RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тағы килде яҙҙар...

29.05.2015 Тағы килде яҙҙар...

Башҡорт әҙәбиәте, йәмәғәтселек, яҙыу­сының балалары, яҡындары, дуҫтары һәм яҡташтары егерменсе тапҡыр яҙҙы Динис Бүләковһыҙ ҡаршы алды. Уттай ҡыҙыу яҙғы сәсеү, баҡса эштәре, мәктәптәрҙә Һуңғы ҡыңғырауға, дәүләт имтихандарына әҙерлек осоро булһа ла, Динис Мөҙәрис улының тыуған көнөн яҡташтары йыл һайын киң билдәләй.
Башҡорт әҙәбиәтендә сағыу эҙ, бай мираҫ ҡалдырған әҙиптең ижадташ дуҫтары, яҡташтары быйыл да яҙыусының тыуған төйәгенә – Смаҡ ауылына йыйылды. Хәтер кисәһе уның исемен йөрөткән мәктәп алдындағы бюсына сәскә һалыуҙан башланды. Белем биреү учреждениеһы коллективы данлы яҡташының исемен лайыҡлы йөрөтә. Йыл һайын уның рухи мираҫын популярлаштырыу, исемен быуындан-быуынға тапшырыу йәһәтенән төрлө конкурстар, класс сәғәттәре үткәрәләр. Район-ҡала, республика кимәлендәге сараларҙа әүҙем ҡатнашып, юғары күрһәткестәр яулайҙар. Уҡыусыларҙың уңыштары, ҡаҙаныштары менән таныштырыу маҡсатында баш ҡала ҡунаҡтарына, атап әйткәндә, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы Рауил Бикбаев, уның ҡатыны Фәриҙә ханым, яҡташыбыҙ, филология фәндәре докторы, профессор Фәнил Күзбәков, яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәлим Хисамов, Башҡортостан Милли әҙәбиәт музейы белгесе Әлмира Шәрипова, яҡташыбыҙ, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының әҙәбиәт бүлегендә оҙаҡ йылдар әҙәбиәт белгесе булып эшләгән, Сафуан Әлибаевтың ҡатыны Фәрҙиә Әлибаева һәм Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, “Юлдаш” радиоһы хеҙмәткәре Фәрзәнә Аҡбулатоваға бай тарихлы мәктәпкә экскурсия ойошторолдо. Смаҡ ауылы халҡының үҙ көсө менән төҙөлгән мәсеттә Динис Мөҙәрис улы, уның ҡатыны Рәйлә Мөхәммәт ҡыҙы рухына доға ҡылғас, мәҙәниәт йортона юлландылар.
Динис Бүләковты иҫкә алыу сараһы, һағышлы нотала булһа ла, һәр ваҡыт оло байрамға әйләнә. Был хаҡта Арыҫлан ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айрат Шәйәхмәтов та үҙенең сығышында әйтеп үтте: “Моңһоу байрам булһа ла, беҙ уны көтөп алабыҙ. Унан күптәр, күңеле байып, эшкә дәрт, илһам алып ҡайталыр. Яҡташыбыҙҙың әҫәрҙәрендәге геройҙар кеүек, артабан да намыҫлы, ғәҙел, тырыш, эшһөйәр булыу теләге уяналыр. Беҙҙең бурыс – Динис Бүләков исеменә тап төшөрмәҫкә!”.
Район хакимиәте башлығының эске һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Рита Сәмиғуллина яҡташыбыҙҙың әҙәбиәттә тотҡан урыны, уның ҡыҫҡа ғына ғүмерендә бай рухи мираҫ ҡалдырыуы, үлемһеҙ әҫәрҙәр ижад итеүсенең исемен мәңгеләштереү буйынса башҡарылған эштәр тураһында бәйән итте. Яҡташтары Динис Мөҙәрис улын онотмай. Уның тормош юлына, ижадына арналған кисәләр, конференциялар, осрашыуҙар ойошторола. Тыуған ауылы Арыҫланда, Смаҡта һәм Мәләүез ҡалаһында уның исемен йөрөткән урамдар бар. Исемен йөрөткән мәктәп ихатаһында бюсы ҡуйылған. Мәҙәниәт йортонда музейы эшләй, Нөгөш һыу һаҡлағысында аҡҡош кеүек матур пароходы тулҡындар яра. Бынан тыш, Смаҡ мәктәбенең иң алдынғы уҡыусыларына Динис Бүләков исемендәге премия тапшырыла. Быйыл был бүләккә Рәмилә Байгилдина, Гөлшат Таштимерова, Дания Әлмөхәмәтова, Батыр Юлмөхәмәтов, Алмас Бураҡанов, Гүзәлиә Мәҡсүтова, Ильяс Кучекаев, Рәил Хәйҙәров, Миләүшә Аҫылбаева, Айтуған Таштимеров һәм Рәйлә Хөсәйенова лайыҡ булды. Яҡшы билдәләргә генә уҡыған, мәктәп, район тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, төрлө ижади-мәҙәни конкурстарҙа юғары һөҙөмтәләргә ирешкән уҡыусыларға премияны мәктәп директоры Светлана Таштимерова һәм Динис ағайҙың уртансы ҡыҙы Зөһрә Бүләкова тапшырҙы.
Артабан “Мәләүез таңдары” әҙәби берекмәһе етәксеһе Мәрйәм Күсмәева, Хәлиҙә Шәйәхмәтова Динис Мөҙәрис улын юҡһынып яҙған шиғырҙарын уҡыны, күңел түрендә һаҡлаған иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Баш ҡаланан килгән ҡәләмдәш һәм ғаилә дуҫтары Рауил Бикбаев, Фәнил Күзбәков, Ғәлим Хисамов, Әлмира Шәрипова һәм Фәрҙиә Әлибаева, билдәле әҙип менән бер рәттән, уның һөйөклө ҡатыны Рәйлә Бүләкованы ла хөрмәтләп иҫкә алды. Рәйлә апай, ысын мәғәнәһендә, маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ шәхес. Ире вафат булғас, уның ҡулъяҙмаларын, иҫтәлектәрен баҫтырҙы, йыйынтыҡтар сығарҙы, тыуған ауылы, яҡташтары менән бәйләнеште нығытты, әҙиптең исемен мәңгеләштереү буйынса бик күп эшләне. Йыл һайын хәтер кисәһен үткәреү ҙә – нәҡ уның башланғысы. Был хаҡта яҙыусының кисәгә килгән ҡыҙҙары Ләйсән, Зөһрә, Миләүшә лә үҙҙәренең сығышында билдәләп үтте. Әсәләре һалған һуҡмаҡты артабан да дауам итергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алдылар, атайҙары хөрмәтенә матур кисә ойошторған өсөн район хакимиәтенә, ауыл биләмәһе халҡына, мәктәп коллективына, уҡыусыларға рәхмәт белдерҙеләр. Сығыш­тар Динис Бүләковҡа арналған шиғырҙар, Нәсимә Суҡбаева, Булат Биков, Фәнил Яманаев, Азамат Суҡбаев һәм “Юлдаш” радиоһы алып барыусыһы, популяр йырсы Филүс Ҡасимов башҡарыуында йыр, ҡурай моңо, бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Мәктәптең йөҙөк ҡашы, яңыраҡ ҡына “өлгөлө коллектив” маҡтаулы исеменә лайыҡ булған “Нөгөш ынйылары” фольклор төркөмө “Һыу юлы” йола байрамын сәхнәләштерҙе. Башҡорт әҙәбиәтенең алтын бағанаһы булған яҡташ яҙыусыбыҙ Динис Бүләковтың хәтер кисәһе тотош әҙәбиәт байрамын хәтерләтте.

Лена АБДРАХМАНОВА.
Мәләүез районы.
Автор фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә