RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Кандидаттар асыҡланды

14.12.2010 Кандидаттар асыҡланды

БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәре советы» ассоциацияһының эксперт комиссияһы ултырышында муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһына бер юлы һигеҙ кандидат имтихан тапшырҙы. Иглин районы етәксеһе урынына алты кеше дәғүә итте, Өфө районына етәкселек итергә ике кандидат әҙер булды.
Эксперт комиссияһының төп бурысы булып контракт буйынса Башҡортостандың урындағы хакимиәт башлыҡтары вазифаһын биләүгә кандидаттарҙың федераль, республика һәм муниципаль хоҡуҡ нормаларын белеү кимәлен баһалау тора. Билдәле булыуынса, 12 ноябрҙә Иглин районы муниципаль районы советының сираттан тыш сессияһында район хакимиәте башлығы Ришат Исхаҡовтың үҙ теләге менән эштән китеүе тураһында ғаризаһы менән бәйле, уны ваҡытынан алда вазифаһынан бушатыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Был вазифаға конкурс һөҙөмтәләре буйынса Иглин ра­йоны советы тарафынан тәғәйенләнгән кеше үҙ вәкәләттәрен үтәй башлағанға тиклем район башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу БР Президенты Хакимиәте хеҙмәткәре Рафиҡ Мусинға йөкмәтелде. Ул Иглин районы хакимиәте башлығы вакантлы вазифаһына кандидаттарҙың береһе булып тора. Был район хакимиәте етәксеһе булырға шулай уҡ Иглин районының «Оло Тәләк» крәҫтиән хужалыҡтары ассоциацияһы советы рәйесе Хәсән Иҙиәтуллин, Башҡортостан республика адвокаттар коллегияһы адвокаты Марафат Исламғәлиев, Өфө ҡалаһы ҡала округының Совет районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Вилорий Угаров, «Өфө нефть-газ ҡорамалдары заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Әнфис Шәйбәков, «Амитово» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Вәзир Шәнгәрәев теләк белдерҙе. Өфө районында хакимиәт башлығы Владимир Незнановтың вәкәләттәре, 11 ноябрҙә уның икенсе эшкә күсеүе менән бәйле, ваҡытынан алдан туҡтатылды. Район советы тарафынан конкурс һөҙөмтәләре буйынса тәғәйенләнгән кеше был вазифаны рәсми үтәй башлағанға тиклем район хакимиәте етәксеһе бурыстарын элек Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын биләгән Рәшит Саттаров башҡара. Ул да эксперт комиссияһы алдында имтихан тотто. Вакантлы вазифаға икенсе дәғүәсе – Өфө муниципаль районы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Александр Мартынов. Кандидаттар хоҡуҡ нигеҙҙәрен һәм күп кенә юридик нескәлектәрҙе яҡшы белеүҙәрен күрһәтте. Һорауҙар йәшәйештең төрлө өлкәләренә ҡағылды.
Һөҙөмтәлә Өфө районы хакимиәте башлығы вазифаһына ике кандидат та ыңғай баһаға лайыҡ булды. Иглин районын етәкләргә теләүселәр иҫәбенән өс кеше генә – Рафиҡ Мусин, Хәсән Иҙиәтуллин һәм Вилорий Угаров ыңғай баһа алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә