителгән.
Унда ярты быуат тын торғандан һуң Симмоз янартауы уянған. Унан 80 саҡрымда урынлашҡан 400 мең кеше йәшәгән ҡала транспорт блокадаһына эләккән. Властар автомобиль, поезд-электричкалар хәрәкәтен туҡтат­ҡан, аэропортта самолеттар осмай. Белгестәр, янартау әлегә тынысланырға уйламай, тип фаразлай. Урғылған лаваның киңлеге өс саҡрымға еткән.

Нәфсеңде тыймаһаң

Ҡытайҙа Халыҡ вәкилдәре йыйынының (парламент) даими комитеты рәйесе урынбаҫары ришүәт алғаны өсөн үлем язаһына хөкөм ителгән.
Прокуратура хеҙмәткәрҙәре иҫбат итеүенсә, туғыҙ йыл дауамында чиновник, ҡайһы бер компанияларҙың мәнфәғәтен яҡлап, 10 млн юань (1,5 млн АҠШ доллары) аҡса алған. Ғәйепләнеүсенең үҙ ғәйебен таныуы сәбәпле, язаны башҡарыу ике йылға кисектерелгән.

Балалар өсөн ҡурҡыныс

Илдең Баш санитар табибы Геннадий Онищенко РФ Дәүләт Думаһы депутаттары алдында энергетик эсемлектәрҙе тыйыу тураһында тәҡдим менән сығыш яһаған.
Уның фекеренсә, энергетик эсемлектәр – алкоголь, газлы һыу һәм наркотик. «Был эсемлекте ҡулланған балаларҙа эскегә өйрәнеү тиҙ барлыҡҡа килә. Уны бөтөнләй етештермәҫкә кәрәк», – тигән ул. Һыраға тиңләштерелгән «энергетик»тарҙы бәлиғ булмағандарға һатыуҙы тыйыу тураһындағы закон проекты Дәүләт Думаһында тикшерелә.

З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.

Сығыу ваҡыты 1-02-2011, 11:07 | Ҡаранылар: 1642
|
  • Ығы-зығы кемгә кәрәк?
  • һайлау-2012
  • Республикала – яңы эске эштәр министры
  • Һыра һатыусылар бөлөрмө?
  • Һыраға көн бөтөрмө?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM