«Йәшлек» гәзите » Яңы номер » «Йәшлек»тең 36-сы һанына күҙәтеү



06.09.2019 «Йәшлек»тең 36-сы һанына күҙәтеү


Башҡорт халҡының бөйөк улдарының береһе, генерал - майор М. Шайморатов шәхесенә һуңғы ваҡытта иғтибар бермә - бер артты.
БР Милли музейы директоры урынбаҫары Нияз Сәлимов «Шайморатов шәхеснамәһендәге аҡ биттәр» мәҡәләһендә милли батырыбыҙҙың шәхеснәмәһендәге беҙгә билдәле булмаған факттар тураһында һөйләй.
Түрә булһаң, сабатаңды түргә элмә! Урын кешене биҙәмәй, кеше урынды биҙәй. Әүҙем авторыбыҙ Х . Ғәлиәхмәтов « Ул урында эшләй» мәҡәләһендә юғары вазифаларҙа эшләһәң дә, һауаланма, һәр кемгә кеселекле булып ҡал, тигән фекерҙе үткәрә.
« Шиғриәт минуттары» рубрикаһында был һанды Ш. Бабич исемендәге премияға тәҡдим ителгән Ринат Сөләймәновтың шиғырҙары биҙәй.
Алыҫ Себер тарафтарында йәшәһә лә, үҙ ерҙәренең ысын патриоты булып ҡалғандар бихисап. Алһыу Ишемғолова шундай тынғыһыҙ замандаштарыбыҙҙың береһе Мөхтәр Сәғитов менән таныштыра.
Баҡсаны нисек ҡышҡа әҙерләргә? Йәшелсәне нисек һаҡларға? Был һорауҙарға « Шәхси хужалыҡ» битендә яуап таба алаһығыҙ. «Сәләмәтлек» битендә күҙҙең инфекция ауырыуҙары тураһында мәғлүмәттәр бирелгән.
Ирегеҙ йәберләп, яңғыҙ тормошта бала менән ауыр хәлдә ҡалһағыҙ, нимә эшләргә? «Ғаилә» үҙәге һеҙгә ярҙам итергә әҙер. « Бында изгелеккә урын бар» мәҡәләһендә Әлмира Исхакова ошо ойошманың эше менән таныштыра.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға