RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡоролтай делегацияһы – Пермь крайында

11.12.2010 Ҡоролтай делегацияһы – Пермь крайында

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты делегацияһы Пермь крайына сәфәрендә Барҙа, Оса һәм Чернушка райондарында булды.
Барҙа районы үҙәгендә делегация район хакимиәте башлығы Сергей Ибраев һәм хакимиәттең мәғариф һәм мәҙәниәт идаралыҡтары начальниктары, район башҡорттары ҡоролтайы активистары менән осрашты, сәнғәт мәктәбе, крайҙы өйрәнеү музейы һәм гимназияға барҙы, Оса һәм Чернушка райондарында район ҡоролтайҙары активы менән аралашты.
Пермь крайында элек-электән Ғәйнә ырыуы башҡорттары йәшәй. 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда, крайҙың этник структураһында башҡорттар һан буйынса, урыҫтарҙан, татарҙарҙан, коми-пермяктарҙан ҡала, дүртенсе урында килә һәм 40,7 мең кеше тәшкил итә. Милләттәштәребеҙ Барҙа, Октябрь, Оса, Чернушка һәм башҡа райондарҙа йәшәй һәм крайҙың ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади тормошонда һиҙелерлек роль уйнай. 2006 йылдың апрелендә ойоштороу ҡоролтайы үткәрелә һәм крайҙың ҙур милли йәмәғәт ойошмаһы – башҡорт ҡоролтайы булдырыла, уны Рәсил Мөхәмәтйәнов етәкләй. Хәҙер башҡорт ҡоролтайҙары күп ҡала һәм райондарҙа эшләй. Ә Чернушка ҡалаһында Кама буйы башҡорттарының «Оран» тел һәм мәҙәниәт үҙәге эшләп килә. Уны асыу Рәсил Мөхәмәтйәновтың социаль проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһе булды. Проект «ЛУКОЙЛ-Пермь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең V социаль һәм мәҙәни проекттар конкурсында еңеү яуланы. ҡуян урта мәктәбендә күренекле яҡташтары – Рәсәйҙең беренсе техник юғары уҡыу йорто – Санкт-Петербург тау институтына нигеҙ һалыусы, мәғдәнсе Исмәғил Тасимовҡа таҡтаташ асыу Пермь башҡорттары өсөн мөһим ваҡиға булды. 2009 йылда, БР Мәҙәниәт министрлығының «Рәсәй төбәктәре башҡорттары» проектына ярашлы, Башҡор­тостанда Пермь башҡорттарының мәҙәниәт көндәре ҙур уңыш менән үтте.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә