«Йәшлек» гәзите » Яңы номер » №31 (11234)



02.08.2019 №31 (11234)

Гәзитебеҙҙең 31-се һанын Өфөлә тәүгә уҙған “Йәйләү” байрамы хаҡында мәҡәлә асып ебәрә. Башҡорттарҙың төп эсемлегенә — ҡымыҙға арналған фестивалдән репортаж менән танышырһығыҙ.

Даими “Сәйәсәт кенә түгел” махсус бите илебеҙҙә йышайған урман янғындары хаҡында. Чиновниктар бының менән нисек көрәшә, ниндәй ҡарарҙар сығара, ни өсөн Красноярск крайы губернаторы Александр Усс, урман янғынан мәғәнәһеҙ һәм зыянлы эш, тип белдергән һәм башҡаһы тураһында ҡыҙыҡлы мәҡәлә тәҡдим ителә.

“Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер”, ти Межгорье ҡалаһы, элекке Татлы ауылы халҡы. Улар шаулап-гөрләп “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын уҙғарған, был турала гәзит уҡыусыбыҙ Әлфиә Зәбдинова яҙып ебәргән.

Тағы ла әүҙем дуҫтарбыҙ Йылайырҙан Ильяс Такалов менән Өфөнән Илдар Ғәбитовтан ҡыҙыҡлы һәм үтә фәһемле мәҡәләләр көтә. Ниндәйме, был хаҡта гәзитте уҡығас белерһегеҙ.

Июль аҙағы сараларға бай булды, әйтәгүр. Учалы районында уҙған “Ай, Уралым, Уралым”, журналистарҙың “Инфорум”, “Журфест” фестивалдәре ла юғары кимәлдә үтте, тип билдәләй Баныу Ҡаһарманова менән Айбулат Ишназаров.

Тимер юлында эшләүсе Маннановтар, уҡытыусы Гөлназ Хәлиуллина, декрет ялындағы хужабикә Көнһылыу Хәсәнова, күп балалы Ваһаповтар ғаиләһе – улар барыһы ла беҙҙең сираттағы һан геройҙары. Шулай уҡ һеҙ яратҡан “Сәләмәтлек”, “Спорт” биттәре, “ятып” уҡырлыҡ.

“Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес” хикәйәһе, тормоштан алынған “Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр” яҙмаһы урын алған. Эй, онота яҙғанбыҙ, “ятып” сисерлек бай сканвордыбыҙ ҙа бар!

Киләһе һанда осрашҡанға тиклем, ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ!





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға